Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҡсасы кәңәштәре
15 Февраль 2019, 16:40

Петунияны ҡасан ултыртырға

Февраль-март айҙары баҡсасылар араһында популярлыҡ яулаған петуния сәскәһен ултыртыу өсөн ҡулай ваҡыт.

Петунияның орлоҡтары бик ваҡ, шуға ла уны айырым пластик һауыттарға һибеп сәсергә кәрәк, ә артабан инде уларҙы күсереп ултыртырға. Гранулланған орлоҡтар күпкә уңайлы, әммә даими рәүештә дымландырып торорға кәрәк.

*Күсергәндә бер төп үҫемлеккә 5 л тупраҡ иҫәбенән ултыртыр урын һайлағыҙ. Әгәр һауытҡа ултыртаһығыҙ икән, 10 л сүлмәккә ике генә төп сәскә һыя тигән һүҙ.

*Петуния туҡландырғанды ярата, шуға күрә уны ике аҙна һайын туйындырып торорға кәрәк.

*Үҫкән саҡта азотлы ашламалар индерегеҙ. Бөрөләнгәс, фосфор һәм калийға мохтаж. Тамырға иһә комплекслы ашламалар мөһим. Петунияға тимер ҙә кәрәк. Ҙур үҫентеләрҙе һәр 5 көн һайын ашлайҙар.

*Сәскә ҡара серек ауырыуына тиҙ бирешә, шуға күрә һыуҙы сама менән генә һибегеҙ.

*Сәскәһе һулыған бөрөләрҙе өҙөп ташлағыҙ. Шулай иткәндә үҫенте бар көсөн яңы сәскәләргә йүнәлтә.

Февраль айында мөһим эштәр

Арбаңды - йәй, санаңды ҡыш әҙерлә, тигән бит халыҡ. Шуға күрә ысын баҡсасы ҡышҡы көндәрҙә лә эшһеҙ ултырмай, ә көрәк, тырма, баҡса ҡайсыһы һәм бысҡыһын, секатор кеүек ҡоралдарын ҡараштырып, йәйгә әҙерләй башлай.

*Баҡса ҡоралдарына ревизия яһау;

*орлоҡтар, ашламалар һәм кәрәкле химикаттар запасын булдырыу;

*ҡышҡы һаҡлауға ҡуйылған георгин, гладиолус һәм башҡа культураларҙың һаҡланыуын тикшереү;

*бер йыллыҡ сәскә орлоҡтарын ултыртыу.

Мул уңыш алайым тиһәң

Запас тоғоғоҙҙа кәрәкле ашлама һәм химикаттар бармы һәм етәрлекме? Тик февраль-март айҙарында ғына баҡсасылар өсөн кибеттәрҙә бар кәрәк-яраҡты табырға мөмкин, йәй етеүгә уларҙың күбеһе һатылып бөтәсәк.

Помидор, татлы борос, баклажан сәсеү

Февралдә орлоҡтарҙы тикшерергә кәрәк. Һатып алғанда орлоҡтоң фирма пакеттарына һалынғанына өҫтөнлөк бирегеҙ. Февраль айында помидор, татлы борос, баклажан сәсергә артыҡ ашыҡмағыҙ. Борос һәм баклажандың бейек булып үҫеүсе һәм гибрид сорттарын февралдең 20-ләрендә сәсергә мөмкин, ә бейек үҫеүсе помидорҙарҙы, иң яҡшыһы, март башында сәсеү. Борос орлоҡтары ауыр тишелә, шуға уларҙы стимуллаштырырға кәңәш ителә. Бының өсөн башта орлоҡтарҙы сепрәккә төрөп, йылы һыуға 25 минутҡа төшөрөгөҙ, артабан һыуҙан алып, тәрилкәгә сепрәге менән бергә һалып, һыуытҡысҡа бер тәүлеккә ҡуйығыҙ. Унан алғас та шунда уҡ тупраҡҡа сәсегеҙ.

Йәшел тәмләткес - тәҙрә төбөндә

Февралдә һарымһаҡ һәм һуғандың үҫешкә киткәндәре осрай. Был процесты инде туҡтатып булмай, шуға уларҙы ҡом йәки әсе булмаған тупраҡ тултырған һауытҡа, берһенә-берһен терәтеп ултыртығыҙ ҙа, һыу һибеп тәҙрә төбөнә урынлаштырығыҙ. Оҙаҡ та үтмәҫ, йәшел тәмләткестәр менән һыйлана башларһығыҙ.

Фото: Яндекс

Читайте нас: