Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Герой иҫтәлегенә

Раевка ауылында Советтар Союзы Геройы Александр Павлович Фролов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы булды.

Ул беҙҙең яҡтарҙан алыҫта - Тамбов өлкәһенең Мичурин районы Заворонежское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуһа ла, яҙмышы Әлшәй яғы менән тығыҙ бәйле.
1945 йыл аҙағында Александр Фролов Новоконстантиновка ауылына, уҡытыусы ҡыҙ Мария Евтушенко янына килә, ул фронтҡа ебәргән посылка егеттең яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Оҙаҡ ваҡыт хат алышҡандан һуң улар осраша һәм гөрләтеп туй үткәрәләр. Бында Александр Павлович урындағы мәктәптә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара, үҙе Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала. Уны тамамлап, химия һәм биология дәрестәре уҡыта, үҙенең тыуған яғындағы кеүек еләк-емештәр үҫһен өсөн баҡса һәм аллея ултырта. Александр Павлович Ҡыҙыл игенселек совхозы секретары, Казанка мәктәбе директоры һәм уҡытыусы булып хеҙмәт һала, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайҙа ғына эшләһә лә, был тыйнаҡ, ихтирамлы кешене һәр кем үҙ итә.
1985 йылда Фроловтар ғаиләһе Раевкаға күсеп килә. Бында ла Александр Павлович йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ветерандар советына етәкселек итә.…
- Бөгөн беҙ Советтар Союзы Геройын, уға 99 йәш тулған булыр ине, иҫкә алыу өсөн ошо урамға, ул йәшәгән йортҡа килдек. Александр Фролов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Бындай геройҙарҙың исемдәрен киләсәк быуын белергә һәм иҫтә тоторға тейеш, - тип билдәләне тантаналы сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Д. Р. Мостафин.
1988 йылда мәктәп төҙөлә башлағас, бер йылдан ул сафҡа инә, пионерҙар дружинаһына кем исемен бирергә тигән һорау тыуа. Александр Павлович ризалығы менән, ул иҫән саҡта уҡ, дружина уның исемен йөрөтә башлай. Ул беҙҙә йыш ҡунаҡта булды, уҡыусылар менән осрашып, ҙур патриотик эш алып барҙы, тип һөйләне район Советы рәйесе, Раевка гимназияһы директоры С. Н. Колеганов. Мемориаль таҡтаташ асыу уңайынан А. П. Фроловтың ҡыҙы Любовь Александровна рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе:
- Мин бик шатмын, сөнки был ваҡиға беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ, матур киләсәгебеҙ өсөн башын һалған миллионлаған яугирҙарҙың иҫтәлеген берләштерә, - тине ул.
Александр Павловичтың хеҙмәттәше, Казанка мәктәбенең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Надежда Гончарова ла хәтирәләре менән уртаҡлашты.
...Бына Геройҙың йортона урынлаштырылған иҫтәлекле таҡтаташҡа ябылған туҡыма төшөрөлә. Тантанала ҡатнашыусылар сәскәләр һала. Ошо уҡ көндө Фролов исемендәге пионерҙар дружинаһы тантаналы рәүештә, яңы пионерҙарҙы үҙ сафына ала. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай...
Белешмә
1941 йылда А. П. Фролов пилоттарҙың Чугуев хәрби-авиация мәктәбен тамамлай.1942 йылдың сентябренән, сержант званиеһында хәрәкәт итеүсе армияла хеҙмәт итә башлай. Һуғышты 20 йәшендә 3-сө Украина фронтының 17-се армияһының 288-се авиадивизияһының 659-сы истребителдәр авиаполкы составында ҡаршылай. Тәүҙә летчик-истребитель, һуңынан звено командиры, эскадрилья командиры урынбаҫары була. Сталинград һәм Харьков, Запорожье һәм Днепропетровск, Николаев һәм Одесса эргәһендәге, Румыния һәм Болгария, Югославия һәм Венгрия, Чехославакия һәм Австрия күгендәге алыштарҙа ҡатнаша. Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Александр Невский ордендары, Алтын Йондоҙ миҙалы менән бүләкләнә.
Читайте нас: