Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҡсасы кәңәштәре
10 Февраль 2020, 21:00

Мул уңыш алам, тиһәң

Февраль айы етеү менән баҡсасылар ҙа әкренләп ер эштәре, үҫентеләр ултыртыу тураһында уйлай башлай.

Йыл һайын яҙғыһын дәфтәргә баҡсаның схемаһын һыҙып, ҡайҙа нимә ултыртыуығыҙҙы яҙып ҡуйығыҙ. Сәсеү әйләнешен теүәл күҙәткәндә, көҙгө уңыш та мулыраҡ буласаҡ, үҫемлектәр ҙә ауырыуҙарға бирешмәйәсәк, ерҙең уңдырышлығын да күтәрергә була. Бер урында йылдар дауамында бер үк культураны ултыртыу ерҙә ауырыуҙарҙың тупланыуына, ерҙең ярлыланыуына килтерә. Бынан тыш, сәсеү алмашыныуын алдан күҙаллау күпме орлоҡ һатып алырға, күпме үҫенте ултыртырға кәрәклеген алдан фаразларға мөмкинлек бирә.

Шулай итеп, тәжрибәле баҡсасылар кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ:

*Картуфтан һуң кәбеҫтәнең һәр төрө лә һәйбәт үҫә. Тимәк, иртә һәм һуң өлгөрә торған кәбеҫтә, кольраби һәм төҫлө кәбеҫтәнең барлыҡ төрҙәрен дә ултыртырға була.

*Кәбеҫтәнән һуң томаттар һәм ҡыяр һәйбәт үҫә.

*Помидорҙан һуң түтәлгә ҡыяр, ҡабаҡ, ташҡабаҡ ултыртырға кәрәк.

*Быға тиклем ҡыяр үҫкән түтәлгә баклажан, борос һәм помидор ултыртырға.

*Башлы һуған фасоль, борсаҡ, торманан һуң һәйбәт үҫә.

*Ә бына башлы һуған артынан кишер утыртҡанда, уның мул уңышына, ауырыуҙарға бирешмәүенә өмөт итергә була.

*Ҡыҙыл сөгөлдөр борос үҫкән ерҙе үҙ итәсәк.

*Редисты һарымһаҡ, кишер, сөгөлдөр рәттәре араһына ултыртыу ике йәшелсә өсөн дә файҙалы булмаҡсы.

*Еләк түтәлдәре тирәләй йәшел һуған, борсаҡ ултыртырға кәңәш ителә.

Читайте нас: