Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рух ныҡлығы йәшәргә көс биргән

Минең өләсәйем Миниғәлимә Миниғужа ҡыҙы Юнысова 1926 йылда Һарыш ауылында заманына күрә бай, хәлле ғаиләлә донъяға килгән.

Һуғыш... Күпме кешенең ғүмерен өҙгән, күпме сабыйҙы етем иткән. Ул көндәр хәтирәһе һәр кемдең күңелендә, йөрәгендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Яу яланында һуғышҡан батырҙарға ла, тыл эшсәндәренә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Минең өләсәйем Миниғәлимә Миниғужа ҡыҙы Юнысова 1926 йылда Һарыш ауылында заманына күрә бай, хәлле ғаиләлә донъяға килгән. Ата-әсәһе бик тырыш, эшһөйәр кешеләр булған. Ләкин өләсәйемә дүрт йәш тулғанда тормоштары селпәрәмә килә - мал-тыуарҙарын, йорт ҡураларын тартып алып, “кулак” мөһөрө тағып, Миниғужа Юнысовты ғаиләһе менән Себер яҡтарына оҙаталар. Береһенән-береһе бәләкәй биш бала менән һөргөнгә ебәрелгән ғаиләнең ниндәй михнәттәр кисереп, ниндәй һынауҙар үтеүен күҙ алдына килтереүе лә ауыр.
Нисәмә йылдар һөргөндә булғандан һуң, ниһайәт, тыуған яҡтарына ҡайталар. Ике-өс йыл Туймазыла йәшәйҙәр, ошонда әсәйҙәре Мәрхәбә вафат була. Ҡарт олатайым биш балаһы менән ҡышҡы һалҡында, ас-яланғас килеш, йәйәүләп Һарыш ауылына ҡайтып етә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Миниғужа Юнысов һәм уның өс улы фронтҡа китә.
- Ауылда бары тик ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар һәм балалар ғына тороп ҡалдыҡ. Ул йылдарҙа халыҡ "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!" лозунгы аҫтында йәшәне. Хеҙмәт юлын бик иртә башларға тура килде. Көнө буйы баҫыу утау, ураҡ менән иген урыу, бесән әҙерләү кеүек эштәр башҡарҙыҡ. Эшсе ҡулдар етешмәгәс, иген шул килеш эҫкерткә һалынып, ҡышҡа ингәс, һуғып алына ине. Тағы ла фронтҡа бейәләй, ойоҡ, янсыҡ, һәм башҡа әйберҙәр йыйып, посылка ебәрә торғайныҡ.
Тиҙҙән беҙҙе, 14-15 йәшлек балаларҙы, тауар ташыусы поезға тейәп, Свердловскиға торф сығарырға ебәрҙеләр. Эш ауыр булды. Торфты киҫәкләп-киҫәкләп сығарабыҙ ҙа, штабелдәргә өйәбеҙ. Арып-талып ҡайтып йығылабыҙ һыуыҡ барактарға. Өҫкә кейергә кейем юҡ, аяҡтарҙа ҙур кирза итектәр. Ике йыл тирәһе йөрөгәндән һуң ауылға ҡайттыҡ. 1943 йылда Куйбышевҡа тимер юлын төҙәтергә алып киттеләр. Бер йыл ғүмерем шунда үтте. 1944 йылдың яҙында Ленинградҡа ебәрҙеләр, унда ҡаланы блокаданан һуң таҙартырға кәрәк ине. Көнө-төнө эшләһәк тә, рухыбыҙҙы төшөрмәнек, Еңеүгә ышанысыбыҙ ҙур булды, - тип хәтерләр ине өләсәйем.
43-сө йылда Миниғужа олатайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә, әммә яҡындары быға ышанмай, өмөттәрен өҙмәй көтәләр. Һәм, ысынлап та, Еңеүҙән һуң бер йыл үткәс, яугир имен-аман ауылға ҡайтып төшә. Бәхеткә күрә, өләсәйемдең ағайҙары ла һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Һуғыштан һуң Миниғәлимә колхозда һарыҡ ҡарай. 1946 йылда фронтовик егет Шәрифйән Хөснөтдиновҡа кейәүгә сығып, Ҡунҡаҫ ауылына килен булып төшә. Олатайым менән бик татыу йәшәнеләр, матур итеп донъя ҡорҙолар, колхозда ла тырышып хеҙмәт һалдылар, ете балаға яҡшы тәрбиә биреп оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Тырыш хеҙмәте өсөн өләсәйем "1941 -1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн", "Хеҙмәт ветераны", “Әсәлек даны” миҙалдары, бихисап Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Миниғәлимә өләсәйем дә, Шәрифйән олатайым да арабыҙҙа юҡ инде. Ватан яҙмышы өсөн йәнен бирергә әҙер тороуҙың бер үрнәге булып йәшәне улар.
Лидия ШАФИҠОВА.
Раевка ауылы.
Читайте нас: