Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Хоҙай биргән яҙмыш бүләге”

Һәр кеше, олоғая барған һайын тормош юлындағы төрлө ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрөп, хәтирәләргә сума. Мин дә һеҙгә бер хеҙмәт кенәгәһенең тарихы һәм уға бәйле иҫтәлектәр хаҡында бәйән итергә булдым.

Эш өҫтәлендә ятҡан иҫке хеҙмәт кенәгәһен асып, “Юлдашева Бикә Ғайнулла ҡыҙы, 1918 йылда тыуған, һөнәре – уҡытыусы” тигән юлдарҙы уҡыным һәм күңелемде аңлатып бөтөрә алмаҫлыҡ йылы хистәр биләп алды…
Ул ваҡыттарҙан һуң күп йылдар уҙҙы, илебеҙ, районыбыҙ тормошонда булып үткән үҙгәрештәр һәр кемгә мәғлүм. Минең тәүге уҡытыусым – Юлдашева Бикә Ғайнулла ҡыҙы ла ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны. Беҙ, беренсе синыф уҡыусылары, талапсан да, ғәҙел дә мөғәллимәне бик яраттыҡ һәм хөрмәт иттек. Дәрестәрҙән һуң уҡытыусылар менән осрашҡан ваҡыттарҙа баш кейемен һалып иҫәнләшә торғайныҡ.
Бикә Ғайнулла ҡыҙы 1918 йылдың 24 мартында Яңы Сәпәш ауылында ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Урындағы мәктәптең 7-се синыфынан һуң, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. 1939 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгесте ул ваҡытта Әлшәй районына ҡараған Мәкәш башланғыс мәктәбе мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңыраҡ үҙ эшендә ҙур тәжрибә туплаған һәләтле ҡыҙ белемен камиллаштырыу маҡсатында уҡытыусылар институтын тамамлай.

Бикә Ғайнулла ҡыҙы уҡытыусы булып эшләгән 40 йыл арауығында илебеҙҙең мәғариф өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр булып уҙа: бөтә ерҙә наҙанлыҡты, халыҡтың түбән культураһын бөтөрөү эше башлана. Уға ололар ҙа, йәштәр ҙә ҙур теләк менән ҡушыла. Мәҫәлән, минең 40 йәшлек әсәйем дә бәләкәй бала менән мәктәпкә йөрөгән, уны йәш уҡытыусы Бикә Ғайнулла ҡыҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәткән. Мин Балғажы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе коллективына етәкселек иткән йылдарҙа ул ун йылға яҡын башланғыс синыф уҡыусыларына белем һәм тәрбиә бирҙе. Уның уҡыусылары дүртенсе һәм артабанғы синыфтарҙа тәрән һәм төплө белемгә эйә булыуҙарын күрһәтте. Улар һуңынан яҡшы белгестәр һәм алдынғы етәкселәр булып китте, һоҡланғыс ғаиләләр ҡорҙо.

Уҡытыусымдың тормош иптәше, һуғыш ветераны Мохатов Ғәли Мөхәмәҙиәр улы тураһында ла әйтеп үткем килә. Һуғышта батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән, һуңыраҡ l дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителгән ҡыйыу офицер, батальон командирын Балғажы, Алдар һәм Бәләкәй Балғажы ауылдары халҡы хөрмәт итеп “комбат” тип йөрөттө.

Күп һанлы уҡыусыларының береһе – Яңы Сәпәш ауылынан Йәмилә Вилданова (ул да хәҙер арабыҙҙа юҡ инде) үҙенең хатында талантлы уҡытыусы Бикә Ғайнулла ҡыҙы тураһында бына нимәләр яҙа: “Беҙҙең яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыбыҙ Бикә апа! Һеҙ, ауылыбыҙҙың тәүге уҡытыусыһы булараҡ, бөтә балаларға төплө белем һәм лайыҡлы тәрбиә бирҙегеҙ. Һеҙ ауылдың иң беренсе культура йондоҙо булдығыҙ. Уҡытҡан ваҡытығыҙҙа беҙҙе, нисәмә ҡыҙҙы, белем алыуға өндәүсе, әйҙәп барыусы һеҙ инегеҙ. Йырларға ла, бейергә лә Һеҙ өйрәттегеҙ. Һеҙ клубта иң беренсе булып, иҫ киткес матур, килешле хәрәкәттәр менән бейергә төшә инегеҙ һәм бик күп көй-йырҙар белә инегеҙ. Һуҡыр лампа яҡтыһында спектаклдәр ҡуйыуҙы ойоштороусы ла Һеҙ инегеҙ. Уларҙа төп ролдәрҙе башҡара инегеҙ, иҫ киткес матур, моңло инегеҙ бит Һеҙ, Бикә апа!”

Төпсөк ҡыҙы Роза ла әсәһе тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты: “Әсәйем 40 йылдан ашыу ғүмерен мәктәпкә арнаны. Балалар һәм ата-әсәләр уны бик ихтирам итте. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ата-әсәләр үтенесе буйынса эшләүен дауам итте.

- 1941 йылда Аҡҡолай башланғыс мәктәбе мөдире булып эшләгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ауылдың бөтә ир-егеттәре тәүге көндәрҙән үк фронтҡа китте. Үҫтерелгән уңышты йыйып алыу өсөн, мәктәпте бикләп, уҡытыусылар һәм уҡыусылар дәррәү баҫыуға сыҡты. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ололар ҙа, балалар ҙа ал-ял белмә, бөтә көсөн һалып эшләне, - тип хәтерләр ине ул.

Һуғыш йылдарындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн әсәйем “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Беҙ уның башҡа бик күп наградаларын һәм Маҡтау грамоталарын да ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.

Ул элекке уҡыусыларынан хаттар һәм ҡотлау открыткалары ала торғайны. Улар әсәйем эргәһенә кәңәш һорап та килә ине һәм һәр ваҡыт: “Беҙгә төплө белем биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ бит Хоҙай биргән яҙмыш бүләге”, - ти торғайны.

Әсәйем 89 йәшендә рамаҙан айында вафат булды. Ҡәҙерлебеҙҙе иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ. Ғәзизебеҙҙең һәр һүҙен, яратып йырлаған йырҙарын, тамашасылар сәхнәгә ҡабат-ҡабат сығарып башҡарған дәртле бейеүҙәрен, беҙгә өйрәткән изге доғаларын бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Уның тураһындағы яҡты иҫтәлек уҡыусылары хәтерендә лә мәңге һаҡланыр.

Сәлим АҪЫЛГӘРӘЕВ.

Раевка ауылы.

Читайте нас: