Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҡсасы кәңәштәре
2 Июнь 2020, 14:20

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе

Йыл буйы тәрбиәләйһең дә 10 көн буйы һоҡланаһың. Пион (дөр-дөр) сәскәһе тураһында баҡсасылар шулай ти.

Был сәскә – ысынлап та, баҡса биҙәге. Ә матурлығына өҫтәп хуш еҫе ни тора!

Уны тәрбиәләү, уның төрҙәре һәм сәскәне нисек ҡулланырға мөмкин икәнде иҫкә төшөрәбеҙ. Июнь айында баҡсалар иҫ киткес пион сәскәһенә һәм уның хуш еҫенә күмелә башлай. Әйткәнебеҙсә, сәскәнең ғүмере генә ҡыҫҡа.

Пионды май айынан уҡ ашлама менән туҡландыра башлайҙар. Сәскә бөрөһө формалашҡанда һәм сәскә атҡанда үҫемлекте һыу, 7,5 грамм аммиак селитраһы, 10 грамм суперфосфат, 5 грамм калий тоҙонан торған иретмә менән туҡландырырға кәрәк. Ул сәскә атып, ярты ай уҙғандан һуң, тупраҡты 5 грамм калий тоҙо һәм 10 грамм суперфосфатлы иретмә менән тҡландыралар. Минераль һәм органик ашламаларҙы сиратлап индереү мөмкин. Уларҙы ҡоро килеш ҡыуаҡ тирәһенә, бураҙналарға һалалар.

Пионға һыу һибеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, йәй һыуыҡ килһә, һипмәҫкә лә мөмкин. Эҫе икән, аҙна-ун көнгә бер мәртәбә һибергә кәрәк. Һыуҙы, ғәҙәттәгесә, ҡыуаҡ төбөнә һибәһегеҙҙер. Пионға был тура килмәй. Уның тамыр­ҙары ситтә урынлашҡан, шуға ла һыуҙы төбөнән 20 – 25 см ситкәрәк һибергә кәрәк. Был эште кискә ҡалдырыу дөрөҫ булыр.

Пион сәскәһе бер урында 50 йыллап үҫә ала. Әммә ҡартая барған һайын, уның сәскәләре лә бәләкәйләнә һәм һирәгәйә. Шул сәбәпле уны 8 – 10 йыл һайын ҡаҙып алып, бүлеп, күсереп ултыртыу мөһим. Бының өсөн һабаҡтарын-япраҡтарын тулыһынса киҫеп алырға һәм, тамырҙарына зыян килтермәйенсә генә, ҡаҙып сығарырға кәрәк. Тамырҙарын йыуып, бер көн киптерәбеҙ. Һәр тамырҙа өс-дүрт бөрө ҡалырлыҡ итеп бүлгеләйбеҙ һәм 50 сантиметр тәрәнлектә ултыртабыҙ. Сәскәне төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн, тамырҙы 30 минутҡа марганцовка иретмәһендә тоторға кәрәк. Әммә был эште яҙ-йәй башҡарырға кәрәкмәй, август айына ҡалдырығыҙ.

Пионға иғтибар биреү мөһим. Ул йылылыҡ һәм яҡтылыҡ ярата. Шуға ла ҡояш нурҙары ялындырып ҡына төшкән урынға ултыртмау хәйерле. Уны елдән дә һаҡларға кәрәк. Сәскә үҫеп ултырасаҡ урын йорт нигеҙенән һәм ағастарҙан йыраҡ булырға тейеш. Юғиһә ағас тамырҙары сәскәнекенә зыян килтерәсәк.

Пионда иң йыш осрай торған ауырыу – ботритис. Май айында ауырыу билдәләре күренә башлай. Уның барлығын серек бәбәктәрҙән аңларға була, үҫемлектә һоро тимгелдәр барлыҡҡа килә. Пиондың зыян күргән өлөштәрен киҫеп алырға һәм яндырырға кәрәк. Профилактика сараһы булараҡ, үҫемлекте баҡыр купоросы иретмәһе менән эшкәртеү мөһим. Һарымһаҡ һыуы ла файҙалы.


Матур төрҙәре.

«Сара Бернар». Пиондың был төрө бик боронғо булһа ла, ул әле лә баҡсаларҙа ҡәҙерле «ҡунаҡ» һанала. Ул бик ҡупшы сәскә ата, төрлө ауырыуҙарға сыҙамлы.

«Генри Бокстос». Иртә сәскә ата торған гибрид үҫемлек. Һабаҡтары 90 сантиметрға етә. Был төр пион ҡуйы, ҡара-ҡыҙыл төҫтә сәскә ата. Төҫө өсөн үҙ итәләр ҙә уны. Өҫтәүенә оҙон ғүмерле, ауырыуҙарға сыҙамлы. Етешһеҙлегенә килгәндә, еҫе һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә, ҡояштың тура нурҙарынан сәскәнең төҫө тиҙ уңа.

Ҡатын-ҡыҙҙар иғтибарына.

Пиондан май. Сәскә таждарын йыйып, йыуып киптерергә. Тәрән һауыт төбөнә таждарҙы теҙеп, өҫтөнә зәйтүн майы һалырға. Май әҙер булғас, уны төнгә ҡарай биткә һыларға, йыуыр алдынан сәскә ышҡырға, йыуынғанда тәнгә һөртөргә мөмкин.

Биткә маска. Пион таждарын иҙеп, 1:1 иҫәбенән ҡуйы ҡаймаҡ менән болға­тыр­ға. Ошо массаны 10 минутҡа биткә һыларға, аҙаҡ йылы һыу йәиһә йәшел сәй төнәтмәһе менән йыуып төшөрөргә кәрәк.

Лосьон. Сәскә таждарын йыйып, һалҡын һыуҙа 30 минут тоторға кәрәк. Шунан һуң 10 минут буйы уны һүрән утта, таждарҙың төҫө сыҡҡансы ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң һөҙәбеҙ һәм һыуынғас ҡуллана башлайбыҙ.

Читайте нас: