Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыу яугир, ҡурҡыу белмәҫ танкист

79 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә, кешелек тарихындағы иң ҡот осҡос һәм аяуһыҙ һуғыш бер ғаиләне лә ситләп үтмәне, илебеҙҙә йәшәүсе һәр кемгә оло ҡайғы алып килде.

1418 көн һәм төн дауам итте бөтә донъяны ялмап алған утлы яу. Тыуған илебеҙ миллионлаған ул һәм ҡыҙҙарын юғалтты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронттан иҫән-һау ҡайтҡан яугирҙар сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Ветерандар һиҙҙермәйенсә генә арабыҙҙан китә. Минең яратҡан ҡарт олатайым Башаров Барый Ғаязетдин улы ла бөгөн эргәбеҙҙә юҡ инде.

Никифар ауыл Советынан 315 кеше фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхете бик аҙҙарға ғына насип була, ни бары 91 яугир иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Шуларҙың береһе - минең ҡарт олатайым. Ул 1924 йылда Никифар ауылында донъяға килгән. Һуғыш башланғас, ун һигеҙе лә тулмаған егет Тыуған илен һаҡларға китә. Тик 1946 йылда ғына утлы яуҙан әйләнеп ҡайта ул.

Башта олатайым танкистар мәктәбендә уҡый, артабан совет ғәскәрҙәре составында көнбайышҡа табан юл ала. Польшала Люблин ҡалаһы эргәһендә уларҙың танкына снаряд эләгә. Ҡаты яраланған Барый иптәштәре менән дөрләп янған танк эсенән көскә сығып өлгөрә. Аңына килгәс, кеҫәһендәге гранатаны алырға теләй. Әммә ҡулдары тыңламай, аяҡтары хәрәкәтләнмәй. Бәхеткә күрә, беҙҙең һалдаттар уны табып ала һәм госпиталгә оҙата. Ә командирынан ауылға танкист Башаровтың Польша ерендә батырҙарса һәләк булыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” килә. Ул ваҡытта ауыл Советында ҡарт олатайымдың һеңлеһе Әсмәбикә эшләгән була, ул туғандарына был ҡайғылы хәбәрҙе бер нисек тә әйтә алмай...

Ҡарт олатайым Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, Варшавала алыша. Бөйөк Еңеүҙе Польшала ҡаршылай. Башынан үткәндәрҙе һөйләгәндә тулҡынланыуҙан уның күҙҙәренә йәш тула ине. Үҙәккә үтерлек ваҡиғалар тураһында тыңлағанда ла, мәктәп сәхнәһендә уның һеңлеһе Әсмәбикә ролен уйнағанда мин дә күҙ йәштәремде тыя алмай инем. Мәктәптә беҙ ҡарт олатайымдың тормош юлын сәхнәләштерҙек, бик тетрәндергес тамаша булды ул. Ҡыйыу һалдат Барый ролен Сыңғыҙ Хәсәнов бик оҫта башҡарҙы.

Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ҡарт олатайым Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, Жуков миҙалдары һәм башҡа бик күп юбилей наградаларына лайыҡ булған. Һуғыштан һуң ул үҙенең һөйгәнен осратып, 37 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерәләр. Ирле-ҡатынлы Башаровтар лайыҡлы тормош юлы үтә, намыҫ менән хеҙмәт һалалар, йорт төҙөп инәләр, ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн беҙ, уның ейән-ейәнсәрҙәре, Никифар ауылының ҡыйыу яугиры, ҡурҡыу белмәҫ танкист Барый Ғаязетдин улы Башаровтың яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.

Арина ӘЛИМҒОЛОВА,

Никифар мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы.

Читайте нас: