Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был йырымды Һеҙгә бағышлайым

Был йырымды Һеҙгә бағышлайым: Бөйөк Еңеүгә тип атлағандар, Ләкин ҡайтмағандар!

Был йырымды Һеҙгә бағышлайым:
Бөйөк Еңеүгә тип атлағандар,
Ләкин ҡайтмағандар!
Ҡайтмағандар, сөнки Тыуған илде
Ғүмерҙәрен биреп һаҡлағандар.

Был йырымды мин һеҙгә арнайым:
Тәндәрендә
Мина ярсыҡтары йөрөткәндәр.
Тыуған тупһаларҙан - Берлинғаса
Ҡойондарҙа ҡойоноп юл үткәндәр.

Был йырымды һеҙгә бағышлайым:
Хәбәрһеҙ юғалған улын көткән,
Һуңғы һулышҡаса өмөт иткән,
Ҙур йөрәкле, сал сәсле инәйҙәр.
Ирҙәренә һыйынып йәшәр саҡта
Һыйыр егеп ер һөргән еңгәйҙәр.

Йырымды мин бағышлайым тағы,
Ун ете йәшендә,Свердлауҙа,
Әсәйемдәй торф киҫкәндәргә,
Атайымдай ябай һалдаттарға -
Яраланған, ләкин Еңеүгәсә
Ауыр, утлы юлдар үткәндәргә...

Бағышлауҙар аша, йырҙар аша
Тағата шул хәтер ебен күңел:
Ул көндәрҙе, юҡ, ҡайтарғы килмәй,
Һәм онотоуы ла мөмкин түгел.
Етмеш биш йәшлек олпат Еңеү көнөн
Ҙурлап байрам итә илем бөгөн!
Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Яңы Сәпәш ауылы.

Читайте нас: