Быйыл ҡыш һалҡын һәм ҡарлы булды, ҡар өйөмдәре баҫыуҙарҙы һәм участкаларҙы ныҡлап ҡапланы. Күптән түгел көндәр йылы торҙо, шуға ла баҡсала ағастар һәм ҡыуаҡтарҙы ҡарарға, үҫемлектәргә ҡар өйөргә кәрәк. Уны тығыҙларға кәрәкмәй, тип кәңәш итә белгестәр. Шулай уҡ йәш үҫентеләрҙең ботаҡтары ҡар ауырлығынан һынмаһын өсөн уларҙы даими ҡағып торорға кәрәк. Теплицаның түбәһен таҙартырға, ҡарҙы эсенә ырғытырға ла онотмағыҙ.
Баҡса миҙгеле яҡынлашыуы нисек һиҙелеүен беләһегеҙме? Ҡояш бер аҙ яҡтыраҡ балҡый һәм көндәр оҙоная тиерһегеҙ. Әлбиттә, шулай. Мин шулай уҡ магазиндағы төрлө орлоҡтар төҙөлгән кәштәләр янында халыҡтың йәнләнеүен дә билдәләп үтер инем. Ҡайһы берәүҙәр, пакеттағы яҙыуҙарҙы ентекләп уҡып, кәрәкле сорттарҙы һайлай. Икенселәре бик тиҙ генә ҡулына беренсе эләккән орлоҡто һатып алып сығып китә. Ә юҡҡа! Тәжрибәле баҡсасылар иң элек йорттағы орлоҡ запастарын ҡарарға, ултыртыу планын төҙөргә, етмәгән сәсеү материалы исемлеген төҙөргә һәм унан һуң ғына магазинға барырға кәңәш итә.
Орлоҡ йәшерәк булған һайын, шытымдар ҙа яҡшыраҡ сыға тип санала. Тик ҡабаҡ культуралары - ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссондар түгел. Өс йылдан һуң уларҙың сығышы, киреһенсә, арта.
Кемдер үҫентеләрҙе ай календары буйынса уңайлы көндәрҙә ултырта, икенселәре ҡатын-ҡыҙҙар көндәрендә –шаршамбы, йома йәки шәмбе орлоҡ сәсә. Был һәр кемдең шәхси эше, иң мөһиме – һөҙөмтә һөйөндөрһөн. Үҫемлектәрҙе иртә сәсеү ҙә кәрәкмәй – улар һуҙыла, оҙон булып үҫә һәм көсһөҙләнә.
Ә бына, социаль селтәрҙәрҙәге тәжрибә уртаҡлашҡан баҡсасыларҙың береһе яҙыуынса, орлоҡ материалын алдан әҙерләргә кәрәк. Беренсе сиратта дезинфекциялау зарур. Бының өсөн борос һәм помидор орлоҡтарын марлянан яһалған кескәй кенә пакеттарға һалырға һәм уларҙы 20 минутҡа марганцовка эретмәһендә тоторға, шунан һыуҙа йыуырға кәрәк. Артабан микроэлементтары булған үҫеш стимуляторы эретмәһендә («Эпин», «Цитовит» йәки «Циркон») эшкәртергә. Тик натураль биостимулятор – алоэ гөлөнөң йомшағы өҫтөнөрәк. Орлоҡто шунда дүрт-биш сәғәткә ебетергә ҡуялар. Унан һуң орлоҡто алып йыуырға, салфеткаға һалырға һәм ике тәүлеккә һыуытҡысҡа сынығырға ҡуйырға. Шунан һуң ғына сәсергә була. Ә помидорҙы ул март уртаһында (14 март) сәсә. Боросто сортына ҡарап - февраль уртаһынан марттың 10-сы числоһына тиклем сәсергә кәңәш итә.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Уйыны-ысыны бергә
Быйыл баҡсаға бер нәмә лә сәсмәйем, арыным.
Бары тик аҙ ғына йәшел тәмләткес, помидор, борос, ташҡабаҡ, ҡыяр, патиссон, баклажан, сөгөлдөр генә генә ултыртам. Тағы ла картуф, унһыҙ нисек инде, кукуруз, көнбағыш, фасоль, борсаҡ, ике төрле ҡабаҡ һәм булды. Башҡа бер ни ҙә сәсмәйем. Арыным, ял итәсәкмен…