Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

“Ил яҙмышын һәр ваҡыт яҡлар, халҡы менән гел бергә атлар”

Әсфәндиәр Солтангәрәевтың намыҫлы, итәғәтле кеше булыуы хаҡында ауылдаштары әле лә хөрмәт менән иҫкә ала

Көндәлек алып барыусылар яҙыусыларға ҡарағанда күп тапҡыр ҡыйыуыраҡ шәхестәр. Сөнки улар һәр ғәмәлдәре өсөн үҙҙәре яуап биреп, башҡа бер кемде лә йәлеп итмәй, үҙ күңелдәре менән һөйләшә, намыҫ төшөнсәһе аша үткәрә. Атайым Әсфәндиәр Мөхәмәтйәр улы Солтангәрәев 1942 йылдан 2009 йылға тиклем көндәлек алып барҙы, был арауыҡ эсендә бер ни тиклем туҡталып та торҙо. 2010 йылдың февралендә ул вафат булды… Ҡалын-ҡалын дәфтәрҙәр, ҙур форматтағы журналдар, хаттар, блокноттар… Бөгөнгө хикәйәтем тап шулар буйынса төҙөлдө.

“Хөрмәтле уҡыусы! Һеҙҙең алда 1945 йылдың июнендә тыуған яҡҡа ҡайтыр алдынан Дрезденда бирелгән китап-трофей. Ул ирекһеҙҙән «Хәтер Китабы» на әүерелде, сөнки Дрездендан Чойблсанға (Монголия) һәм кире Яңы Сәпәшкә (1945 йылдың ноябре) тиклем, һуғыш юлы уҙҙы. Был китапты изге китап кеүек һаҡлағыҙ". 2005 йылдың 31 мартында ҡул ҡуйылған. Атайымдың һуғыш тураһындағы хәтирәләре тыныс тормош ваҡиғалары, әсәйем Йәмилә Сабанчинаның яҙмалары, кешеләр, һауа торошо, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, легендалар, йырҙар, шәжәрәләр менән үрелеп бара.

«Бер ғаиләнән дүрт кеше немец оккупанттарына ҡаршы көрәштә ҡатнашты. Өҫтәүенә, икеһе - Шәймарҙан һәм Әсфәндиәр - фронтҡа үҙ теләге менән китте. Был осраҡ айырыуса һирәк күренеш, сөнки барыһы ла өйҙәренә Еңеү менән ҡайтты!» - тип яҙа ул. Эйе, был Хоҙайҙың беҙҙең ғаиләгә ебәргән яҙмыш бүләге – олатайым өс улы менән Еңеү яулап ҡайтты.

1942 йылдың авгусында алты бала атаһы, иң кесеһенә ике йәш тулған ғына була, 44 йәшлек Мөхәмәтйәр Солтангәрәев (1898-1983) фронтҡа алына. Ҡыҫҡа ваҡытлы әҙерлек үткәндән һуң, Сталинград фронтына ебәрелә. 1945 йылдың авгусына тиклем хеҙмәт итә. Минең олатайым – төҙ кәүҙәле, иҫ киткес сабыр, баҫалҡы кеше ине, һуғыш тураһында оҙаҡ һөйләй алманы, улдары ауыр ваҡиғалар тураһында хәтирәләргә бирелгәндә лә, тыңлап ҡына ултырҙы, күҙҙәренә йәш тула ине.

Уның эргәһендә һәр ваҡыт оло улы Шәймарҙан (1917-1991) була. Һуғыш башланғанда, 41-се йылдың июлендә, ул сәләмәтлеге торошо буйынса хеҙмәт армияһына алына, Свердловск ҡалаһының Уралмашзаводында эшләй, ә унан һуң үҙ теләге менән фронтҡа китә. Пулеметсы булып хеҙмәт итә. Шәймарҙан бабайым ысын баһадир була, буйы - ике метрлы, һөйләшеүе, зирәклеге хайран ҡалдыра, көслө тауышы менән шунда уҡ үҙенә арбай. Ул биш балаһы өсөн яҡшы атай, ҡустылары өсөн үрнәк булды.

Атайымдың ҡустыһы Дәүләтйәр (1924-2001) 1941йылдың ноябрендә фронтҡа китә, 1944 йылдың майында әйләнеп ҡайта. Пулеметсылар ротаһында хеҙмәт итә. Шул уҡ дивизияла ауылдаштары Тимербай Хәкимов, Сәйфетдин Әғзәмов, Хәйбулла Суфиянов, Ғәлиәхмәт Миңлеғолов та дошмандарға ҡаршы алыша. Дәүләтйәр ағайым Сталинград фронтында биш ай - июндән октябргә тиклем була. Аяғы ауыр яраланып, контузия алғандан һуң, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауалана. Инвалидлыҡ бирелеү сәбәпле, 1944 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, унда военрук һәм география уҡытыусыһы булып эшләй. Дәүләтйәр ағайҙың уйсан ҡарашы һәм бер аҙ алға эйелеп, сатанлап йөрөүе хәтеремдә ҡалған. Ул да Сталинград тураһында аҙ һөйләне, ә һөйләй башлаһа, йөрәге ауырта ине. Тормош иптәше Ғәйшә еңгә менән алты бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Атайым һәр ваҡыт туған йәнле булыуы менән һоҡландыра ине, ғәҙәттә туғандарын, нәҫелен хөрмәт иткәндәрҙе шулай атайҙар. Беҙҙе, биш баланы ла үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Бер нисә дәфтәре шәжәрәләр, туғанлыҡ ептәре бәйләнешен ентекле аңлатыуға арналған. Бер туғандары (уларҙың икеһе йәше буйынса һуғышта булмаған) уны тыңлай, буйһона, ҡайһы саҡта «әй, бармаҡһыҙ, әле гармунда ла уйнарға тырышаһыңмы », тип шаярта ла ине. Уның уң һәм һул ҡулында ла икешәр бармағы юҡ ине. Күнекмәләр ваҡытында хәрби гранатаны зарарһыҙландырғанда ул уның ҡулында шартлай. Был хәл 1941 йылдың 15 мартында була. Армияла хеҙмәт итеү өсөн яраҡһыҙ тип табылған III төркөм инвалиды госпиталдән һуң, 1941 йылдың 15 июнендә, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, ә 22 июндә һуғыш башлана...

1942 йылдың яҙында атайым үҙ теләге менән фронтҡа китә. Алыштарҙың береһендә уң күҙе яралана. Курск дуғаһындағы алыштарҙа, Украина, Молдавия, Румыния, Венгрия, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Карловы Варыҙан алыҫ түгел Карловице ҡалаһында ҡаршылай. Хәтирәләре менән бүлешкәндә йыш ҡына: «Мин ошо аяҡтарымда Европаның яртыһын йәйәүләп уҙҙым» тип ҡабатлай ине. Фронтта алған яралары уны ғүмере буйы ғазапланы. Тыныс тормоштағы хеҙмәт фронтындағы көсөргәнешле ваҡиғалар, халыҡ алдында сығыш яһауҙар ваҡытында колхоз рәйесе булып эшләгәндә лә, яу ҡырында алған яралары, ҡәһәрле һуғыш тураһында хәтирәләтеп торҙо.

«Беҙҙе, йәнәһе, өйгә ҡайтарып ебәреү өсөн вагондарға тейәнеләр. Әммә беҙҙең армия Монголиялағы япон империалистарын тар-мар итеү өсөн көнсығышҡа ебәрелде... III Байкал аръяғы фронты составында мин 1200 саҡрымлыҡ Хинган походында ҡатнаштым. Минең өсөн һуғыш 1945 йылдың 2 сентябрендә генә тамамланды».

Уның икһеҙ-сикһеҙ юлдарҙағы төнгө хәрәкәт итеүҙәре тураһындағы хикәйәттәре халыҡ йырҙары менән үрелеп бара ине. Ямғыр аҫтында, “атай-олатайҙар аяғы баҫмаған” төнгө урмандарҙа, хәрби походтар уның күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Бындай минуттарҙа ла уны йыр ҡотҡара... Оҙон юлдар, тауҙар һәм һаҙлыҡтар аша үткәндә, йәш Әсфәндиәр тормош, тыныслыҡ, кәләше Йәмиләгә булған һөйөүе тураһында уйлай. Алыштар, шартлауҙар тураһында нәфрәт менән бәйән итә, һөйгәненә яҙған хаттарында нисек хеҙмәт итеүе, сәләмәтлеге тураһында ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтә, әммә һөйөүе тураһында айырым бер наҙ менән яҙа.

Йәмилә менән Әсфәндиәр, ысынлап та, матур пар була. Ата-әсәйем 47 йыл татыу ғүмер кисереп, биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һуғыштан һуң атайым мәктәп директоры булып эшләй, ситтән тороп Силәбе педагогия институтын тамамлай, 16 йылға яҡын Салауат Юлаев исемендәге колхоз рәйесе була. Колхоз рәйесе булыу уның өсөн тыныс тормошта үҙ-үҙен аямаған көрәш фронтына тиң була. Артта ҡалған хужалыҡҡа идара итеү өсөн партия бойороғон үтәп, оло яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һәм өс йыл эсендә колхозды алдынғылар рәтенә сығара. Районда тәүгеләрҙән булып ул Тыуған ил азатлығы өсөн һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә обелиск астыра. Был көн минең әле лә күҙ алдымда, тантанаға килгән ветерандарҙы бөгөн дә хәтерләйем – сал сәстәрен ел туҙҙырған, баштарын аҫҡа эйгән ветерандар, тулҡынландырғыс сығыштар... Ә мәҙәниәт һарайын төҙөгәндә уның шатлығынан түбәһе күккә тейҙе! Мине тәүге художество етәксеһе итеп тәғәйенләгәс, “Ҡыҙым, ҡара уны, һынатма!” - тип дәртләндерә ине.

Әсфәндиәр Солтангәрәевтың намыҫлы, итәғәтле кеше булыуы хаҡында ауылдаштары әле лә хөрмәт менән иҫкә ала. Колхоз рәйесе ғәҙеллек үрнәге булды, дөйөм халыҡ, колхоз әйберенең бер бөртөгөн дә үҙенә алмай һәм башҡаларға ла рөхсәт итмәй ине. Ал-ял белмәй көнө-төнө тырышып хеҙмәт һалды.

2009 йылдың 9 майы уның өсөн һуңғы Еңеү көнө булды. Әсфәндиәр Солтангәрәев ҡыйыу яугир, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе, намыҫлы коммунист ине. Уның васыяты менән ҡәберендәге гранит ташҡа ошондай һүҙҙәр яҙылған: “Фронтташ дуҫтарым, балалар, ауылдаштар! Мине онотмағыҙ. Хоҙай ҡушыуы буйынса изге ғәмәлдәр ҡылырға тырыштым. Белемле булығыҙ, күп уҡығыҙ, тырышығыҙ, Тыуған илгә, халыҡҡа хеҙмәт итегеҙ!”.

Ул “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Будапешты алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында батыр хеҙмәт өсөн” өсөн миҙалдары, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән, колхоз рәйесе булып эшләгән осорҙа «Почет Билдәһе» ордены, «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн»миҙалы менән бүләкләнә.

Бөтә көндәлектәре араһынан мин айырыуса һуғыш тураһындағы яҙмаларҙы алырға тырыштым. Бик күп мәғлүмәт ауылдаштары тарихы, шәжәрәләр, репрессия һәм реабилитация, уҡытыусылыҡ эшенә, колхоз тормошона арналған. Ветерандар советы рәйесе булып 15 йыл эшләү дәүерендә (1993-2008) киләсәк быуындар өсөн баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫ ҡалдырҙы ул. Уның яҙмаларында Яңы Сәпәш ауылының бөтә тарихы сағыла. Атайымдың зирәклеге, тормош фәлсәфәһе, фекер һәм аҡыл тәрәнлеге һоҡландыра. Яңы Сәпәш ауылы мәҙәниәт йортонда Әсфәндиәр Солтангәрәев исемендәге музей асыу Ватаныбыҙҙың лайыҡлы улы иҫтәлегенә изге хөрмәт билдәһе булыр ине. Әсфәндиәр Мөхәмәтйәр улы беҙгә ысын мәғәнәһендә бай тарих ҡалдырҙы, беҙ уны дауам итергә тейешбеҙ...

Яңы Сәпәш ауылының Әсфәндиәр, Мөхәмәтйәр, Шәймарҙан, Дәүләтйәр кеүек аҫыл ир-егеттәре һәм бик күп башҡа данлыҡлы ул һәм ҡыҙҙарылай, киләсәктә лә телен, намыҫын, ерен, азатлығын юғалтмаясаҡ лайыҡлы һәм көслө яңы быуын тормош юлы буйлап алға барасаҡ. Шундай ир-азаматтар менән тормош ағасы ныҡлы булыр, туғанлыҡ ептәре лә өҙөлмәҫ, бер ниндәй заман елдәренә һәм дауылдарына ла бирешмәҫ!

Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА,

филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Читайте нас: