Һуңғы йылдарҙа күптәр олонло алмағас (колоновидная яблоня) үҫентеләре һатып ала башланы. Журналдарҙа юғары уңыш биреүсе был ағас тураһында матур фотографиялы мәҡәләләр баҫылып сыҡҡас, алмағастың был төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар артты. Ләкин күп кенә баҡсасылар олонло алмағастан юғары уңыш ала алманы, өҫтәүенә ул күп ботаҡтар ебәрә, ә ысынында иһә улай булырға тейеш түгел. Минең дә бындай алмағас үҫтереү буйынса тәүге тәжрибәм уңышлы булманы. Баҙарҙа ике үҫенте һатып алып ултырттым, май айындағы тәүге ҡырау алмағастың япраҡтарын юҡ итте һәм ул үҫеп китмәне. Был хәлдән һуң культураны ентекләп өйрәнергә булдым.
Асыҡланыуынса, баҙарҙа һатылған үҫентеләрҙең 95 проценты – көньяҡта үҫтерелгән һәм улар Молдавия һәм Украинанан ҡайтартылған икән, ә улар беҙҙең климатҡа яраҡлашмаған. Силәбеләге “Рәсәй баҡсалары” йәмғиәте беҙҙең зонаға яраҡлаштырылған сорттар үҫтереү менән шөғөлләнә, үҫентеләрҙе унан яҙҙырып алырға мөмкин. Әммә тағы ла бер факторға иғтибар итегеҙ.
Тамырҙары ныҡ үҫешкән, һабағы йыуан һәм бейеклеге кәмендә 70 см тәшкил иткән олонло алмағастар ғына яҡшы үҫә һәм емеш бирә. Һәм уларҙы мотлаҡ питомниктан һатып алырға кәрәк, сөнки почта аша һеҙгә стандарт үҫенте ебәрмәүҙәре лә ихтимал.
Әгәр бынндай алмағас үҫтерергә ҡарар иткәнһегеҙ икән, уларҙың Васюган, Малюха, Ренет Мажерова, Искорка кеүек ҡышҡа сыҙамлы сорттарын һайлап алығыҙ. Уларҙы юл, ҡойма, йорт стенаһы буйлап ултыртырға мөмкин, ләкин алмағастар һәр ваҡыт ҡояшлы яҡта үҫергә һәм төньяҡ елдәренән һаҡланған булырға тейеш. Алмағастарҙы бер-береһенән ярты метр алыҫлыҡта, ғәҙәти алмағасты ултыртҡан кеүек ултыртырға кәрәк. Ләкин яҙын ултыртҡандан һуң ғәҙәти алмағастың яҡшыраҡ тармаҡланһын өсөн өҫкө ботағын киҫеп алалар, ә олонло алмағастыҡын киҫергә ярамай! Әгәр өҫкө ботағын киҫеп алһаң, йәиһә уға һалҡын тейһә, ҡуяндар, сысҡандар зыян килтерһә, һынһа, унда тармаҡланыу башлана һәм емеш биреү тотҡарлана.
Олонло алмағас дөрөҫ итеп тәрбиәләгән осраҡта икенсе-өсөнсө йылына емеш бирә башлай. Әгәр өҫкө ботаҡтарға зыян килһә, нимә эшләргә? Ул саҡта яңынан үҫкән өҫкө ботаҡтарҙың иң көслөһөн ҡалдырып, ҡалғандарын йәшел килеш алып ташларға кәрәк. Ҡалдырылған ботаҡ турайып, вертикаль үҫеүен дауам итәсәк.
Олонло алмағастың бер йыуан олоно һәм ҡыҫҡа (20 сантиметрҙан артыҡ түгел) ботаҡтары була. Ләкин ҡайһы ваҡыт, сорттың ниндәй булыуына ҡарап, ян яҡтан оҙон ботаҡтар ҙа үҫеп сыға, төбөндә ике-өс бөрө ҡалдырып, уларҙы киҫеп алырға кәрәк. Июнь урталарында ян яҡтан үҫеп сыҡҡан көслө ботаҡтарҙы өҫтәмә рәүештә өҙөп алырға кәрәк.
Тәүге ике-өс йылда олонло алмағасҡа һәр ике аҙна һайын бер биҙрә һыуға 1 аш ҡашығы мочевина ҡушып һиптерәләр. Июлдә бындай туҡландырыуҙы туҡтатырға кәрәк, юғиһә ағас ҡышҡа әҙерләнеп өлгәрмәй. Артабанғы йылдарҙа уны ғәҙәти алмағас кеүек ашларға кәрәк.
Өҫкө ботаҡтарҙағы бөрөләрҙе туңыуҙан һаҡлау өсөн тәүге ике йылда ҡыш башланыр алдынан алмағасҡа 3-4 планканан пирамида ҡуйырға һәм һауа инеүсе туҡыма менән ябырға кәрәк.
Олонло алмағасты беҙҙең зонала үҫтереүҙең тағы ла бер варианты бар: уны 10-12 литрлы контейнерға ултыртырға, 4-6 йылдан һуң 20-25 литрлы һауытҡа күсерергә һәм 10-12 йәшлек булғансы шунда тоторға була. Ҡышҡылыҡҡа контейнерҙағы ағасты бинаға индерергә кәрәк, унда температура -10 градустан түбән булмаҫҡа тейеш. Контейнерға һалыу өсөн 2:1:1 нисбәтендә тупраҡ, серетмә һәм ҡом ҡатнашмаһын ҡулланырға мөмкин.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйткем килә, алмағас өсөн бүленгән участкала тәүҙә ғәҙәти алмағастар, ә ҡалған майҙанда олонло һәм кәрлә (улар тураһында һүҙ - киләһе мәҡәләлә) алмағастар ултыртып ҡарарға кәрәк.
Ким ауылы.