Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Летчиктар һәләк булған урын хәҙер Машков тарлауығы тип атала

1942 йылдың 30 декабрендә Эльбрус теҙмәләренең береһе – Кавказдың иң бейек нөктәһе – Кюкюртлю боҙлоғонда фажиғә була: самолет-бомбардировщик һәләкәткә осрай. Уның бортында яҡташыбыҙ Иван Иванович Машков та була. Летчиктар һәләк булған урын хәҙер Машков тарлауығы тип атала.

Элемтә һәм штаб начальнигы ярҙамсыһы , капитан Иван Машков 1912 йылда Әлшәй районының Ҡайраҡлы ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем Чкаловта (хәҙер Ырымбур ҡалаһы) хәрби осоусылар училищеһында уҡый. Севастополде обороналауҙа ҡатнаша. СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 22 декабрендәге Указы нигеҙендә «Севастополде обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Ул 132-се бомбардировкалаусы авиация дивизияһы составында, 6-сы авиаполкта (6-сы ДБАП) алыша. Самолет экипажына Ленинград өлкәһеннән хәрби осош нормаһын арттырып үтәгән батыр егет, Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителгән 23 йәшлек командир Александр Васильевич Иванов, Горький өлкәһенән Петр Андреевич Тюнин һәм яҡташыбыҙ, уҡсы-радист Иван Иванович Машков ингән. 1942 йылдың 30 декабрендә Кутаиси ҡалаһы (Грузия) аэродромынан 6-сы ДБАП бомбардировщигы - өс самолет осоп китә. Насар һауа шарттары булғанлыҡтан, ике самолет тейешле урынға барып етмәй, ә Машков ултырған өсөнсө самолет Ростов өлкәһенең Сальск ҡалаһына оса, фашистарҙың хәрби припастар тейәгән вагондары торған тимер юл селтәрен бомбаға тоторға кәрәк була. Ике мең метр бейеклектән бомба ташлайҙар. Бөтә ерҙе ут солғап ала. Ни бары бер самолет һәм өс летчик, Сальск тимер юлы узелын шартлатып, немец төркөмдәренең «Эдельвейс», «Дон», «А» армияларының хәрби тәьмин ителешен юҡҡа сығара. Бер дивизия башҡараһы эште бер экипаж атҡара. Оборона министрлығы архивында ул осош тураһында шундай мәғлүмәт һаҡлана: "Экипаж заданиенан әйләнеп ҡайтманы, сәбәптәре билдәле түгел...».

Һәләк булған көндө капитан Машков - Ҡыҙыл Байраҡ, Тюнин һәм Иванов Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына тәҡдим ителә.

Авиаһәләкәт шаһиты булған бер чабан был хаҡта Ҡабарҙы-Балкарҙың Эльбрус районы балалар-үҫмерҙәр туризмы үҙәгенә хәбәр итә. 50-се йылдарҙа самолет ватыҡтарын табырға тырышалар, әммә һөҙөмтә булмай. 1996 йылдың йәйендә Генштаб офицеры, Мәскәүҙә эҙәрмәндәр төркөмө активисы Юрий Борисович Желноваков альпинистар төркөмө менән Кюкюртлю боҙлоғон (бейеклеге 3600 метр) тикшерергә йүнәлә һәм һәләкәт урынын таба. Видеокамераны бинокль итеп файҙаланып, самолет ватыҡтарын, боҙолған моторҙы ҡарайҙар, бер тәрән соҡорҙа хәрби кейемле кеше кәүҙәһенең мумияға әйләнгән өлөштәрен күрәләр. Әммә башҡа бер ни ҙә эшләй алмайҙар, сөнки боҙлоҡта эшләү өсөн етәрлек дәрәжәлә йыһаздары булмай.

1997 йылдың йәйендә альпинистар һәләкәт урынына яҡын килә алалар. Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, тәрән упҡынға төшөргә кәрәк була. Боҙлоҡтоң теләһә ҡайһы минутта емерелеп төшөү хәүефе бар. Иван Машковтың бик күп документтарын, капитан погондары менән гимнастерка ҡалдыҡтарын, аҡсаларын, шлемын, портсигарын, “Иван-Дуся” тип яҙылған сигеүле ҡулъяулығын табалар. Самолет ҡалдыҡтары һәм һәләк булыусыларҙың һөйәктәрен бер урынға йыйып, мемориаль таҡта асалар. Был урын әле “Машков тарлауығы” тип йөрөтөлә.

Һәләк булған летчиктарҙы 1998 йылдың йәйендә ерләргә ниәтләйҙәр. Юрий Желноваков Оборона министрлығы архивына запрос ебәреп кенә ҡалмай, яугирҙарҙың туғандарын эҙләп табып, уларҙы Ҡабарҙы-Балҡарҙың Эльбрус районы Тырныауз ҡалаһына ерләү сараһына саҡыра. Иван Машков яғынан Кировоград өлкәһенән ғаиләһе менән улы Евгений, Башҡортостандан бер туған һеңлеһе Юлияның балалары Тамара һәм Павел Черновтар килә.

Ҡалдыҡтарҙы тауҙан алып төшөрөргә кәрәк була. Боҙлоҡҡа өс төркөм альпинист күтәрелә, әммә бер нәмә лә тапмайҙар. Боҙҙоң тиҙ иреүе арҡаһында, яңы ярыҡтар хасил була һәм ҡалдыҡтар бөтөнләй юғала. Альпинистар аптырауға ҡала, өс йыл буйы барған эштең һөҙөмтәһе юҡҡа сыҡҡан төҫлө тойола. Шулай ҙа эҙләргә ҡарар итәләр. Бөтә ҡалдыҡ-һөлдәләр 10 метр тәрәнлеккә төшөп киткән! Ярыҡтың өҫтөндә ҙур боҙ киҫәге эленеп тора, ул теләһә ниндәй ваҡытта килеп төшөргә мөмкин. Альпинистар, ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡалдыҡтарҙы боҙбвҡыстарға бәйләп, өҫкә сығаралар...

1998 йылдың 24 июлендә Тырныауз ҡалаһының үҙәк майҙаны халыҡ менән тулы була. Фотохәбәрселәр кешеләр араһынан көскә үтеп инә. Осоусыларҙы ерләүҙә урындағы хәрби частың сик һаҡсылары ҡатнаша. Күптәр күҙ йәштәрен тыя алмай.

...Ҡайраҡлы ауылында һуғышта ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған обелиск бар. Исемлектә теүәл 55 йыл юғалғандар иҫәбендә булған Иван Машковтың да фамилияһы яҙылған. Урындағы мәктәптә уҡытыусы Сидоровтар ярҙамында яҡташтары хөрмәтенә стенд ҡуйылған. Андриановка ауылында яугирҙың ҡатыны Василиса, улы Александр, ҡустылары Кирилл, Василий, һеңлеһе Юлия йәшәгән. Әле лә бында уның яҡын туғаны Александр Кириллович Машков йәшәй. Ә ошо урам Иван Машков исемен йөрөтә.

Аксен ауылында ғүмер итеүсе туғаны Юлия Никаноровна Машкова (уға 98 йәш) Ивандың йәш сағын яҡшы хәтерләй. Тағы ла бер туғаны Павел Петрович Чернов Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында йәшәй, тап уның ярҙамында беҙ летчиктарҙың батырлығы һәм альпинистарҙың ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәт белдек.

Галина ГЕРАСИМОВА.

Аксен ауылы.

Читайте нас: