Йыл һайын республика ауыл-ҡалалары буйлап еңеүселәр быуынына рәхмәт белдереү йөҙөнән иҫтәлекле автойөрөш уҙа. Быйыл ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығына бағышланды.
Традиция буйынса сарала ҡатнашыусылар “Тыуған ил – Әсә” монументы янына йыйылды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Т. Солтанғолов, “Башҡортостан Республикаһы һауа-десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе М. Ш. Әҙиһәмов уларҙы ихлас сәләмләне. Марат Шәүкәт улы был патриотик акцияның мөһимлеген билдәләне, уның барышында республика халҡы хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осраша, автойүгереш ваҡытында үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша ала, тине.
Шулай уҡ Әлшәй һәм Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссариаты вәкиле Н. А. Вороновҡа, ветерандарҙың “Хәрби туғанлыҡ” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Б. Ф. Төхвәтуллинға ла һүҙ бирелде.
Автойөрөштә ҡатнашыусылар “Тыуған ил - Әсә” монументына һәм район үҙәгендәге һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары һәйкәленә сәскәләр һалды һәм һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Бергәләшеп фотоға төшкәндән һуң, сарала ҡатнашыусылар юлдарын артабан дауам итте.