Сәскә ултырттылар

Еңеү көнө алдынан Раевка ауылының Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогтары изге эштә ҡатнашты

Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙуллиндың йорто ихатаһына сәскәләр ултыртты.
- Беҙҙең бурыс – изоляциялағы ветерандарыбыҙҙы һаҡлау, байрамса кәйеф тыуҙырыу. Уларға хөрмәт йөҙөнән йорт биләмәләрен төҙөкләндереүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Тәҙрәләрҙән ҡарап, йәшеллекте, тәбиғәттең уяныуын күреп шатланһындар, әйҙә, ветерандар, - ти акцияла ҡатнашыусы педагогтар.
Читайте нас