Башҡортостан Республикаһы Хәтер һәм ҡайғы көнөнә ҡарата үткәрелгән “Бөйөк илдең бөйөк киноһы” милли акцияһында ҡатнаша.
22 июндә – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә баш ҡала һәм ҡунаҡтар өсөн “Мир” сауҙа үҙәге туҡталҡаһының өсөнсө кимәлендә автокинотеатр булдырыла.
Тамашасылар иғтибарына Сергей Бондарчуктың “Кеше яҙмышы” нәфис фильмы һәм “Ябай мөһим һүҙҙәр. Кеше яҙмышы” документаль фильмы тәҡдим ителәсәк, унда һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған шағирҙарҙың шиғырҙары яңғыраясаҡ. Акция 21.30 сәғәттә башлана.
Фронтовиктар тарафынан төшөрөлгән фильмдар бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки улар һуғышты үҙ күҙе менән күргән шаһиттарҙың кисерештәрен асып бирә. Был авторҙарҙың һуғышҡа һәм кеше ғүмере кеүек ҡиммәттәргә үҙ ҡарашы бар һәм улар беҙҙең күңелгә лә нисектер башҡасараҡ үтеп инә.
Акция былтыр башланды һәм йыл һайын үткәреләсәк тип билдәләнде. Уның барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм шаһиттар тарафынан төшөрөлгән бер фильм күрһәтелә. Һәр фильм – совет халҡының Бөйөк Еңеүҙе ниндәй хаҡ менән яулауын, тыныс тормош хаҡына күпме ҡорбан бирелеүе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләгән баһалап бөткөһөҙ оло мираҫ ул.
Фото: pbs.twimg.com