Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ебәк күбәләге һөжүм итә

Күптәрҙе бөгөн баҡсаны ҡарышлауыҡтарҙың баҫып алыуы хафаға һала. Ниндәй ҡоротҡостар һуң улар?

Был дүңгәләк ебәк күбәләге (кольчатый шелкопряд) – киң таралған ағыулы ҡоротҡос, уның ҡарышлауыҡтары бөтә төшлө емеш культураларын, айырыуса алма һәм сливаны, шулай уҡ имән, ҡайын, тал, энәлек, сәтләүек ағастарын һәм башҡа япраҡлы ағас төрҙәренә зыян килтерә. Уларҙың килеп сығыуына ҡыштың йылы тороуы булышлыҡ итте, йомортҡа эсендә ҡышлаусы ҡарышлауыҡтар 35 градустан түбән температура булған осраҡта ғына һәләк була.
Ағастар бөрөләнгән ваҡытта был ҡоротҡостар тәүҙә япраҡтарҙы селтәрләп ашай, һуңынан тотош юҡ итә. Бигерәк тә төндә әүҙемләшәләр. Ҡарышлауыҡтарҙың күпләп үрсегән осоронда емеш ағастарының үҫеше тотҡарлана, уңдырышлылығы һәм ҡышҡа сыҙамлылығы кәмей.
Ниндәй көрәш ысулдары бар һуң?
Халыҡ саралары.
1.Махсус ҡапҡандар ҡуйыу. Бының өсөн ныҡ оҙон булмаған таяҡтың башын киндер тоҡ йәки сепрәк киҫәге менән урайҙар һәм бушаҡ ҡына итеп бәйләп ҡуялар. Ҡоротҡостар йыш ҡына шунда үрмәләп менә. Көн һайын был бәйләмдәрҙе тикшерергә һәм ҡарышлауыҡтарҙы йыйып торорға һәм юҡ итергә кәрәк, быны бирсәткә кейеп башҡарыу мотлаҡ, сөнки улар аллергия тыуҙырырға мөмкин. Йәиһә туҡымаға вазелин һөртөп ҡуйһаң да ҡарышлауыҡтар унан сыға алмаясаҡ.
2.Ҡоротҡостарҙан ҡотолоу өсөн участкаларға ҡоштарҙы йәлеп итеү, сыйырсыҡ оялары, тағараҡтар элеү.
Дүңгәләк ебәк күбәләгенә ҡаршы көслө еҫле үҫемлектәрҙе (әрем, сөйәл үләне, махорка, еҙтөймә) ҡайнар һыуҙа бешереп шул һыу менән, тәмләткестәр, ағас көлө, аш һеркәһе (бер литр һыуға 200 мл), нишатыр спирты (бер литр һыуға 10 мл), һарымһаҡ төнәтмәһе (бер литр һыуға бер стакан иҙелгән һарымһаҡ) ярҙамында ҡаршы торорға мөмкин. Япраҡтарҙағы актив матдәләрҙе юғалтмаҫ өсөн, бөтә халыҡ ысулдарына ла кер һабынын ҡушырға кәрәк.
Ҡарышлауыҡтарҙың ҡорған аулы ояларын ҡул менән йыйып юҡ итергә, ә зарарланған ботаҡтарҙы ҡырҡып ташларға кәрәк.
Дүңгәләк ебәк күбәләгенә ҡаршы көрәштә химик инсектицидтар яҡшы һөҙөмтә бирә. Ләкин уларҙы ҙур күләмдә зарарланыуҙар булған саҡта ғына ҡулланырға кәңәш ителә, сөнки ағыулы препараттарҙың файҙалы бөжәктәрҙе лә юҡ итеүе ихтимал. Емеш культураларын биологик (Лепидоцид, Битоксибациллин, Фитоверм) йәки химик (Кинмикс, Инта-Вир һәм башҡалар) препараттар ярҙамында эшкәртергә мөмкин.
Гөлфиә ЯХИНА,
“Россельхозцентр”ҙың БР буйынса филиалының район бүлеге баш агрономы.
Читайте нас: