Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир- егеткәй менән ат башы...

Яугир ат…Ул Илсеғол ауылынан һуғышҡа алынып Германия ерҙәренә тиклем барып етеп, ауылға кире әйләнеп ҡайтҡан.Маңлайында ап-аҡ йондоҙ, ғорур күтәрелгән баш, оҙон муйын, бейек кәүҙә, оҙон, төҙ аяҡтар, киң күкрәк, шыма тояҡ- бына ниндәй булған ул Керчь.Һуғыш башланған йылды Ҡырғыҙ -Миәкә һабантуйында беренселекте алған.

Нарыҫтау һыртында йылҡы өйөрөн күҙәтеү һәм уларҙы хәстәрләп аҫраған кешеләр менән тәүге танышыу бынан утыҙ биш йыл әүәл булғайны. Мин баш ҡалала, Өфөлә үк Дим буйындағы иң сая халыҡлы, иң ат йәнле ауыл, тип ишетеп килгәйнем улар тураһында, ошо ҡалҡыулыҡтар буйлап аттарҙа сабып йөрөгән "Илсеғол ҡарттары" тураһында ла белә инем: "...Улар борон-борондан тирә-яҡты айҡап, аҫаба ерҙәрен сит-яттарҙан һаҡлап көнөнә әллә нисә урар булған был һырттарҙы. Легендар Илсеғол ҡарттары үҙҙәре оҙон буйлы, итектәре оҙон ҡуныслы, биштән үргән оҙон сыбыртҡылы булған, аттары ҡарсығалай осҡор булған..." Әйҙәгеҙ, 1985 йылдағы осрашыу хәтирәләренә ҡайтып, был тарихтарҙы һөйләгән Илсеғол кешеләрен яңынан тыңлайыҡ.


...Тымыҡ Димде һыулап ултырған ауылдарҙың береһе Илсеғол Миәкә районы сигендә урынлашҡан. Был ауылдан һуғышҡа киткән 367 кешенең 167-һе кире әйләнеп ҡайтмаған. Ауыл уртаһындағы обелиск уларҙың исемдәрен теҙеп һанай, иҫән ҡайтҡандарҙың исем-фамилиялары ла айырым ташҡа ырып теркәлгән - ил белһен, онотмаһын ил өсөн яу сапҡан аҙаматтарҙы. Мәрмәр ташҡа уйылған исемдәр араһында Башҡорт атлы дивизияһында ҡатнашҡан ир-егеттәр ҙә күп: Шәкир менән Рәхмәт Шәриповтар, Ғәли Ғайсин, Шәрәп Әхмәтов, Шәрәп Әхмәтгәрәев, Хажиәхмәт Фазләхмәтов, Низам Шәйхетдинов, Сәлим Мөхәмәтйәнов, Солтан Илекәйев... Әйткәндәй, дивизия командиры генерал Шайморатовтың Сәлим Мөхәмәтйәнов тураһында әйткән һүҙе бөтә ғәскәр өсөн девиз була: "Иң ҡыйыу, иң батыр йөрәкле боец ул Мөхәмәтйәнов", - тигән ти, ул. Бындай хәбәрҙе дивизия командиры юҡҡа әйтмәҫ. Командирҙың шәхси ат йөрөтөүсеһе - коневоды булған Мөхәмәтйәнов һуғыштың ниндәй генә ҡатмарлы һәм ҡурҡыныс ваҡытында ла ике-өс атын етәкләп, генералдың артынан ҡалмай оҙатып йөрөгән, уға һәм башҡа етәкселәргә запас аттары әҙер булған...

Эйе, ир-егеттәр генә түгел, аттар ҙа утҡа инә. Илсеғолдан ғына, бер ауылдан (!), йөҙ ҙә илле ат фронтҡа оҙатыла. Аттар... Яугир аттар... Был яҡтарҙа әүәлдән ат бик күп була, ныҡ үрсей, йәйен-ҡышын ҡылғанлы далаһын, тигеҙ тау арҡаларын, иркен үҙәндәрен ҡаплап аттар йөрөй. Икенсе донъя һуғышының ҡара яуы ҡупҡан осорҙа ла ауылда аттар ҡош кеүек ныҡ ишәйә, халыҡ ат ярҙамында колхоздың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшен еңеләйтә. Был аттар араһында иң данлыһы, иң һылыуы, иң ҡәҙерлеһе лә була. Бөгөн дә илсеғолдарҙың телендә һәм йөрәгендә тирбәлә ул аттың исеме. Өлкәндәр һағынып, йәштәре ғорурланып һөйләр бер ат тарихы йәшәй был яҡта...
Дим туғайын яңғыратып кешнәп ебәрер ҡара айғыр... Ҡыҙыл Армия өсөн махсус тәрбиәләнгән РККА тоҡомо, Орлов юртағы. Улар тоҡом яҡшыртыу өсөн ауылдарға таратыла. Колхоздың бер күрке була был: айырым ашатыу, айырым тәрбиә, әленән-әле ҡолондарының бәкәл тороҡтарын үлсәү - тоҡом теүәл һаҡланырға тейеш! Элекке колхоз рәйесе Харис Зарипов Өфө янындағы ат заводынан һатып алған саҡта йәш дүнәндең - өс йәшлек тайҙың ҡушаматын да әйтәләр. Ғәҙәти булмай, ҡылыс сыңы кеүек яңғырауыҡлы, сәйер була тоҡом айғыры буласаҡ малдың ҡушаматы - "Керчь"! Халыҡ уны башҡортсалап, йомшартып, "Кирич!" тип йөрөтә.
Уҡытыусы-ветеран Закуан Төхфәтуллин хәтирәләре: "Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1942 йылда, Башҡорт атлы дивизияһына Миәкә районынан киткән ҡыҙылармеецтар беҙҙең ауыл аша үтте. Уларҙың тышҡы ҡиәфәте былай ине: бөтәһе лә аҡ тун кейгән, башҡорт аттарына атланған, улар эскадрон-эскадрон булып йырлап бара. Ауылдарҙың халҡы юл ситенән теҙелеп ҡарап, ҡул болғап, хәйерле юл, изге теләк теләп, оҙатып ҡала. Ошо ваҡытта беҙҙең ауылдаштар ҙа, колхоз аттары ла төркөм-төркөм булып тупланып фронтҡа китте - Башҡорт дивизияһы тупланған ергә оҙатылды. (Башҡорт атлы дивизияһын булдырыу тотошлайы менән халыҡҡа йөкмәтелә: фермаларҙа һарыҡтар һуйыла, тиреләр иләнә, аҡ тундар тегелә, эйәрҙәр яһала, кейеҙҙәр баҫыла, сергетыштар әҙерләнә... Йүгән, дилбегә һ.б етештереү ҙә республика халҡы елкәһендә. Аттарҙың да колхоздарҙан иң яҡшылары һайлап алына, йәмғеһе 300 мең баш ат фронтҡа оҙатыла. Ә ҡалған ҡатын-ҡыҙға һәм бала-сағаға ни хәл итеп сәсеп-урырға, ни хәл утын ташырға... Ләкин бер кем дә икеләнмәй: "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!")"
"Беҙҙең Керчь дивизия тупланған урынға 1942 йыл башында килтерелде. Тәүге мәлдә Ғәбитовта, аҙаҡ майор Фәттәховта йөрөнө. - Был иҫтәлектәрҙе һөйләүсе Сәлим Мөхәмәтйәнов баштан уҡ дивизияла ат ҡараусы-коневод булып хеҙмәт итә. - Керчты шундуҡ таныныҡ, ул да беҙҙе танып бышҡырып ебәрер ине. Ҡарап йөрөйөк, тип килештек, егеттәр менән уны күҙҙән ысҡындырманыҡ. Фәттәховҡа ла ныҡлап әйтеп ҡуйҙыҡ, атты беҙ яҡшы беләбеҙ, колхоздың иң ҙур байлығы, тинек. Керчтың нисек һуғышҡа ингәнен, нисек сапҡанын, нисек яраланғанын да күрҙем. Висла йылғаһын аша сыҡҡан саҡта хәтәр бомба аҫтында ҡалынды, Керчтың янбашына бомба ярсығы тейеп, ҡаны сәптереп сабып бара ине. Уны нисек тә ҡыуып етеп, хужаһына әйтеп, яраһын тиҙ генә тегеп ҡуйҙыҡ... Ярай әле һөйәге имен ине".
Сәлим Мөхәмәтйәнов менән бергә дивизияла ат ҡараусы булып йөрөгән йәнә бер Илсеғол кешеһе - Солтан Илекәйев хәтирәләре: "Керчты башҡаларҙан айырып тигәндәй гел ҡарап, аяп йөрөттөк, уныһы шулай булды. Үҙе лә беҙҙе танығандай, әллә ҡайҙан күреп ҡалып, бышҡырып, еҫкәнеп, текләп ҡарап, ҡолаҡтарын ҡайсылап эргәбеҙгә килергә уҡталып тора торғайны. Мин барыһына ла әйттем: ат беҙҙеке, "Большевик"тыҡы, абайлап тороғоҙ. Ул бит махсус үҫтерелгән, һайлап алынған тоҡом айғыры ине. Менгегә бейек, кәүҙәһе оҙон, уның менән сафта ла йөрөп булмай - тик тормай, алдағы атты тешләй, тибә. Командир аты ине ул - иркенде ярата. Майор Фәттәховты нисә күрһәм, шунса әйтә торғайным: атты һаҡлап йөрөт инде, иҫән-һау алып ҡайтырға кәрәк. Фәттәхов көлә-көлә ризалаша: һау булһаҡ, атты алып ҡайтырбыҙ, ти. Шулай тип алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ..." ДАУАМЫ БАР.

Сәрүәр СУРИНА.

"Киске Өфө" гәзитенән.

Конь по кличке Керчь, рысак орловской породы из с. Ильсегул Миякинского района Башкортостана был отправлен на фронт в составе 112-й (16-й) Башкирской кавалерийской дивизии. Керчь - единственный конь, которого После победы башкирские воины смогли вернуть на родину, в Башкортостан. Фильм 1986г.



Читайте нас: