Быйыл илебеҙ бөтә халыҡ байрамы – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Һуғыш. Ул һәр ғаиләгә ҡағыла, бөтә уй-хыялдарҙы, кеше яҙмыштарын селпәрәмә килтерә. Бөтә ил дошманға ҡаршы күтәрелә, ир-егеттәр һәм хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа фронтҡа китә. Был һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәй.
Бөгөн мин йәшләй генә һуғышҡа алынып, бар һынауҙарҙы үткән, ике тапҡыр яраланғандан һуң да иҫән ҡалып тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан, тыныс тормошта күп йылдар намыҫ менән тыуған еренә хеҙмәт иткән, ғаилә ҡороп, баһадирҙай улдар үҫтергән ҡарт олатайым тураһында һөйләргә теләйем.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан телевизорҙан күрһәтелгән һуғыш киноларын ҡараған, гәзит-журналдарҙан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайын ҡарт олатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән тип күҙ алдына килтерергә тырышам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны күреп белмәйем, ҡарт олатайым мин донъяға килгәнсе үк, 71 йәшендә вафат булған, әммә беҙ уның яҡты иҫтәлеген бөгөн дә онотмайбыҙ, йөрәгебеҙҙә мәңге һаҡлайбыҙ.
Ҡарт олатайым Ғималетдинов Алсынбай Ғәйнетдин улы 1925 йылда Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған. 1943 йылдың июлендә 18 йәшендә һуғышҡа алына. Башта ул Смоленск йүнәлешендәге һуғышта ҡатнаша. 1943 йылдың сентябрь айында, совет ғәскәрҙәренең уңышлы һөжүм итеүе арҡаһында, Смоленск ҡалаһы азат ителә. Алсынбай ҡартатайым үҙен Ҡыҙыл Армияның иң яҡшы һалдаттарының береһе итеп таныта. Ошо яуҙа ул ҡаты яралана һәм госпиталгә оҙатыла. Яралары уңалып бөтөр-бөтмәҫтән, Белоруссия фронтына күсерелә. 1944 йылдың ғинуар айында совет ғәскәрҙәре Мозырь һәм Калинковичиҙы азат итеп, “Озаричи” концлагеры тотҡондарын ҡотҡара.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Алсынбай ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлығы өсөн”, “Жуков” миҙалдары менән наградлана.
Һуғыштан һуң ҡартатайым ауылдашы - Майсур исемле ҡыҙға өйләнә. 36 йыл татыу ғүмер кисерәләр, 7 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн уларҙың 19 ейән-ейәнсәрҙәре, 27 бүлә-бүләсәләре бар.
Тормошта яҡты эҙ ҡалдырған, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фронтта ла, тылда ла хәленән килгәндең барыһын да эшләгән ҡарт олатайым Алсынбай Ғәйнетдин улы хаҡында күңелдәребеҙҙә матур генә хәтирәләр һаҡлана.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға бик күп йылдар үтһә лә, күңел яралары һаман уңалмай. Быуындар алмашынып тора, ҡәһәрле һуғыштың ауыр һынауҙарын үткәндәр ҙә бик аҙ ғына ҡалды.
Мин ҡарт олатайым менән сикһеҙ ғорурланам. Илебеҙҙе дошмандарҙан яҡлап, утлы яуға киткән һуғыш ветерандарын беҙ белергә, уларҙың ҡаһарманлығын онотмаҫҡа тейешбеҙ. Батыр яугирҙар тураһында иҫтәлек быуындан-быуынға күсеп, мәңгелек хәтергә әйләнһен ине.
Элина ҒИМАЛЕТДИНОВА,
Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы.