Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө

Һәр Еңеүҙе бергә ҡаршылай улКүл буйында ҡайын төбөндә.Ҡуш ҡайындың күптән береһе юҡ,Ә һөйгәне йөрәк түрендә. (Гөлшат ШАРАПОВА)

Тыныс йоҡлай ҡала-ауылдар.

Тик күл буйында, ҡуш ҡайын төбөндә

Шым ғына серләшә матур пар.

Киләсәктә матур тормош ҡороп,

Табыу ине бик күп балалар.

Баҫыу ҡырҙарында тырышып эшләп,

Һалыу ине бик матур йорттар.

Һуғыш, һуғыш. Селпәрәмә килде уйҙар.

Мылтыҡ алды егет ҡулына.

Ант итте ул дошмандарҙы еңеп,

Ҡайтырға тип тыуған яғына.

Аяманы йәнен, егет ҡыйыу барҙы,

Ә уйында һәр саҡ һөйгәне.

Күҙ алдына килде киләсәге,

Һөйгәненең ҡарап көлгәне.

Ләкин бер көн ҡаты алышта,

«Ура» тиеп алға барғанда,

Аямайса дошман пуляһы

Тишеп үтте егет күкрәген.

Ә һөйгәне тылда тирен түкте,

Төндәрен ул ойоҡ бәйләне.

Бөтәһе лә фронт өсөн тип,

Татлы йоҡолар ҙа күрмәне.

Һәм, ниһайәт, килде ул көн - Еңеү!

Ир-егеттәр ҡайта һуғыштан.

Береһе ҡулһыҙ, береһенең аяҡ юҡ,

Ләкин шатлыҡ: ул иҫән ҡайтҡан.

Ҡыҙ ҙа килде ҡулдарына сәскә тотоп,

Ҡаршы алырға тип һөйгәнен.

Күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торҙо ул

Һәр бер эшелондың үткәнен.

Бик күп йылдар үтте, ә ҡыҙ көтә

Һөйгәненең яуҙан ҡайтыуын.

Сәстәренә күптән сал төшһә лә,

Белһә лә шул уның ҡайтмауын.

Һәр Еңеүҙе бергә ҡаршылай ул

Күл буйында ҡайын төбөндә.

Ҡуш ҡайындың күптән береһе юҡ,

Ә һөйгәне йөрәк түрендә.

Гөлшат ШАРАПОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Балғажы ауылы.

Читайте нас: