Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҡсасы кәңәштәре
4 Апрель 2019, 12:23

Ни сәс­һәң, шуны урыр­һың

Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, гибридтарҙың ГМО менән бер ниндәй ҙә ур­таҡлығы юҡ.

Орлоҡ һатып алғанда, уңайһыҙ тип тормағыҙ, һатыусынан тауар сертификатын һорағыҙ, ҡапта яҙылған мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Ҡулланыу һәм һаҡлау шарттарына ентекле күҙ һалығыҙ.



“Гибрид” тигән һүҙҙән ҡурҡмағыҙ. F1 – беренсе быуын, F2 – икенсе быуын гибриды (ғәҙәттә, һуңғыһы сәскә культураларына ҡарата ғына ҡулла­ныла). Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, гибридтарҙың ГМО менән бер ниндәй ҙә ур­таҡлығы юҡ. Кире­һенсә, бындай ор­лоҡтар мул уңыш биреү менән бер рәттән, ауырыуҙарға ла тотороҡло. Әммә уларҙан үҫкән йә­шелсәнең орлоғо артабан сәсергә яраҡһыҙ.


Орлоҡто махсус йүнәлештәге сауҙа нөктәһенән алырға тырышығыҙ, сөнки улар һыналған, ышаныслы партнерҙар менән эшләүгә өҫтөнлөк бирә. Бындай магазиндарҙа сифат контроле лә күпкә юғары.


Орлоҡтоң һауыты ҡабында мотлаҡ исеме, сорты, уны етештергән фир­маның атамаһы, логотибы, адресы һәм башҡа төр мәғлүмәт булырға тейеш. Шулай уҡ ауырлығы йәки нисә дана булыуы, партияһының һаны күрһәтелеүе мотлаҡ.

Фото: Яндекс


Читайте нас: