Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмышында – ил тарихы

Бәләкәй генә Сурай ауылынан 189 ир-егет фронтҡа киткән. 190-сыһы ҡара күҙле һылыу Зәғифә Ғайсина була.

Ҡан ҡойғос ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан, бөгөн иһә иртән уянып, зәңгәр күккә ҡарап шатланыуҙың ниндәй ҙур бәхет икәнлеген яҡшы белгән 96 йәшлек Зәғифә инәй Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын беҙҙең менән бергә ҡаршылай.

Зәғифәне тормош артыҡ иркәләмәй, шуға ҡарамаҫтан, алсаҡ, ихлас күңелле, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫә. Йәшләй генә атайһыҙ ҡалғас, уның яҡты иҫтәлеген һаҡлап, атаһының эшен дауам итеү хыялы менән яна. Дим йылғаһы ярында ҙур баҡса яһап, ҡыяр, помидор, хатта баллы ҡауын һәм ҡарбуз үҫтерергә хыяллана. Кескәй ҡыҙға әсәһе, ике апаһы, өс ағаһы ла ҙур өмөттәр бағлай. Шуға ла уның Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инеүен бөтә ғаилә хуплай. Ә Зәғифә "бына техникум тамамлаясаҡмын, институтҡа уҡырға инеп, агроном буласаҡмын" тип уҡыуҙың беренсе көндәрендә үк киләсәккә пландар ҡора. Әммә хыялдары тормошҡа ашырға насип булмай.

Һуғыш. Уның тураһында хәбәрҙе ҡыҙ беренсе курсты тамамлап, каникулда булғанда ишетә. Уҡыу тураһында оноторға тура килә. Бөтә ил һәм уның миллионлаған халҡы кеүек, Зәғифә өсөн дә ауыр йылдар башлана. Ағайҙары бер-бер артлы фронтҡа китә, апайҙарының – үҙ тормошо, әсәһе менән Зәғифә генә ҡала. Ең һыҙғанып туған колхозында эшләй башлай. Ҡасандыр ир-аттар башҡарған бөтә эш ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр иңенә төшә, ашлыҡ сәсәләр, ер һөрәләр, уңыш йыялар. Зәғифәне һәм уның әхирәте Шәмсиәне, комсомол булараҡ, иң ҡатмарлы участкаларға ебәрәләр. Иртәнән кискә тиклем эшләһәләр ҙә, кистәрен клубҡа йыйылып, концерттар ойошторалар.

Колхоздағы эш күп көстө ала, әммә алда тағы ла ҡырыҫыраҡ һынауҙар көткән икән. Зәғифәне лә, һуҡыр әсәһе бар тип тормай, тиҫтерҙәре менән Свердловск өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был иҡтисадтың стратегик йүнәлеше булып тора. Торф эшкәртеүселәр ҙә "Ватанға - торф!», "Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!» лозунгылары аҫтында эшләй. Ҡыҙҙар тубыҡтан һаҙлыҡҡа батып, кәйлә һәм көрәктәр менән ил өсөн яғыулыҡ сығара. Әммә ауыр шарттарҙан, аслы-туҡлы тормоштан, хәлһеҙлектән дә бигерәк тыуған яҡтарына йәйәүләп ҡайтырға сыҡҡан ун һигеҙ Әлшәй ҡыҙының юлда күргән михнәттәре, күбеһенең ауырып вафат булып ҡалыуы аяныс. Ун биш көн буйы көҙгө һалҡында, йүнле кейемһеҙ, һыуһыҙ һәм тәғәм ризыҡһыҙ юл үткән ҡыҙҙарҙың күбеһе тыуған яҡтарына ҡайтып етә алмаған…

Күпме генә йылдар үтһә лә, был хәтирәләр Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙының күңелендә һәр ваҡыт һаҡлана. 1943 йылда ағаһы Сәһәрйәрҙең үлеме тураһында “ҡара ҡағыҙ” алғас, һөйөклө ағаһының үлеме өсөн үс алырға фронтҡа китеүе тураһында һуҡырайған әсәһенә илап хәбәр итеүен дә яҡшы хәтерләй ул. Иртәгәһен инде Зәғифә үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорап, комсомол райкомы секретары ҡаршыһында баҫып торған була. Ул ваҡытта бригадир булып эшләгән ҡыйыу, грамоталы, маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙҙы ебәргеләре килмәй, әлбиттә, ундай кешеләр тылда ла кәрәк була. Әммә Зәғифә үҙ һүҙендә тора.

Фронтҡа юл шулай башлана. Икенсе көндө ул Дәүләкән ҡалаһының авиация-разведка мәктәбе курсанттары араһында була.

- Ни өсөн тура фронтҡа түгел? Мин уҡып бөткәнсе, ә курстар ете ай дауам итте, һуғыш тамамланып, ағайым өсөн үс ала алмаясаҡмын тип ҡурҡтым, - ти ветеран йәшлеген иҫкә алып.

Авиамәктәптә ете ай уҡыу ҙа үтеп китә, ҡыҙҙарҙы унда фотолаборант һөнәренән тыш, атырға, парашюттан һикерергә, машина йөрөтөргә өйрәтәләр. Сурай һылыуы I Украина фронтының һауа армияһында разведка-авиация полкы фотолаборанты булып хеҙмәтен башлай. Разведчик-самолеттар дошмандың оборонаһын аэрофотоға төшөрәләр, Зәғифә һәм уның әхирәттәре пленкаларҙан фотоһүрәттәр сығара. Әгәр самолет кире әйләнеп ҡайтмаһа, уның урынына икенсеһен ебәрәләр. Һуғышта юғалтыуҙарһыҙ булмай шул.

1945 йылдың Еңеү майы ла етә. Әммә командование Львов ҡалаһында урынлашҡан авиаразведка полкын өйҙәренә тиҙ генә ҡайтарып ебәрмәй. Ниндәйҙер бәхетле осраҡмы, әллә инде яҙмышмы, шунда милиционер булып хеҙмәт иткән Ибрай егете Тимербай Ғәзизовты ла демобилизацияларға ашыҡмайҙар. Күктә йондоҙҙар шулай осрашҡандыр, күрәһең, күрше ауылдарҙа ғына йәшәгән ҡыҙ менән егет тыуған яҡтарында түгел, тап бына ошо алыҫ ерҙәрҙә бер-береһен осратып, ҡауышалар.

Ғәзизовтар һуғыштан һуң Ибрай ауылында йәшәй, тыныс тормошта намыҫ менән хеҙмәт һалалар, биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Еңеүселәр нәҫелен дауам итеүсе яңы быуын - Ғайсиндар һәм Ғәзизовтар бөгөн дә ҡаһарман яугирҙәр иҫтәлегенә тап төшөрмәй, уларҙың данлы эштәрен лайыҡлы дауам итә.

Читайте нас: