Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
3 Февраль 2020, 14:55
Әсәм теле йәшәһен
Башҡорт йыры, башҡорт моңо,Ҡай илдәрҙә йырланмаған!
Әсәм телендә һөйләшәм,
“Әсәй” - тиеп өндәшәм.
Туған телем – башҡорт иле,
Халҡымдың һин бай теле.
Сәңгелдәктә саҡта әсәм
Бишек йырын йырлаған.
Күкрәгенән сыҡҡан моңо,
Бар донъяны сорнаған.
Башҡорт йыры, башҡорт моңо,
Ҡай илдәрҙә йырланмаған!
Ишмулланың ҡурай моңон
Кемдәр генә тыңламаған!
Башҡортомдың ҡурай моңо,
Мәңгелеккә берләштергән
Башҡортомдың ете нурын,
Башҡортомдың ете ырыуын.
Тыуған ерем - башҡорт иле,
Йәшәһен дуҫлыҡ иле!
Юл ҡуймайыҡ кәртәләргә,
Йәшәһен башҡорт теле!
Әсәй, атай” – тиеп балалар,
Кесенән һөйләшһендәр!
Башҡортомдың башҡортлоғо,
Шул саҡта ғына йәшәр.
Телебеҙҙе еребеҙҙә
Яратайыҡ, һаҡлайыҡ!
Киләсәк быуыныбыҙ ҙа
Һөйләшһен үҙ телебеҙҙә!
Зөбәржәт ҒӘБДЕЛМӘНОВА.
Сурай ауылы.
Читайте нас: