Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы...

Керчь ҡайтҡас инде беҙҙең ауылда байрам кеүек бик ҙур йыйын булды. Тирә-яҡтан атты күрергә ифрат күп халыҡ йыйылды

АҘАҒЫ. Мәҡәләнең башы - https://alsh-vesti-b.rbsmi

Керчтың яу юлдарын күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Һуғыштан ҡайтҡан берҙән-бер ат дивизия өсөн йөрәге янған бер кемде лә битараф ҡалдырмай, әлбиттә. Билдәле шағир Ҡадир Даян да атты махсус барып күрә, гәзиткә яҙып сыға. Ул гүйә Керчь менән "һөйләшә", уның уйҙарын яҙып ала: "Аҡ бәкәлле ҡара айғыр атланған гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов Шпрее йылғаһын кискән саҡта һикереп төшөп атының эйәрен бушатты. Беҙҙең башҡорт аттары был йылғаның тәмен белә, бына тағы ат эсерәбеҙ, тип уйлай майор. Ә йотлоғоп һыу эскән Керчь башҡорт яугирҙары тарихын белмәй, әлбиттә. Ләкин ул бына нисәмә йыл һуғыш ҡырҙарын үтте. Брянск, Воронеж өлкәләре артта ҡалды, тәрән ҡарлы, әсе елле Дон далалары үтелде. Керчь ниндәй генә юлдарҙан, ниндәй генә ҡыр-урмандарҙан сапманы! Белоруссия урмандары, Польша дошмандан таҙартылды, инде Германия ерҙәре башланды. Дивизия Еңеү таңын Бранденбург янында ҡаршыланы. Ҡыуаныстан илашҡан кавалеристар, аттарын ҡосаҡлап: "Беҙ еңдек! Һуғыш бөттө! Башҡортостанға ҡайтабыҙ! Ниҙәр генә күрмәнек беҙ һеҙҙең менән, малҡайҙар!" - тип ҡысҡырышҡанда Керчь һәм башҡа аттар, күңеле тулғандай, тынып ҡалды. Эйе, Керчь күпте күрҙе. Ике тапҡыр ҡаты яраланды. Ауыр оҙон юлдарҙа ныҡ ябыҡты. Һалдат ни күрһә, аттар ҙа шуны күрҙе. Керчтың хужаһы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов дүрт тапҡыр орден, өс мәртәбә миҙал менән наградланды. Бәлки, үҙен нисәмә тапҡыр ут эсенән имен алып сыҡҡан ваҡыттарҙа майор атын кире Башҡортостанға алып ҡайтырға үҙ-үҙенә ҡат-ҡат ант иткәндер..."
Илсеғол ҡарттарының береһе Ғәйнулла Ниғмәтуллин һуғыштан ҡайтҡас колхозда бухгалтер булып эшләй. Бына уның хәтирәләре: "1945 йылдың ноябрь айында беҙгә райкомдан хәбәр килде: һеҙҙең атығыҙ иҫән икән, ҡайтаралар икән, майор Фәттәхов алып ҡайтҡан икән, тинеләр. Ошо уңай менән халыҡты йыйҙылар. Колхозсылар бер тауыштан, Керчты ҡайтарырға, тигән ҡарар сығарҙы. Шунан атлы дивизияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Солтан Илекәйев менән Мәжит Рәхмәтуллинды Өфөгә ебәрҙек. Улар Керчты алып ҡайтты. Керчь ҡайтҡас инде беҙҙең ауылда байрам кеүек бик ҙур йыйын булды. Тирә-яҡтан атты күрергә ифрат күп халыҡ йыйылды..."
Һуғыш тамамланғас, дивизияның аттары төрлө яҡҡа таратыла башлай, иң аҙаҡҡы 40 000 атты көньяҡ Украинаға һәм Кавказға оҙаталар. Шулай, Башҡортостанға яугир аттар кире ҡайтарылмай. Улар менән айырылышыу кавалеристар өсөн иң ауыры була. Аттарының муйынына аҫылынып, ҡысҡырышып илаша егеттәр, малҡайҙарҙың да күҙҙәренән сөбөрҙәп йәштәре ҡойола, ләкин бойороҡ... ни хәл итәһең. Был турала яугирҙар һөйләргә яратмай...
Ә майор Фәттәхов һүҙендә тора, дивизияла хеҙмәт иткән шанлы "Илсеғол ҡарттары" ла уға ныҡлап әйтеп ҡуя шул: "Теләһәң нишлә, майор, ләкин атты алып ҡайтабыҙ! Ҡара уны, майор, башың менән яуап бирәһең! Керчһыҙ ҡайтһаң, Башҡортостанда урын юҡ һиңә!" Үткер егет була майор. Иң төптәге тауар вагонына йәшереп алып ҡайта Керчты. Кем менән, нисек килешкәндер, уныһын ул ғына белә. "Большевик"тар ҙа уны "буш итмәй": колхоз умарталығынан бер тәпән бал, һимеҙ тәкә һуйып, күстәнәс килтерәләр. Аҙаҡ майор үҙе бер-нисә мәртәбә Илсеғолға, Керчҡа (!) ҡунаҡҡа килеп китә, яугир юлдашының хәлен белешеп тора. "Керчь, һин минең ҡотҡарыусым", тип тә ҡат-ҡат әйтә ул. Атҡа күстәнәсен - бер ҡап шәкәрен ҡалдыра. Солтан Илекәйев хәтирәләренән: "Атты тимер юл менән алып ҡайттыҡ, вагон Аксен станцияһына етәрәк малҡай сыҙамай тулай башланы бит. Таң беленеп килгән саҡ. Вагондан атылып, уҡталып һикереп төштө! Ышанмаған кеүек, тып-тып итеп баҫып ҡарай тыуған ергә! Башын сайҡап, алыҫ офоҡта күгәреп беленеп торған Нарыҫтау һыртына ҡарай, үҙе ғыршылдап йыш-йыш тын ала, шунан гөрһөлдәтеп кешнәп ебәрҙе! Аяҡтары менән ерҙе сапсып түҙмәй, шул яҡҡа ынтылды!.."
Гүйә уны һуғышҡа тиклемге тыныс бәхетле туғайҙар, көләс яғымлы йырсы кешеләр көтөп тора! Һағынған була малҡай, өҙөлөп һағынған була тыуған яҡтарҙы! Артабан ул ауыл яғына табан йомолоп саба, биш саҡрым етәрәк бер туҡтауһыҙ кешнәй, тауыш бирә! Шулай кешнәй-кешнәй ауылға килеп инә ул, һәр ҡапҡаға тиерлек боролоп ынтылып ҡарай... Дивизиялағы бөтә аттар ҙа хыялланғандыр ошолайтып иҫән-имен тыуған Урал буйына ҡайтыу хаҡында...
Уҡытыусы-ветеран Закуан Төхфәтуллин хәтирәләренән: "Керчь ауылға килеп инеү менән яңғыратып кешнәп ебәрҙе, тип һөйләй торғайнылар. Атты бала-саға, барса халыҡ иҫтәре китеп уратып алған. Ат шул тиклем матур ине шул: көмөш йүгәнле, бейек ҡупшы эйәрле. Уның һуғыштан ҡайтыуы бик ҙур ваҡиға булды - атҡа ҡарап үҙебеҙҙең атай-ағайҙарҙың данлы фронт юлын иҫкә алабыҙ, күҙ алдына килтерәбеҙ, һағыштарыбыҙ баҫылғандай була... Был ат беҙгә ҡәһәрле яуҙы, атлы дивизияның ауыр яҙмышын хәтерләтеп торор булды. Иртә таңдан йәки киске эңерҙә уның гөрһөлдәтеп кешнәгән тауышы һаман да иҫтә. Алыҫ-алыҫҡа яңғырап китә ине уның кешнәүе... Ауыл халҡы Керчты шул хәтле яратты, уға һоҡланып, уның менән йыуанып йәшәне..."
Һуғыштан ҡайтҡан атты байтаҡ йылдар колхоздың ат ҡараусыһы Хәбибулла Йосопов үҙ йортонда аҫрай, бик тәрбиәләп ҡарай. Хәбибулла Йосоповтың Керчь менән бергә төшкөн фотоһын әлеге көндә Октябрьский ҡалаһында йәшәгән улы Фәрүәз Йосопов ҡәҙерләп һаҡлай.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, яуҙан ҡайтҡан Керчты ҡараусыларҙың береһе Фәйзулла Ғүмәров хәтирәләре: "1947 йылдар ине... Һуғыштан һуң тәүге һабантуй үткәрелде. Район үҙәге янында халыҡ йыйылды. Бөгөнгө көн кеүек хәтеремдә, фронттан ҡайтҡан эмблемалы йүгәнде кейҙереп, муйынына ҡыҙыл тағып, Керчты һабантуйҙың уртаһына ҡуйҙылар. Уны һабантуйға барған бер кем дә күрмәй ҡалмағандыр, моғайын. Әбей-һәбей ситтән илашып ҡарап тора. Ә һуғышта булғандар, айырыуса кавалерист булып йөрөгәндәр, килеп атты һөйөп-ҡосаҡлап, ялын-йүгәнен тотоп ҡарап, һыйпап, янында илашып-илап киткәндәре әле лә күҙ алдымда. Бынан һуң байтаҡ йылдар әле Керчь һабантуйҙарҙа ҡатнашты. Йыл һайын халыҡ көтөп торор ине, быйыл да Керчь буламы, алып киләләрме, Керчь ҡатнашамы икән, тип һөйләшеүҙәрҙе, көтөүҙәрҙе ишетергә тура килә ине... "
Бына ошондай иҫтәлектәр йәшәй Керчь тураһында. Керчь нисәнсе йылға хәтле йәшәй һуң? 1959 йылда колхоздың ит тапшырыу планы буйынса яугир атты Приют ҡасабаһына ит заводына оҙаталар. Аяҡтары ауырта айғырҙың, кәре киткән була. Ләкин уға бысаҡ һалырға бер кешенең дә ҡулы бармай. Бер нисә ай завод территорияһында уны-быны ташып ваҡ эштә йөрөй, аҙаҡ шунда ағаслыҡта утлап, йылғанан төшөп һыу эсеп йөрөй. Көскә атлап йөрөй башлағас, уны бикләп ҡуялар... Илсеғол халҡы был хаҡта һөйләй алмай, улар күҙҙәрен йәшерә, һәм һәр кем үҙен ғәйепле тоя. Атты ауылда ҡалдыра алмағандары өсөн улар һаман да үкенә. Ләкин заманалар шулай ине, бойороҡтар үтәлергә тейеш ине...

ШУЛАЙ ИТЕП...
Был көндәрҙә Илсеғол халҡы бер уй-хыял менән йәшәй - ауыл уртаһындағы паркта данлы яугир атҡа - Керчҡа һәйкәл ҡуйыу. Ул һәйкәл яуҙа ятып ҡалған бөтә ауылдаштарҙың, Керчтың һәм һуғыш яландарында ҡалған "Большевик" колхозы аттарының ғына түгел, ғөмүмән, бөтә Башҡорт атлы дивизияһында ҡатнашҡан яугирҙарҙың һәм аттарҙың символик образы, уларға ҡарата ихтирам һәм иҫтәлек билдәһе булыуын теләй илсеғолдар. 1985 йылда улар Керчҡа һәйкәл ҡуйыуҙы юллап, Башҡортостан Министрҙар Советына, Рәссамдар союзына хаттар яҙған була. Ул осорҙа эшләгән райком етәксеһе Хәбир Хәләф улы Мусин ҡултамғаһы менән яҙылған хатты минең үҙемә лә күрергә тура килгәйне. Скульптор Лобанов бик ҡыҙығып эшкә тотона, Илсеғолға барып, буласаҡ һәйкәл өсөн урын да ҡарап йөрөй, ләкин уйламаған бер ҡаршылыҡ килеп сыға: скульптор Керчтың һынын ауыл уртаһындағы паркта ҡалҡыу урында ҡуйырға теләй, ә унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштар исемлеге менән мәрмәр стела тора. Стеланы ситкә күсереү, һәйкәлде уртаға ҡуйыу буйынса килешә алмайҙар, имеш, һәм Лобанов ҡул һелтәп Өфөгә ҡайтып китә...
Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең етмеш биш йыллығына әҙерләнгән мәлдә, Илсеғол йәштәре йәнә күтәрҙе был һорауҙы: "Әйҙәгеҙ һуң, Башҡорт атлы дивизияһының иҫән-имен илгә ҡайтарылған аты - Керчҡа һәйкәл ҡуяйыҡ! Республика Башлығының грантын юллайыҡ, рәссам-скульптор табайыҡ һәм Керчты тағы ҡайтарайыҡ! Ат кәрәк бит беҙгә, яугир ат кәрәк! Уның ҡото беҙгә кире ҡайтырға тейеш!"
Миәкә районы Илсеғол ауылы Дим буйында. Ауылға яҡын ғына тау итәгенән урғылған шифалы Изге шишмә һыуын эсергә, күркәм мәсетендә намаҙ уҡырға мөмкин. Нарыҫтауҙа Алтын Урҙа дәүере батырҙары Иҙеүкәй менән Мораҙым хәтирәләрен һаҡлаған зыяратты, башҡорттарға мең ярым йылдар элек үк Ислам дине тәриҡәтен таратҡан сәхәбәләр хөрмәтенә төҙөлгән тажлы ҡорамды күрергә төрлө яҡтан халыҡ ағыла. Башҡорт атлы дивизияһын данға күмгән аттарға, һуғыштан тыуған ергә ҡайта алған Керчь ҡушаматлы ғәзиз яугир атҡа һәйкәл дә ҡуйылһа, боронғо Илсеғол ауылы йәнә күтәрелеп ҡалыр ине - милли ғорурлыҡ булырҙай был ваҡиға беҙҙең башҡорт халҡы тарихында балҡып тора бит.

Сәрүәр СУРИНА.

"Киске Өфө" гәзитенән.

Конь по кличке Керчь, рысак орловской породы из с. Ильсегул Миякинского района Башкортостана был отправлен на фронт в составе 112-й (16-й) Башкирской кавалерийской дивизии. Керчь - единственный конь, которого После победы башкирские воины смогли вернуть на родину, в Башкортостан. Фильм 1986г.
Читайте нас: