Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл!

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә, Бер битеңдә — моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус пандемияһына бәйле, илебеҙ өсөн бөйөк байрам, һәр ғаилә өсөн изге Еңеү көнөн беҙ быйыл митингта, “Үлемһеҙ полк” сафында йөрөп билдәләмәйәсәкбеҙ. Әммә бының менән бөйөк Еңеүҙең әһәмиәте юғалмаясаҡ. 9 Май һәр ғаиләлә Еңеү өсөн фронтта һәм тылда көрәшкән яҡындарыбыҙҙы, һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә аласаҡбыҙ, ветерандарҙы ҡотлаясаҡбыҙ. Ә Еңеү парады һәм “Үлемһеҙ полк” маршы дәүләт башлығы Владимир Путин белдереүенсә, быйылғы Хәтер һәм дан йылында, мотлаҡ буласаҡ. Әммә һуңыраҡ.

Читайте нас: