Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнөндә Раевка ауылында герой-әлшәйҙәргә бюст асылды.

“Тыуған ил - Әсә” монументында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында батырлыҡ күрһәткән данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙың бюстары ҡуйылды.

Туғыҙ Советтар Союзы Геройы: Бикеев Солтан Хәмит улы, Булатов Хоҙат Сәлимйән улы, Гайдым Иван Яковлевич, Копейкин Игорь Валентинович, Никонов Алексей Васильевич, Овчаров Степан Семенович, Рабовалюк Михаил Иванович, Фролов Александр Павлович, Щербаков Павел Федорович. Дан орденының тулы кавалеры Абдрахманов Хәниф Хажиғәли улы.

Был көндө, 9 Майҙа, батырҙар аллеяһында халыҡ аҙ ине. Коронавирус тормошобоҙға бик күп үҙгәрештәр индерҙе, ҙур күләмле саралар, шулай уҡ “Үлемһеҙ полк” һәм байрам парады, кисектерелде. “Әммә Еңеү көнө - беҙҙең күңелдәребеҙҙә, мәңгелек ут – йөрәктәребеҙҙә. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын онотмайбыҙ, һәм ғорурланабыҙ, ветерандар алдында баш эйәбеҙ, һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Ә парад мотлаҡ буласаҡ...” – тине район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин.

Мәңгелек утҡа, геройҙарҙың бюсына тантаналы сарала ҡатнашыусылар сәскәләр һалды. Бер минут тын тороп, һәләк булғандарҙы иҫкә алғандан һуң салют тауыштары яңғыраны.

...Совет майҙанындағы “Үлемһеҙ полк" баннеры эргәһенән үткән һәр кем унда туҡтап китә. Кемдер бында үҙенең атаһы, олатаһы, ҡарт олатаһы менән осрашырға килә, һүҙһеҙ генә улар менән серләшә. Илебеҙгә 75-се Еңеү яҙы килде. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлеген һаҡлап, Мәңгелек уттар ҡабынған.

Һуғышта ҡатнашҡан алты яугирға - Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙуллинға, Зәғифә Миниғәли ҡыҙы Ғәзизоваға, Василий Алексеевич Кривошапкоға, Павел Яковлевич Никитинға, Миннәт Зиннәт улы Уйылдановҡа, Мотаҡим Миниәхмәт улы Яхинға был байрам көндө социаль-мәҙәни үҙәк артистары, һәр ветерандың йорто алдында концерт программаһы менән сығыш яһап, уларға илебеҙҙәге тыныс тормош өсөн барлыҡ әлшәйҙәр исеменән йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Ирина ВЛАДИМИРОВА.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзит нәшер ителгәндә, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны В. А. Кривошапконың вафат булыуы тураһында билдәле булды. Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Читайте нас: