Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
28 Ғинуар 2020, 12:50

ВКонтакте селтәрендә - Әлшәй башҡорттары ҡоролтайы төркөмө

Ҡәҙерле дуҫтар, хәҙер Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайының да Бәйләнештә (ВКонтакте) социаль селтәрендә үҙ аккаунты, йәғни үҙ бите, бар.

Был төркөм халыҡты берләштереү, район башҡорттарының хәл-торошо менән даими таныштырып барыу маҡсатында ойошторолдо.

Районыбыҙҙа Башҡорт теле йылына арнап үткәрелгән бөтә саралар тураһында хәбәрҙәр, мәҡәләләр, фото, видео материалдар ошо төркөмдә урын аласаҡ.

Әлшәй башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнә https://vk.com/public191315707 һылтанмаһы менән инеп, һеҙ ҙә унда ҡушылығыҙ. Мәҡәләләрегеҙҙе, яңылыҡтарығыҙҙы, кәңәш-тәҡдимдәрегеҙҙе төркөмгә яҙығыҙ, фотолар, видеолар ебәрегеҙ. Беҙ уларҙы ҡарап, хэштектар ҡуйып төркөмгә ҡуясаҡбыҙ.

Әйҙәгеҙ, аралашайыҡ, фекер алышайыҡ, бергә һәм берҙәм булайыҡ!

Хэштектар
Ғинуар айы өсөн - #дәүләт
Февраль - #интерактив
Март - #ғаилә
Апрель - #әсә
Май - #9май
Июнь - #фольклор
Июль - #дуҫлыҡ
Август - #юлдаш
Сентябрь - #ижад
Октябрь - #тарих
Ноябрь - #музыка
Декабрь - #рух
Читайте нас: