Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ордендар менән бүләкләнгән ҡыйыу яугир

Был фоторәсемдә минең атайым Сәғәҙәтов Шакир Сәйет улы, ул 1912 йылда Ыҫлаҡ ауылында тыуған.

Фото 1942 йылдың октябрендә Баку ҡалаһында госпиталдән сыҡҡан көндө төшөрөлгән.

Атайым Төньяҡ Кавказ өсөн барған һуғыштарҙың береһендә яраланып контузия алғандан һуң госпиталдә була. Был алыш уның өсөн беренсе һәм һуңғыһы ла булмай. Рядовой ҡыҙыл армиясы, миллионлаған йәштәштәре кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышындағы фронт тормошоноң һәм һалдат көнкүрешенең бөтә ауырлыҡтарын, яугир дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһын үҙ иңендә кисерә. Наградалар тураһында уйламай ул. Алыштан иҫән-имен сығыуың үҙе бер бүләк бит. Әммә атайымдың батырлыҡтары иғтибарһыҙ ҡалмай. Уның күкрәген ике Ватан һуғышы ордены, «Гвардия» билдәһе һәм миҙалдар биҙәй.

Атайымдың Польшала берт төркөм иптәштәре менән Висла йылғаһының ҡаршы яҡ ярында плацдарм биләгән беҙҙең һалдаттар менән өҙөлгән телефон элемтәһен ялғарға тигән заданиены үтәү өсөн нисек йылғаны кисеп сығыуы тураһында һөйләүе иҫтә ҡалған. Немецтар минометтарҙан һәм пулеметтарҙан ата, кәмә тирәләй миналар шартлай, пулялар һыҙғыра. Бер-бер артлы иптәштәре һәләк була, уларҙың кәүҙәләре Висланың боҙло һыуына бата. Сираттағы мина шартлағандан һуң кәмә ҡаплана. Бөтә төркөмдән бер генә кеше – арҡаһына телефон катушкаһы аҫҡан атайым ғына иҫән ҡала. Уның башында бер генә уй: катушканы ғына һыуға төшөрөп ебәрмәҫкә… Ярға етергә лә күп ҡалмаған кеүек. Әммә хәле лә бөтә башлай. Тонсоға-тонсоға ярға барып етә. Уны беҙҙең автоматсылар ҡаршы ала. Ул телефон катушкаһын төркөм командирына тапшырып, «Задание үтәлде», тип әйтергә генә өлгөрә һәм аңын юғалта... Был юлы ла атайым үлемде еңә.

Ул тормошто бик яратты, еңеү яулап ҡайтып, сабыйҙары Фәнил менән Фәриҙәне һәм, әлбиттә, яратҡан тормош иптәше Маһуриҙы ҡосағына алырға хыялланған. Атайымдың хыялы тормошҡа ашты.

Тырыш, эшсән атайым һуғыштан һуң ташсылар бригадаһына етәкселек итә, Шафран карьерында таш сығара, ҡиммәтле материалды артабан тимер юл буйлап бөтә Союз буйынса төрлө төҙөлөштәргә оҙаталар. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтен предприятие етәкселеге иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Беҙҙе, балаларын да ул шул уҡ рухта, хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләне. Ә һуғыштан һуң тағы алты бала – Фәниә, Зәмиә, Йәмилә, Мәрйәм, Рифҡәт һәм мин, төпсөктәре, тыуғанбыҙ.

Беҙҙең һөйөклө кешебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына тиклем йәшәне. Һәр йылды 9 Майҙа беҙ гардеробтан хәрби наградалар тағылған костюмын сығарып, уны иҫкә алабыҙ. Атайыбыҙ күптән арабыҙҙа юҡ инде, ә уға булған яҡты хистәребеҙ һаҡлана. Ордендар менән бүләкләнгән гвардиясы, еңеүсе, һигеҙ бала атаһына хөрмәт һәм уның менән сикһеҙ ғорурланыу хистәре.

Радик СӘҒӘҘӘТОВ,

Шафран ауылы.

Читайте нас: