Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Розалина Мортазина – халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата төрлө ижади конкурстар ойошторолдо, унда районыбыҙ уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты.

Пионерҙар йорто педагогы Мәжит Шакир улы Миңлебаевтың иҫ киткес матур эштәренә ҡарап беҙ күп тапҡырҙар һоҡландыҡ, уның тураһында “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитендә лә мәҡәләләр баҫтырҙыҡ. Хәҙер уның тәрбиәләнеүсеһе, “Архитектуралы макетлау һәм дизайн” берекмәһендә шөғөлләнеүсеһе Розалина Мортазина “Еңеү салюты-2020” халыҡ-ара сәнғәт конкурсында 11 йәштән 12 йәшкә тиклемге категорияла “Блокадалы Ленинградта” номинацияһында еңеүсе булды.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Читайте нас: