Минең ҡарт олатайым Хәйҙәр Мырҙа улы Ғәлләмов уҡытыусылар институтын тамамлағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан, Мәндән мәктәбендә тарих фәнен уҡытҡан.
Ул 1942 йылда фронтҡа китә. Ҡыҫҡа ваҡытлы курстарҙы тамамлап, часҡа кесе лейтенант званиеһында килә һәм взводҡа командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.
Бер ваҡыт ул хеҙмәт иткән часть ҡамауға эләгә. Дошман ҡулсаһынан сыҡҡанда контузия ала, әммә яугирҙәр командирҙарын ташламай, яу яланынан алып сыға. Бер йылға яҡын хәрәкәтһеҙ, бер ни ишетмәй, күрмәй госпиталдә ята. Һауығыуына өмөт бик аҙ була, әммә йәш организм һәм көслө рухлы булыуы үҙенекен итә. Шулай ҙа яңынан хеҙмәт итеүгә ул инде яраҡһыҙ була.
Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, уны Мәндән мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. 1944 йылдың йәйендә район халыҡ мәғарифы бүлегенә саҡырып, бина табырға һәм унда балалар йорто асырға ҡушалар.
Ауылдар буйлап оҙаҡ йөрөгәндән һуң Ыҫлаҡ ауылына туҡталалар, сөнки яҡында тимер юлы һәм ауыл янында ғына Ҡорһаҡ йылғаһы аға. Ә балалар йорто итеп элекке алпауыт йортон һайлайҙар.
Шул уҡ йылдың июлендә бында беренсе балалар килә башлай. Етем сабыйҙарҙың күңелендә йәшәргә өмөт уятыу өсөн күпме иғтибар, сабырлыҡ һәм көс талап ителә. Тәрбиәләнеүселәр менән бергәләшеп бинаны тәртипкә килтерәләр, территорияны кәртәләп алалар, баҡса ултыртып, йәшелсә һәм картуф үҫтерә башлайҙар.
1951 йылда олатайымды В. И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ республика балалар йортона эшкә күсерәләр.
1957 йылда 30 меңселәр иҫәбендә Әбдрәшит зонаһы буйынса КПСС-тың Әлшәй райкомы секретары итеп ебәрелә. Бер аҙ ваҡыттан һуң А. С. Пушкин исемендәге колхоз рәйесе итеп һайлайҙар. Колхоз БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге совхоздың Үрәҙмәт бүлексәһенә әйләнгәс, ҡарт олатайым яңынан уҡытыусы булып эшләй башлай. Балғажыла һәм тыуған ауылы Илсеғолда (Миәкә районы) мәктәп директоры була. 40 йылға яҡын ғүмерен яратҡан эшенә арнай.
Ул ғүмере буйына ауыр контузия эҙемтәләре менән көрәшә һәм 1992 йылдың ғинуарында вафат була. Уны яҡындан белгән кешеләр олатайымдың һуңғы көндәренә тиклем шундай уҡ көслө ихтыярлы кеше булып ҡалыуы, йөрәгендә һәр ваҡыт тормошҡа һөйөү уты яныуы тураһында һөйләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны иҫән сағында күрмәнем һәм уның тураһында ата-әсәйем һөйләүенән генә беләм, әммә шундай ҡаһарман кешенең бүләһе булыу - минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Олатайымды хәтерҙә тотоу һәм был иҫтәлекте балаларыма һәм ейәндәремә тапшырыу минең изге бурысым ул!
Алия АЙҘАРБӘКОВА,
М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының 8-се синыф уҡыусыһы.