Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүҙең 75 йыллығына

Еңеүҙең юбилейына ветерандар - 25 мең һум, тыл эшсәндәре биш мең һум төбәк түләүҙәре аласаҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына һәм ҡатнашыусыларға, тыл эшсәндәренә, һуғышта һәләк (вафат) булған ҡатнашыусыларҙың (инвалидтарҙың) ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, концлагерҙарҙағы элекке балиғ булмаған тотҡондар – 25 мең һум, һәләк булған йәки вафат булған һуғыш ветерандарының ғаилә ағзалары, шулай уҡ һуғыш йылдарында кәмендә алты йыл хеҙмәт стажы булған тыл эшсәндәре бишәр мең һум аҡса аласаҡ.

Түләүҙәр апрель-май айҙарында республика бюджетынан түләнә. Ғариза биреү талап ителмәй, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.

Шулай уҡ Рәсәй Президенты указына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары федераль бюджеттан - 75 мең һум, тыл эшсәндәре 50 мең һум аҡса аласаҡ.

Читайте нас в