Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Баҡсасы кәңәштәре
23 Октябрь 2018, 12:21

Октябрь. Ҡышҡа әҙерләнәбеҙ

Әгәр октябрь аҙағына ағастарҙың япраҡтары ҡойолмаһа, уларҙы үҙегеҙгә өҙөргә кәрәк.

Былтыр ҡыш һалҡын килде һәм йәш ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы тейешенсә әҙерләмәгән баҡсасылар өсөн яҙ һәм көҙ проблемалар килеп тыуҙы. Былтырғы хаталарҙы иҫәпкә алып, әйҙәгеҙ, был мәсьәләгә ентекләберәк туҡталайыҡ.

Әгәр октябрь аҙағына ағастарҙың япраҡтары ҡойолмаһа, уларҙы үҙегеҙгә өҙөргә кәрәк, юғиһә, еләк-емеш культуралары насар ҡышлаясаҡ. Унан һуң ағастарға һәм ҡыуаҡтарға, төптәрендәге тупраҡҡа 7 процентлы мочевина иретмәһен (10 литр һыуға 700 грамм алына) һиптерегеҙ. Бындай ҡуйылыҡта мочевина бәшмәк һәм бактериялар спораларын, ҡоротҡостарҙың йомортҡаларын һәм ҡорттарын юҡ итә, органик ҡалдыҡтарҙың тарҡалыуын тиҙләтә. Ҡойолған япраҡтарҙы йыйып алып компостлы өйөмгә ҡушырға йәки ергә күмергә мөмкин.

Япраҡтарҙың ҡойолоп бөткәнен көтмәй, емеш ағастарының олондарын һәм ботаҡтарын эзбиз иретмәһе (10 литр һыуға 2 кг эзбиз, 300 грамм баҡыр купоросы, 200 грамм столяр елеме йәки һыу эмульсияһы быяуы алына) менән ағартырға кәрәк. Аҡлау яҙғы ҡояш нурҙарынан һаҡлай, ҡабыҡ аҫтында ҡышлаусы ҡоротҡостарҙы һәм ауырыу тыуҙырыусыларҙы юҡ итә. Әммә тәүҙә үтмәҫ ҡырғыс менән олондағы, йыуан ботаҡтарҙағы бөтә ярыҡтарҙы һәм тигеҙһеҙлектәрҙе таҙартығыҙ. Шулай уҡ кипкән емештәрҙе өҙөгөҙ, ҡоротҡостарҙың үрмәксе ояларын алып яндырығыҙ.

Сейә һәм сливаның үрсемгә ҡалдырылғандарынан тыш, ҡалған үҫентеләрен тамыры менән ҡаҙып алығыҙ. Ҡарағат һәм крыжовниктың төбөнән сирле, кипкән һәм ҡарт, емеш бирмәгән ботаҡтарын киҫегеҙ. Ҡыуаҡтарҙы аҫтан өҫкә тиклем спираль рәүешендә шпагат менән бәйләгеҙ. Һалҡындар башланғансы ҡурай еләге ботаҡтарын бер-береһенә ҡаратып, икешәрләп ергә бөгөгөҙ һәм бәйләгеҙ.

Йәш үҫемлектәрҙең (1-3 йәш) ян-яҡтағы ботаҡтарын һәм көҙөн ултыртҡан үҫентеләрҙе ҡаҙыҡҡа бәйләгеҙ. Тамырҙары ныҡ туңмаһын өсөн ноябрь башында төптәренә 10 см ҡалынлыҡта серетмә һалығыҙ. Беренсе ҡар яуғас та, йәш ағастарҙы ҡар менән күмегеҙ.

Баҡсасыларҙы ялҡауланмаҫҡа, еләк-емеш культураларын ҡышҡа ныҡлап әҙерләргә саҡырам. “Бәлки”гә өмөтләнмәгеҙ, юғиһә киләһе йыл уңышының бер өлөшөн юғалтасаҡһығыҙ.

Морис НӘҒИМОВ,

баҡсасы.

Ким ауылы.

Читайте нас: