Ул Ҡыҙыл Юл ауылында донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ҡыҙға ни бары алты йәш тулған була. Атаһы һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә, әсәләре өс бала менән тороп ҡала. Санияға бик иртә ауыр эшкә егелергә тура килә. Кесе йәшенән үк колхозда эшләй башлай, тиҫтерҙәре менән ашлыҡ һуғырға йөрөй. Ул йылдарҙа бөтә эш ҡул менән башҡарыла, шуға ла хатта бәләкәй балалар һәм үҫмерҙәрҙе эшкә йәлеп итәләр. Үгеҙҙәр һәм аттар егеп, ер һөрәләр, йәйен бесән әҙерләйҙәр, ураҡ уралар, үләндәр, еләк-емеш йыялар. Уларҙы колхозда эш бөткәс, башҡа ауылдарға ла ебәрәләр.
Атаһынан бер ниндәй ҙә хәбәр булмай, ғаиләһе уның ҡайҙа эләгеүе, хатта иҫәнме-түгелме икәнлеген дә белмәй... Һуғыш тамамланғандан һуң, атайҙарының иҫән-һау ҡайтыуына өмөт өҙөлдө тигәндә, Рәхимйән ҡайтып инә. 1943 йылдан ул ике йыл тотҡонда була. 1945 йылда ғына тотҡондарҙы, улар иҫәбендә Рәхимйән дә була, совет ғәскәрҙәре азат итә. Ул Бөйөк Еңеүҙән һуң бер йыл үткәс кенә туғандары янына әйләнеп ҡайта. Атайым бер ваҡытта ла һуғыш, немецтарҙа тотҡонда булған йылдары тураһында һөйләмәне, әммә йәшле күҙҙәрен һөртөп, ярай әле барыһы ла артта ҡалды, тип әйтә торғайны, тип иҫкә ала Сания инәй.
Тыуған яғына ҡайтҡас Рәхимйән колхозда эшләй. Йылдар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, балаларын ас-яланғас итмәгән ҡатынына рәхмәт әйтеп бөтә алмай ул. Һуғыштан һуң ғаиләлә тағы өс бала донъяға килә. Улар бик татыу ғүмер кисерә. 1971 йылда яугир вафат була.
Ул ваҡытта ҡыҙы Сания Алдар ауылының эшһөйәр һәм тырыш егете Ҡасим менән ғаилә ҡорған була. Сәғитовтар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Икеһе лә колхозда хеҙмәт һала, Ҡасим – бригадир, ә Сания хисапсы булып эшләй.
Сания инәйгә күп ҡайғылар кисерергә тура килә. Тормош иптәше күптән вафат инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике улын һәм ике ҡыҙын да юғалта. Бөгөн Сания инәй яңғыҙ йәшәй. Өйөндә һәр ваҡыт тәртип, бөхтәлек. Балалары, ейәндәре йыш ҡайтып, ярҙам итеп тора. Үҙҙәренә йәшәргә саҡыралар, әммә Сания инәй әлегә ризалашмай, йәшлек йылдары уҙған Алдар ауылын, иркен йортон ҡалдырып киткеһе килмәй. Яҙмышы тураһында һөйләгәндә Сания инәй күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Тормоштоң бәләкәй генә шатлыҡтарын да күрә белеп, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәгән быуын вәкиле ул.
Гөлшат ШӘРӘПОВА.
Балғажы ауылы.