Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәрби туғанлыҡҡа хөрмәт менән

Район үҙәгендәге паркта танкистарға арналған стела асылды.

Йәкшәмбе көндө Раевка ауылының ял паркында Батырҙар аллеяһында Ватаныбыҙҙан ситтә Германияла, Польшала, Венгрияла, Чехословакияла хеҙмәт иткән бөтә төр ғәскәрҙәр һәм төрлө быуын танкистары хөрмәтенә стела асыу тантанаһы уҙҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Р. Ғ. Ғөбәйҙуллин, район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин һәм Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмө ветераны В. Д. Акимовҡа алһыу таҫманы киҫеү хоҡуғы бирелә.
Стела – хәрби туғанлыҡ символы, әлшәйҙәрҙең киләсәк быуынға иҫтәлеге, нисек итеп Тыуған илеңде, халҡыңды һаҡларға кәрәклеге тураһында ветерандарҙың йәштәргә мөрәжәғәте ул, тип билдәләне Дамир Радик улы тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.
Чебоксар һәм Мәләүез ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар Г. В. Кошкин һәм Ф. А. Бикташевҡа ла һүҙ бирелде, улар гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреү эшендәге ҡаҙаныштары өсөн әүҙем әлшәйҙәргә миҙалдар, Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Салют залпы яңғырай. Бөтә төр ғәскәрҙәрҙең алты штандарты елдә елберҙәгән иҫтәлекле стелаға йәмәғәтселек вәкилдәре, “Хәрби туғанлыҡ” ветерандары, йәш гвардиясылар, район үҙәгендә йәшәүселәр сәскәләр һала. Социаль-мәҙәни үҙәк артистары Алик Ғәбделмәнов, Флүр Шәрипҡолов, Татьяна Жуковская хәрби йырҙар теҙмәһен башҡара. Офицер, запастағы подполковник Владимир Чибизовтың командаһы аҫтында сафҡа теҙелгән төркөм Байраҡ алып сыға. Сара аҙағында бөтә төр ғәскәрҙәр ветерандары иҫтәлеккә бергәләшеп фотоға төштө.
Читайте нас: