Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
23 Ғинуар 2020, 18:00

"Башҡорт теле - дәүләт теле"

Мәғлүм булыуынса, 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде, был башланғысты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та хупланы.

Башҡорт теле йылы сиктәрендә район-ҡалаларҙа бихисап саралар уҙғарыу планлаштырыла. Һәр ай айырым йүнәлешкә арнала, уның барышында тематик дәрестәр, ижади бәйгеләр, фестивалдәр үтә. Ғинуар айы "Башҡорт теле - дәүләт теле" исеме аҫтында үтә. Төп иғтибар ойоштороу эштәренә, алтаҡталарҙағы грамматик хаталарҙы табыу һәм төҙәтеүгә, Бәйләнештә социаль селтәрендә территориаль ҡоролтайҙарҙың аккаунттарын булдырыуға, башҡорт телендә социаль реклама һәм баннерҙар әҙерләүгә йүнәлтелә.

Район хакимиәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәлә лә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Видеоконференцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Ул ҡоролтайҙың 2019 йылдағы эш һөҙөмтәләре, «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы һәм ошо арала үтәсәк мөһим кисәләр-осрашыуҙар тураһында ла бәйән итте.

Район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Закуан Әхмәтов әйтеүенсә, беҙҙә Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса саралар планы эшләнә, мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, ауыл биләмәләре менән берлектә төрлө саралар үткәреү планлаштырыла.

Читайте нас: