Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Иҙрис ауылы яугирҙары иҫтәлегенә

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына районыбыҙҙың бер юлы өс ауылында һәйкәлдәр асылды.

Иҙрис ауылынан 145 ир-егет утлы яуға киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың 68-е һуғыш яланында ятып ҡалған, 77-һе иҫән-имен әйләнеп ҡайтып, тыуған ерендә тырышып хеҙмәт һалған. Һуғыш геройҙарының исемдәрен уларҙың ейәндәре һәм бүләләре мәңгеләштерҙе. Стела төҙөүҙә, әйткәндәй, был изге эште эшҡыуар Нияз Алтынғужин ойошторған һәм матди ярҙам күрһәткән, ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашҡан. Яҡташтары ла ситтә ҡалмаған. Пермдән Рауил Сәхибгәрәев, район эшҡыуарҙары Рим Исламов, Илнур Юлаев ҙур ярҙам күрһәткән. Таҡтаташҡа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарынан тыш, шулай уҡ Иҙрис ауылынан локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ун ир-егеттең исем-шәрифтәре лә яҙылған.

Читайте нас: