Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Мин бер үҙем иҫән ҡалдым”

Иҫке Васильевка ауылынан олатайым, һоҡланғыс кеше, ҡыйыу йөрәкле фронтовик Сөләймәнов Мансур Миңлейәр улы тураһында һөйләргә теләйем.

Ул күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Барлыҡ йәштәштәре кеүек үк, бик иртә эшләй башлаған. Дүрт синыф тамамлағас, баҫыуҙа, урманда эшләгән, ата-әсәһенә йорт эштәрендә ярҙам иткән, һеңлеләрен ҡарашҡан. 1938 йылда уны армияға алалар. Ул саҡта Иҫке Васильевканан Владивостокка биш егет хеҙмәт итергә китә. Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға ла өлгөрмәйҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мансурҙы 274-се уҡсылар дивизияһының 965-се уҡсылар полкы составында пулеметсы итеп фронтҡа ебәрәләр.

Тиҙҙән Смоленск янындағы алышта ул яралана. Бәхеткә күрә, яраһы тәрән булмай һәм тиҙҙән курсант Сөләйманов йәнә яугирҙар сафына баҫа һәм Берлинға тиклем барып етә. Олатайым һөйләүенсә, ул Эльбада рус һәм Америка һалдаттары осрашыуының шаһиты була.

Бына уның һуғыш тураһында хәтирәләренең береһе:

“Был хәл Польшала булды. Алда – Висла йылғаһы. Бик матур йылға. Беҙҙе штабҡа саҡырып алдылар һәм уны кисергә бойороҡ бирҙеләр. Әммә һалдарҙы һыуға төшөрөү менән немец авиацияһы һөжүм итә башланы. Ләкин бойороҡто үтәргә кәрәк. Иптәштәрем менән йылға аша сыға башланыҡ. Бинокль аша ҡапма-ҡаршы ярҙа фашистарҙы күрҙем һәм “Максимка”нан ут астым. Бер үк ваҡытта беҙҙе һауанан “Юнкерс” бомбаға тота. Иптәштәрем һәләк булды, мин бер үҙем иҫән ҡалдым”.

Архив сығанаҡтарында (фронтовиктың карточкаһы www.pobeda1945.su сайтында) был турала бына нәмәләр яҙылған: “Фашистарҙың көслө артиллерия һәм миномет уты аҫтында Висла йылғаһын кискәндә Мансур Сөләйманов тапҡырлыҡ, тәүәккәллек һәм ҡыйыулыҡ күрһәтеп, батальонда беренселәрҙән булып йылғаның көнбайыш ярына сыға. 1944 йылдың 29 июленән 4 авгусына тиклем Висла йылғаһының көнбайыш ярында плацдармды нығытҡанда һәм киңәйткәндә үҙен Ҡыҙыл Армияның батыр яугиры итеп күрһәтеп, дошмандың күп һанлы контратакаларын кире ҡағыуҙа әүҙем ҡатнашты. Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүгә тәҡдим ителде, әммә Ленин ордены менән бүләкләнде”.

Ә быға тиклем олатайым ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнергә тәҡдим ителгән була. Беренсе тапҡыр ул был наградаға 1944 йылдың 19 июлендә Көнбайыш Буг йылғаһын кискәндә дошмандың ут нөктәһен юҡ иткән өсөн тәҡдим ителә. Икенсе тапҡыр теүәл ун көндән һуң иптәштәре менән Висланы беренсе булып киҫеп сыға һәм плацдармды күсереү һәм киңәйтеүгә ярҙам итеп, уҡсылар ротаһы менән бергә немецтарҙың күп һанлы атакаларын кире ҡаға. Алыш барышында яугирҙар менән оҫта командалыҡ итеп уларҙы рухландыра.

Олатайым Еңеүҙән һуң да 129-сы бүлек командиры булып хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1945 йылдың октябрендә генә әйләнеп ҡайта. Ауылда уны тормош иптәше Мәғзүрә генә түгел, атаһы армияға киткәс донъяға килгән һәм үҫеп бөткән ҡыҙы Нәзирә лә шатланып ҡаршы ала. Сөләймановтар ғаиләһендә тағы ике малай һәм ике ҡыҙ тыуа. Олатайым ғүмере буйына тыуған ауылында хеҙмәт һала, башта ферма мөдире, унан һуң хаҡлы ялға сыҡҡансы “Авангард” колхозы бригадиры була. 1985 йылдың 9 майында ул Еңеү көнөн һуңғы тапҡыр ҡаршылай.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡыйыу пулеметсы Сөләймәнов Мансур Миңлейәр улы шулай ук III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ленин ордендары менән бүләкләнә. Һуңғы наградаһын – Ленин орденын уға һуғыштан һуң күп йылдар үткәс, 1971 йылда Вильнюс эҙәрмәндәре тапшыра.

Мин олатайым менән сикһеҙ ғорурланам, уның бөтә батырлыҡтарын хәтеремдә тотам. Ерҙә тыныслыҡ һәм именлек булһын өсөн үҙ-үҙен аямай көрәшкән олатайымды бер ҡасан да онотмаясаҡмын.

Артур СӨЛӘЙМӘНОВ,

7-се синыф уҡыусыһы.

Иҫке Васильевка ауылы.

Читайте нас: