Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
3 Февраль 2020, 19:20

Ғүмер дилбегәһен тартам Һинең менән бергә, илһам!

Ошондай юлдар яҙылған был һылыуҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә. Уның ҡыҙыҡһыныуҙарын, мауығыуҙарын һанап китһәң, был һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ булыуын аңлайһың.

Тос фекерле шиғырҙар авторы, көйҙәр яҙып йырҙар ижад итеүсе, шул йырҙарҙы сәхнәгә сығып башҡарыусы һәм тағы ла әллә күпме һөнәрҙәргә эйә һәләтле замандашыбыҙ ул. Шиғырҙарында әйтелгәнсә, “ғүмер карабында йөҙөп ижад даръяларын иңләгән, упҡындарҙы убып үҙенә юл ярған” талантлы яҡташыбыҙ, Тәүәтәй ауылы һылыуы Альбина Муллағолованы “Әлшәй хәбәрҙәре”н уҡыусылар яҡшы белә. Бала саҡтан шиғырҙар яҙа ул. Ижад емештәре йыш ҡына район баҫмаһында, “Йәншишмә”, “Йәшлек” гәзиттәрендә, “Аманат”, “Шоңҡар” журналдарында донъя күрә.

- Өйҙә башҡорт телендә аралашабыҙ, шуға ла балаларым туған телдәрен яҡшы белә. Беҙ улар менән шиғырҙар ятлайбыҙ, әкиәттәр уйлап сығарабыҙ, һүрәттәр төшөрәбеҙ. Төрлө конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнашабыҙ, уңыштарыбыҙ ҙа етерлек. Туған телен белгән бала бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай бит ул, халҡыбыҙҙың иң яҡшы сифаттарын алып, рухи хазиналарын күңеленә һеңдереп үҫә. Йыл һайын “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсында ҡатнашабыҙ. Төрлө сараларға костюмдарҙы, шул иҫәптән милли кейемде лә, үҙем тегәм, - ти йөрәгенә башҡорт рухы һеңгән милләттәшебеҙ.

“Бер урында тапанмаҫҡа, һәр ваҡыт алға ынтылып, яңынан-яңы үрҙәргә артылып, янып йәшәргә!” Бына ошо девизды тормош маҡсаты итеп алған Альбина һылыу. Аҙнаһына өс тапҡыр Химиктар мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Аҙым” музыкаль-эстрада студияһында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба ул. Автор-башҡарыусы булараҡ, төрлө концерттарҙа сығыш яһай, “Туған тел” каналында ла уның йырҙарын йыш яңғыраталар. Синтезаторҙа уйнай, көйҙәргә аранжировкаларҙы сәнғәт өлкәһендә үҙ юлын тапҡан Ғәлинур Юламанов, Илдар Шәрипов кеүек билдәле музыканттар эшләй.

- Тағы ла бәйләм бәйләргә, тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләргә яратам. Декрет ялында ултырған бик күп әсәйҙәр кеүек, биҙәкләп торттар бешерергә өйрәнәм, киләсәктә, бәлки, заказдар булһа, һатыуға ла сығарырмын, ә әлегә был тәмлекәстәр менән тормош иптәшем, балаларымды һыйлайым.

Күптән түгел Альбинаның тағы ла бер хыялы тормошҡа ашҡан - “Бәхет утрауы” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күргән. Унда авторҙың тыуған яҡ, тәбиғәт, туған тел, әсә наҙы, мөхәббәт темаларына ижад ителгән күңел ынйылары тупланған. Ижад кешеһе өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Афарин, Альбина! Киләсәктә лә үҙ юлыңдан тайпылмай, Тәүәтәй ауылында ғүмер кисереүсе ата-әсәйең - Вәсиә апай һәм Венер ағай Муллағоловтарҙың, яҡташтарыңдың ғорурлығы, милләтебеҙ биҙәге булып, алға ынтылып йәшә!

Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: