-3 °С
Болотло
165 яугирға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Түбән Әүрез халҡы ҡаһарман яҡташтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл эшсәндәре һәм һуғыш осоро балалары иҫтәлегенә ауылдарында һәйкәл асты. Билдәле яҡташтары, төҙөүсе, тыуған ауылы өсөн бик күп изге эштәр атҡарған Таһир Ахуновтың башланғысын ауыл халҡы ғына түгел, Ғәмбәрис Ахунов, Альберт Зарипов, Фәрит Хәйбрахманов, ағалы-ҡустылы Илгиз һәм Хәлил Шәриповтар, Рим Ғәлимуллин, Рафиҡ Ихсанов, Йәүҙәт Сафин, Рәмзис Арыҫланов, Рәфил Шаһапов, шулай уҡ "Агрокоопинвест" йәмғиәте етәксеһе Илдар Мөхәмәтйәнов һәм башҡа яҡташтары ла хуплап ҡаршы алған.