Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡаһарман яугирҙар иҫтәлегенә

“Тыуған ил – Әсә” монументы алдында - хәтер шәмдәре.

Раевка ауылында бөгөн, 22 июндә таңғы сәғәт дүрттә “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһы ветерандары, шулай уҡ ирекмәндәр һәм активист йәш гвардиясылар утлы яуҙа һәләк булған ҡаһарман яугирҙар иҫтәлегенә “Тыуған ил – Әсә” монументы алдында хәтер шәмдәре яндырҙы, тип хәбәр итә беҙгә район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.

Быйыл Хәтер һәм ҡайғы көнө 79-сы тапҡыр үтә. Тап ошо көндө 1941 йылдың йәйендә беҙҙең ил тарихындағы иң ҡурҡыныс, миллионлаған кешенең ғүмерен ҡыйған үлемесле һуғыш башлана.

Был көндө бөтөн ил буйынса хәтер саралары үҙасаҡ, дәүләт флагтары төшөрөләсәк, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә, бөтә ҡала һәм ауылдарҙа Билдәһеҙ һалдат һәйкәлдәренә, Мәңгелек уттарға, обелисктарға сәскәләр һалынасаҡ.

Читайте нас: