Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

ЕҢЕҮҘӘН ҺУҢ (Миләүшә Ҡаһарманова) Аҙағы

МатросПансионаттың иң абруйлы кешеһе ул Матрос. Һәм иң олоһо ла.

Докумены буйынса уға һикһән тулып килә. Үҙе әйтеүенсә унан да күберәк. Ул тауҙарҙа тыуған һәм ата-әсәләре тауҙан төшөп, ауылға килеп документ яҙҙырғансы бер-нисә йыл үтеп киткән. Метриканы үткән заман менән бирмәгәндәр һәм чабан ғаиләләре бер-бер артлы тыуған балаларын шулай өсәр-дүртәрен бер йылғы итеп теркәгән дә киткән. Иҫләүе буйынса һөйләгәне дөрөҫ булһа, Ҡара диңгеҙ тәңгәленән күтәрелгән мәғрүр тауҙар буйлап түбәһендә мәңгелек боҙ ятҡан үрҙәргәсә үрләргә кәрәк булған уларҙың ҡышлағына. Үҫмерлек осорона еткәнендә әсәһе аурып үлеп ҡалғас, атаһы ун алты балаһын эйәртеп тауҙан төшөп, диңгеҙ эргәһендәге балыҡсылар ауылында көн итә башлай. Унда икенсе ҡатын алып, уныһынан тағы ла һигеҙ балаһы донъяға килә. Шул ерҙән, 1904 йылда, егерме йәшлек абхаз улы Батал Зухбая Урыҫ-япон һуғышына алына. Унда йөрөп имен-һау ҡайтып өйләнә лә, утыҙ йәштәр самаһында, ике улы менән ҡатынын ҡалдырып, Беренсе донъя һуғышына саҡырыла. Ғүмере булғас, уныһынан да бер ере лә сыйылмай әйләнә Батал, күкрәген ике Георгий Кресты биҙәй. Ҡайтып, күнегелгән балыҡсылыҡ кәсебенә тотона һәм тағы ла өс малайға атай була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уның башлы-күҙле булып йәшәп ятҡан биш улы ла бер-бер артлы алына. Һәм ҡара ҡағыҙҙары ла бер-бер артлы килә... Өсөнсөһөнөң ҡара ҡағыҙын бисара ҡатыны күтәрә алмай, улдарының хаттарын ҡосаҡлап, янып бөткән майшәдәй генә булып һыҙылып ятып йән бирә. Тағы икеһенең ҡағыҙын бер үҙе ҡабул итә ҡарт һалдат. Унан балаларының үлем хәбәрҙәрен йыйнап түш кеҫәһенә һалып ала ла, Ҡара диңгеҙ флоты портына барып хеҙмәткә алыуҙарын һорай. Документтарына ҡарап уға “61 йәш - олоһоң” тиҙәр. Шул ваҡыт Батал ҡабул итеүсе командирҙың алдына “Аслан, Беслан, Баград, Барнук, Архас...” тип исемләп биш ҡара ҡағыҙҙы сығарып теҙеп һала ла, уҫал ҡарап өҙөп әйтә: ал!

Баталды флоттың хужалыҡ эштәренә хеҙмәткә алалар. Ул йә ашханаға аҙыҡ-түлек ташышыуҙа, йә иң аҫтағы ҡатта тимер-томор майлауҙа, йә яғыуға күмер алып килеүҙә йөрөй. Әллә нисә тапҡыр лайнерҙарҙы хәрби заданиеларға оҙата ла, көтөп ала алмай. Балалары кеүек күреп эҫенеп бөткән егеттәрҙе арҡаларынан ҡағып тороп ҡала ла, офоҡҡа ҡарап ҡоро бушҡа күҙҙәрен талдыра. Уландарын һағынып оҙон тау йырҙарын һуҙа ҡарт, йәш матростарҙы юҡһынып уларҙан өйрәнгәндәрен йырлай:

Раскинулось море широко,

И волны бушуют вдали..

Товарищ, мы едем далёко,

Подальше от этой земли...

1944 йылдың көҙөндә, ул тирәлә инде фашистың еҫе лә ҡалмаған мәлдә, совет хәрби диңгеҙ техникаһын юҡ итеү маҡсаты менән ебәрелгән немец разведчиктарының мәкерле планы ҡорбаны була ҡарт матрос. Көҙгө иртәлә, портта тып-тыныс торған лайнерҙарҙғы шартлау тауышы барлыҡ хәрби көстө аяҡҡа баҫтыра. Хәрби флоттың ҙур өлөшө пехота менән берлектә дошманды ҡыуып киткән дә, бында техниканы һаҡлауға бер өлөш кенә ҡалдырылған була. Иң беренселәрҙән булып килеп еткән Батал ут эсендә сәсәй-сәсәй йөрөп яралыларҙы ҡотҡара, эстәге юлдарҙы, каюталар нисек урынлашыуын яҡшы белгәс, өҫтөнә һыу ҡоя ла инеп сума, сығып аҙыраҡ тын ала ла, тағы инеп юғала. Сираттағы инеүендә үҙе лә емереклек аҫтына ҡалып боттарын иҙҙерә. Шунда ла шыуышып сығып етеп иҫен юя һәм аяҡтарһыҙ көйө аңына килә. Рамаҙандан айырмалы рәүештә, аяҡтары өсөн артыҡ борсолмай Батал, уны иң аптыратҡаны һаман йәшәүе, һаман тере ҡалыуы була. “Ни өсөн минең арыҫландай биш улым үлде лә, ни сәбәптән анау сама йәш малайҙар ҡырылды ла, мин өсөнсө һуғышты үтеп йәшәйем?” тип баш вата ул. Ошо уҡ һорауын ағас йышыуынан туҡтап, уйланып ултырып, Рамаҙанға ла йыш бирә ҡарт. Бөркөт танауы өҫтөндә килеп ҡушылған ялбыр аҡ ҡаштарын һындырып, төҫө уңған, әммә үткерлеген юғалтмаған асыҡ күк күҙҙәрен зәһәр яндырып ҡарап һорай: ни өсөн улай, был бит яңылышлыҡ, улай булырға тейеш түгел, ти. Рамаҙан һәр ваҡыттағыса яуапһыҙ, ҡарап ҡына ҡуя ҡартҡа. Ә ул кәкере бармағын өҫкә төбәп күрһәтә лә, яуабын үҙе үк әйтә: ул ғына белә...

Һуғыш бөтөр бөтмәҫтән Ҡара диңгеҙ ярында һәм шул территорияла йәшәүсе абхаз, калмык, инғуш, чечен, балҡар, ҡарасай, ноғай, ҡырым татарҙары кеүек 61 төрлө милләтте тыуған илдәренән көсләп күсереү башлана. Халыҡты тәүлек эсендә йыйындырып алып, илатып-буҙлатып вагондарға тейәйҙәр ҙә, Алыҫ Көнсығыш, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан далаларына алып барып ауҙаралар. Ир-аты һуғышта булып ҡалған йәки ошо уҡ Ватан өсөн ҡорбан булғандарҙың бисә-сәсәһен, бала-сағаһын һәм ҡарт-ҡороһон ете ят яҡтарға алып барып олаҡтыралар. Уларҙың күбереһ юлда аслыҡтан үлә, үлгәндәрҙе туҡтап та тормайынса поездан ырғытып китәләр, тимер юлы буйында ташландыҡ кәүҙәләрҙе ерләүсе махсус отрядтар булдырыла хатта һәм 1943-46-сы йылдарҙа был юлдар исемһеҙ зыяраттар менән тула. Бары тик алтымышнсы йылдарҙан һуң ғына туҙҙырылған халыҡтарҙың ҡалған күпмелер өлөшө үҙ төбәктәренә ҡайтыу хоҡуғын ала.

Был буталышта Баталдың да аталаш булған егерме өс туғаны, уларҙан таралған ике йөҙләп заты һәм улдарының аманаты - ике тиҫтәгә яҡын ейәндәре сәс-баш булып туҙып-юғалып бөтә. Батал һәм уның малайҙары яҡлап ҡан ҡойған ил ни эшләптер шулай аямай уларҙы, ниндәйҙер гонаһтары өсөн һаман-һаман, ҡайта-ҡайта хаҡ түләтә...

Аҙаҡ, аяҡһыҙ булып ҡалғас, ул ғәрип ветерандарҙы махсус лагерҙарға оҙатыуҙарын ишетеп, үҙ ризалығы менән юлға сыға һәм әлеге Валаам утрауына килеп юлыға. Туғандарын эҙләмәй ул, был хәлендә берәүҙе лә борсорға ла, бимазаларҙа ла теләмәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан сәләмәтлеге ныҡлы, зиһене шәп, ҡолағы сос, күҙе үткер. Күп һөйләмәй, әммә әйтһә һәр саҡ тураһын әйтә. Йомшартып, уратып тормай. Рамаҙан менән уларҙың ендәре килешә. “Һин миңә оҡшағанһың” тип тә ебәрә ҡайһы саҡ ҡарт. Шулай тиеүе, йәнәһе, хуплауы. Ағас эшенә оҫта үҙе. Бер көн бер утын киҫәген ала ла, ике-өс көндән шул нәмәне әллә ни төрлө нағышлы әйбергә әйләндерә лә ҡуя. Ҡыҙ-ҡырҡынды семәрле ҡумталы, кәштәле, һандыҡлы итеп бөттө инде. Василийҙың балаларына ниндәй генә уйынсыҡтар бүләк итмәне : айыуын да, атын да, ҡошон да һырлап бирҙе. Яңы тыуған һәр сабыйға тигәндәй бағышлап сәңгелдәктәр яһаны. Пансионатта бәпес көтөлгәнен ишеткән көндән бишек эшләүгә тотона ла, бер кем менән бер нәмә һөйләшмәй ултырып тамамлап, биҙәктәрен төшөрөп, тәтәйҙәрен тағып алып барып бәхетле ғаиләнең ишек төбөнә һөйәп китә. Ә инде балаларҙың уны яратауы! Алпан-толпан атлап йөрөгәне лә, ыштанһыҙ йүгергәне лә, ярайһы ултырып тыңларлыҡ аҡылға эйәләре лә ҡарт матростың янында. Ул урамда ла бер өйөр балалар урауында йөрөй, береһен күтәреп, икенсеһен етәләп, башҡаларын эйәртеп ала. Шуларға нимәләрҙер һөйләй, улары аңлайҙармы-юҡмы ауыҙ асып тыңлаған булалар.

-- Матрос олатай, мине лә күтәр!

-- Матрос олатай, теге дейеүҙе тағы ла һөйлә!

-- Ат эшләп күрһәт, Матрос олатай?

-- Әйҙә, һыу буйына төшәйек, Матрос олатай!

Ҡарт уларҙың бер нәмәһенә лә “юҡ” тимәй, көмөрәйә башлаған дәү кәүҙәһен тубыҡтарына кейҙерелгән күн “тояҡтарында” еңел йөрөтөп, һәр теләктәрен ҡәнәғәтләндереп тора. Малайҙары ҡартты артыҡ йонсотҡандай булып китһә, Зинаида асыуланмай ғына уларҙы ороша:

-- Олатайҙы арытаһығыҙ бит, малайҙар, етәрегеҙ, ҡайтығыҙ әйҙә.

Балалар бабайҙың “юҡ, арыманым” тип әйтеүен көтөп ауыҙына текәлеп китәләр. Быны белгән ҡарт көлөмһөрәп юрамал өндәшмәй тора. Түҙемһеҙләнгән бәләкәстәр уның ҡулынан тарталар: йәнәһе, әйт беҙҙең әсәйгә, беҙ һине ялҡытмайбыҙ, юғиһә, хәҙер ҡыуып ҡайтара. Ҡарт яурындарын ғына һелкетеп көлөп ала ла, ҡул һелтәй:

-- Бар, Зинаида, юлыңда бул, беҙҙең бында ирҙәрсә һөйләшеү.

Зинаға ла был ярҙам ҡулай, хәҙер уның баҡсаһы ла, ҡош-ҡорто ла бар. Пансионат ферма ла тота. Унда һауынға ла өлгөрөргә кәрәк. Ошондай мәшәҡәтле тормошта Матрос ҡатын-ҡыҙ өсөн Хоҙай бүләгеләй.

“Бына нимә өсөн йәшәтә уны үҙе бармаҡ төртөп күрһәткән өҫтәге” тип уйлай шул саҡта Рамаҙан. Кешеләргә ҡыуаныс өләшһен өсөн.

Бер көн Матрос менән уның араһында сәйер генә һөйләшеү булып алды. Һәм ҡарттың ауыҙынан ишетелгәндәр уйға һалды Рамаҙанды, оҙаҡ ҡын башынан сыҡмай йөрөнө.

-- Һеҙ балалар яратаһығыҙмы? – тип һораны егет, кискә тәнәйҙәрен әсәләренә таратып сығып саҡ ҡайтып инеп ултырған бабайҙан.

-- Ә кем уларҙы яратмай? – тип һорауға һорау менән яуапланы Матрос. Унан ҡаш аҫтынан күҙ һирпеп өҫтәп ҡуйҙы: -- Һиңә лә кәрәк балалар.

-- Баланы йылғанан тотоп алып булмай шул, - Рамаҙан тапҡырлығынан ауыҙын йырғайны ла, ҡарт уны тиҙ генә урынына ултыртты:

-- Баланы ҡайҙан алғандарын мин биш йәшемдән беләм. Әсәй-бахыр шаршау артында бәпәй тыуҙырғанды йоҙроҡтарыбыҙҙы тешләп көтөп ултырабыҙ. Ул беҙҙе ҡурҡытмайым тип ауыҙын сепрәк менән томалап көсәнә. Атай тыныс ҡиәфәттә тышта нимәләрҙер менән булған була ла, мин уның атлап йөрөшөнән үк борсолғанын тоям. Күпмелер көсөргәнештән һуң шомло тынлыҡты ҡапыл ғына бәпес тауышы сыйһа, барыбыҙ ҙа еңел һулап ебәрәбеҙ. Ә һуңғы тапҡырында шул еңеллек килмәне. Нисек итеп күкрәгемә һауа таш булып төйөрөлөп торған булһа, ул шунан тышҡа бөркөлмәне, тын алып ебәрә алманым кеүек. Ун алтынсы бәпесенә ғүмер биргәндә йөрәге туҡтаны әсәйебеҙҙең. Ә һин... йылғанан, имеш...

Был тарихтан шаңҡый биреңкерәп ҡалды Рамаҙан. Урынһыҙ шаярыуына уңайһыҙланды. Шулай ҙа һүҙҙе ялғаны:

-- Беҙҙә лә балалар күп тыуа ул, ғаиләләр ҙур. Тик бер өйҙә ун алты баланы күргәнем булманы.

-- Бына минең атайҙың егерме дүрт балаһы ҡалған, минең биш улдан тыуған ун һигеҙ ейән-ейәнсәрем бар ине, моғайын әлеге көн шуларҙың исмаһам яртыһы булһа ла иҫән-һауҙыр ҙа, был ерҙә минең затымды дауам итәләрҙер, тип ышанам. Мин үлһәм был әҙәми донъяла эҙем – орлоҡтарым ҡала. Ә һинең нимәң ҡала?

Рамаҙан күҙҙәрен селт-селт йомғолап ҡуйҙы ла, иренен ҡымтый төштө.

-- Шул-шул, бер нәмәң дә ҡалмай. Ә мин өлкән ейәндәремә ата-бабаларыбыҙҙың зат сылбырын һөйләй-һөйләй ятлатҡанмын. Улар төндә торғоҙоп һораһаң да был мәғлүмәтте әйтеп бирә алалар. Шул балаларҙың берәүһе һаҡланһа ла, ул үҙенең кемдәрҙән башланған зат булыуын һәм кемдәрҙән тыуғанлығын белергә тейеш. Был сылбырҙы өҙөргә һәм ҡороторға ярамай. Беҙҙең халыҡтың ҡәтғи ҡануны был.

-- Беҙҙә лә бар бындай тәртип. Мин дә шәжәрәмде беләм ул, - ҡартты ышандырыу теләгенән бала саҡтан белгән, әммә һуңғы йылдарҙа бөтөнләй иҫендә лә булмаған исемлекте ятлап ташланы, -- Оморҙаҡ, Оморҙаҡтың улы Ҡалмыҡ, уның улы Сәйфелмөлөк, уның улы Әхмәтсафа, уның улы Ҡазыхан, уның улы Абдрахман, уның улы Рамаҙан!

-- Ә Рамаҙандың улы кем?

-- ...

-- Буласаҡмы ул Рамаҙандың улы, ә? Әллә уның зат-ырыу хәтирәһе ошо утрау зыяратында ятып ҡаласаҡмы?

-- Нимә эшләй алам һуң мин?.. Өйләнгем килмәй...

Батал ҡарт йомшаҡ селек һепертке менән оҫтахананың иҙәнен һеперә, үҙе бөркөт ҡарашын ҡулында ағас киҫәген ыуалаған егеткә ҡаҙай-ҡаҙай аҡыл бирә:

-- Һинең, улым, бында өйләнмәҫеңде күптән аңланым. Үткән йыл ҡандай сибәр ҡыҙҙы ла ысҡындырып ебәрҙең. Тимәк, һинең яҙмышың бында түгел.

-- Ә ҡайҙа... тип уйлайһығыҙ?

-- Тыуған яҡтарыңдалыр, бәлки... Ҡайтырға кәрәк һиңә, улым. Һин әле йәш, көслө, күҙ терәп барыр ерең бар. Үҙ ырыуың менән йәшәр кәрәк һиңә, үҙ динеңдәге, үҙ фиғелеңдәгеләр менән.

Рамаҙандың йөҙө сытырайҙы:

-- Ошо хәлдәме? – күҙ ҡарашын аҫҡы өлөшөнә һирпеп алды.

-- Үҙеңдекеләр араһында һин ниндәй хәлдә лә үҙ булаһың. Һәм, ана, күреп тораһың, аяҡһыҙҙарҙан да, ҡулһыҙҙарҙан да дүрт ағзаһы камил балалар тыуа. Бисәләр алар ирҙең матурлығына түгел, ә ирлегенә эйәләй.

Ҡарт иҙәндәрҙе һепереп бөттө лә, ул-был нәмәне рәтләгәс, шәмде ҡулына алып алдан атланы, Рамаҙан уның артынан арбаһында тығырлап эйәрҙе. Тоноҡ шәм яҡтыһында был ике ғәҙәти булмаған һын борма-борма оҙон коридорҙар буйлап китте. Донъяның ике тарафында көн иткән ике төрлө халыҡтың ни яҡтары менәндер рухташ булған был ике ағзаһы ошо юлдарҙы бергә-бергә аҙ уҙмаясаҡтар әле. Алға китеп әйткәндә, абхаз ҡарты Батал Зубхая Валаам пансионатында 92 йәшенә етеп донъя ҡуя. Уның теленән төшмәгән “Аслан, Беслан, Баград, Барнук, Архас...” тигән һамағын ҡәбер ташына ла яҙып ҡуялар. Матросҡа хөрмәтен шулай күрһәтә халыҡ.

Һикһәненсе йылдарҙан һуң, пансионат күптән ябылғас инде, утрауҙа ветерандар хөрмәтенә Хәтер стеллаһы ҡуйыла. Шул тантанаға Баталдың ейәндәренән таралған заттары килеп ҡарт олаталарының ҡәберен эҙләп таба һәм музей дәфтәренә “46 бүлә-бүләсәһе исеменән” тигән яҙма ҡалдыра.

Алыш

Тау башындағылар күренеү менән һыҙғыртып сәләм бирә торған пароход үҙ ваҡытында үтеүен үтте лә, ни эшләптер аҙыҡ машиналары оҙаҡланы. Игнатьев та, ашхана мөдире лә ҡырҡ сығып әйләнде, алмаш-тилмәш булып офоҡто күҙәтте. Тик аҙыҡ ылауҙары килмәне лә килмәне. Ахырҙа Федор Васильевич ике һаҡсы алып арбалы матайҙа ҡаршы китте лә, бер сәғәт тигәндән әйләнеп тә килде. Килде лә лагерҙа “тревога” күтәрҙе. Тиҙ арала баҫыуҙа уңыш йыйғандар, мал, ҡош фермаларында эшләүселәр, оҫтаханаларҙа ултырғандар, йәғни йөрөй-ҡыбырлай алғандарҙың барыһы ла төп бина алдына йыйылды.

-- Иптәштәр! – тип бик тулҡынланып һүҙ башланы Игнатьев, уның хатта ҡулдары ҡалтырай, асыуҙанмы, шаңҡыуҙанмы аҫҡы ирене тартышып-тартышып китә лә, тотош йөҙөн ҡыйшайтҡандай итә ине. – Беҙҙә – “ЧП”! Аҙыҡ ылауҙарына һөжүм ителгән! Дөрөҫөрәге, бөтөнләй ҡыуып алып киткәндәр!

Халыҡ ҡапыл ғына уянып китә алманы, улар өсөн дә был хәл бөтөнләй көтөлмәгәнсә булды.

-- Ярты юлда туҡтатҡандар, ҡорбандар ҙа булған, күрәһең, юлда ҡан эҙҙәре бар. Йөктәрҙе оҙата килгән һаҡсыларҙы юҡ иткәндәрҙер тип уйлайым, бәлки водителдәрҙе лә... Әммә кәүҙәләрен тапманыҡ, ситкәрәк йәшереп китеүҙәре лә ихтимал. Бына шундай хәлдәр, туғандар.

Ниһайәт, халыҡ та телгә килде:

-- Утрауҙа банда йөрөй тигәне ишетелгәйне шул, буш хәбәр булмаған икән.

-- Күпме икәндәрен белергә ине...

-- Айлыҡ аҙыҡтан яҙып булмай! Һәм ҡурҡырға ла ярамай уларҙан!

Игнатьев тыныслыҡ талап итеп ҡулын күтәрҙе:

-- Дөрөҫ уйлайһығыҙ, иптәштәр! Беҙ хәҙер берәй сараһын күрмәһәк, улар шашасаҡ ҡына. Унан килеп кәрәсин, он кеүек нәмәләр ике көнлөк кенә ҡалған. Ылауҙа ҡышҡа йылы кейемдәр ҙә, медикаменттар ҙа булырға тейеш...

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡаушап төшһә лә, ир-егет ярһыны ғына:

-- Ҡорал бирегеҙ, Федор Васильевич! Давай ҡыҙыуында арттарынан сығайыҡ!

-- Ярҙам килгәнен көтөп ултыра алмайбыҙ бит? Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк ҡыбырлайыҡ. Йөк машиналары юлһыҙ тау-таш араһында әллә ҡайҙа китә алмаҫ.

Федор Васильевич баш ҡаға-ҡаға тыңлап торҙо ла, тағы һүҙ алды:

-- Иптәштәр! Иптәш, фронтовиктар! Кемдең хәле бар, шуларҙы тағы бер тапҡыр ҡоралға тотонорға һәм үҙебеҙҙе яҡларға саҡырам! Дуҫтар, ил баҫып килгән фашисты еңгән, яҙмыш ауырлығына бөгөлмәгән ҡаһармандар бит әле беҙ, әйҙәгеҙ, был юлы ла бирешмәйек – һатлыҡйәндәрҙе тотоп яуапҡа тарттырайыҡ!

Тыныс тормошҡа, хатта артыҡ хәсрәтһеҙ һәм сикләнгән йәшәйешкә күнеккәндәр ҙә, хеҙмәт менән көн итеүселәр ҙә һәм хатта ашап-эсеп ятыуға ғына ҡулайлашҡандар ҙа кинәт ҡуҙғып, теремекләнеп китте. Уларҙа һуғышсы ҡомары уянды. Әлегә көсө һәм күләме билдәле лә булмаған дошманға ҡаршы күтәрелеүгә ҡорал таптырып ябырылды ир-ат. Был ғауғаға табипҡа ла килеп ҡушылырға тура килде. Сөнки “һуғышсыларҙың” хәл-торошон унан яҡшы белгән кеше юҡ. Ул стройҙа тороусыларҙы “годен-не годен” тип аралап бүлеп сыҡты. Әммә “не годен” булғандар ҙа ҡоралландырылып, пансионат сиктәренә ултыртып сығылды. Һаҡсылар уларға ашығыс рәүештә инструктаж үткәрҙе лә, ҡалғандар өс төркөмгә бүленеп, өс тарафҡа юл алды.

Рамаҙандар төркөмө ике сәләмәт һаҡсынан, бер ашнаҡсы һәм санитарҙан да, ете “танкистан” торҙо. Икенсе төркөмдө Игнатьев үҙе етәкләгән булһа, өсөнсө төркөм доктор Соломон ҡулы аҫтында сыҡты.

Беренсе көн алыҫ юл үтә алманылар, төштән һуң ғына ҡуҙғалғандар ҙа, көҙгө көн дә йәһәт ҡараңғылатты ла ҡуйҙы. Ҡоро паек менән тамаҡ ялғағас, арҡаларына аҫҡан плащь-палаткаларын йәйеп ебәреп йомшаҡ мүк, ҡарағай ылыҫы менән ҡапланған ергә тәгәрәшеп тә бөттөләр. Усаҡ тоҡандырыу ҡәтғи тыйылғайны. Ике сәғәт һайын һаҡты алмаштырып, һәр береһенә ял бирергә тырыштылар. Рамаҙан Матросты, оло кеше булараҡ, һаҡҡа ҡуймаҫҡа иткәйне лә, уныһы йоҡоһоҙлоҡҡа һылтанып ятманы ла тигәндәй. Хәленән килһә был ҡартты ул бөтөнләй эйәртмәҫ тә ине, тик бында Баталға бойороҡ бирә алған әҙәм юҡ. Хатта Игнатьев та үтенес йә кәңәш менән генә мөрәжәғәт итә ала уға. Әлеге заданиеға ла ул рөхсәт көтөп тормай, биленә нисәнселер быуынынан ҡалған ҡомартҡыһын - семәрле хәнйәрен таҡты ла беренселәрҙән булып сафҡа баҫты. Директор менән доктор бер-береһенә ҡарашып ҡына ҡуя алды.

Таң яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалдылар. Йомшаҡ ерлектә ауыр йөк тейәлгән машинаның бата-бата ынтылған урындары асыҡ күренә лә, ҡайһы урындарҙа бөтөнләй ерҙән китмәгәндәй булып ҡала. Эҙәрмәндәр күҙәтә торғас был яҡҡа тик бер генә ылауҙың юлланыуын аңлап алды. Тимәк, эҙ яҙҙырыу өсөн, ике машина ике йүнәлештә алып кителгән. Төшкө ашҡа туҡтағайнылар, алдан барған күҙәтеүселәр ашығышып боролоп килде.

-- Беҙ торған тау аҫтында мәмерйә бар. Шул тәңгәлдә машина тора, тик кешеләре күренмәй, -- тип хәбәр итте улар.

Аш ҡайғыһы китте. Һәр кем ҡоралын уңайлап тотоп, тауҙың мәрейә ауыҙына ҡараған текә битенән шыуып төштөләр. Ағастарға ышыҡлана-ышыҡлана машина эргәһенә килеп еттеләр, кузовты, кабинаны ҡаранылар – буш. Мәмерйәнең станаларына һыйынып һаҡ ҡына эскә үтә башлағайнылар ғына, ҡапыл урман боролошонан йөк машинаһының икенсеһе килеп сыҡты ла, туп-тура былай елдерҙе. “Ятырға” тигән бойороҡтан барыһы ла ергә ауып, шыуышып йөрөп уңайлы урындар һайланы. Бына машина килеп тә туҡтаны, кабинаһынан һәм кузовынан унлаған ир-ат һикерешеп төштө. Уларҙың аяҡтары ергә тейер-теймәҫтән мәмерйәләгеләр ут асты. Китте атыш. Ул арала тағы бойороҡ яңғыраны:

-- Эстән киләләр! Арттағылар эстәгеләрҙе ҡаршыларға әҙерләнә!

Рамаҙан тоҡос кәүҙәһен йәһәт бороп эстән шаптыр-шоптор йүгерешеп килгәндәрҙең яҡтыға сыҡҡанын көттө. Тыштағы атыш тауышын ишетеп, тәртипһеҙ һәм һаҡһыҙ сабышып килгән ирҙәр кәм тигәндә лә бер тиҫтәләп ине. Тәүге икәүһен автомат сираты менән тәгәрәткәйне, башҡалары эйелә-сүгәләй, таштар артына ышыҡланып атышыуға күсте. Ике яҡтан ҡыҫымға алды банда. Баш күтәрер әмәлдәре лә ҡалманы.

-- Сәпкә генә атырға! Бушҡа пуля әрәм итмәҫкә! – һул яурынын ҡыҫып тотҡан һаҡсыларҙың береһе сытырайып команда бирә. Егеттең яраланғанын аңғарған Батал шыуышып килеп, уның яурынбашын һыҡтырып бәйләп ҡуя.

Ҡамауҙа ҡалғандарҙың үҙҙәренә ҡарағанда аҙлығын да һәм ҡоралдары ла һынаулы ғына икәнде аңлап алған банда вәкилдәре ҡыйыулана төштө. Улар ара-тирә атышты ла, артыҡ ҡабаланмай, хатта тәмәке тоҡандырып, ышыҡ урындарында көтөргә булды.

-- Эй! Фрайерҙар! Һеҙгә ҡорбандар кәрәкме? Кәрәкһә – булдырабыҙ! Кәрәкмәһә – килешәбеҙ, ә? – машина тәгәрмәсенә ышыҡланып ҡысҡырғандың тауышын, әлбиттә, барыһы ла таныны.

-- Серый... – тип теш араһынан ыҫылданы Рамаҙан да.

-- Йә, килешәбеҙме? Һеҙ беҙҙең менән ҡалаһығыҙ ҙа, табышты уртаҡ бүлешәбеҙ!

-- Беҙ банда шакалдары менән килешмәйбеҙ! – яралы һаҡсы барыһы өсөн яуапланы.

-- Һин, сопляк, башҡалар өсөн хәл итмә. Һинең эшең хеҙмәт итеү, ике-өс йылдан әсәң ҡуйынына ҡайтып китәһең. Ә бындағы фронтовиктар улар беҙҙең кеүек ташландыҡ әҙәмдәр. Мин улар менән һөйләшәм!

-- Фронтовиктар менән һөйләшкең киләме? Улайһа, әйҙә, сыҡ, икәүҙән-икәү һөйләшәйек! – Рамаҙандың асыуы алҡымына килеп, ҡалҡына ла башлағайны, эргәһендә ятҡан Батал ҡарт еңенән тартып кире һалды.

-- Ә-ә! Басурман! Һин дә бындамы? – Сергей ҡәнәғәт көлдө, -- Бына, дуҫҡай, килеп ҡаптың!

-- Һин миңә Антоша өсөн яуап бирәсәкһең әле!

-- Бирермен-бирермен, ниндәй һорауҙарың бар, барыһына ла яуап бирермен. Беҙҙең ваҡыт күп, ашыҡҡан еребеҙ юҡ.

Тыштағылар яйлап тәмәке тартып алдылар ҙа, үҙ-ара мөңгөрләшеп хәбәрләшкәс, Сергей тағы килешеп ҡарамаҡсы булды:

-- Һинең һүҙеңде ишеттек, басурман, ә башҡалар нимә уйлай? Барыһының да үлгеһе килмәйҙер бит? Мин бына Матростың аҡ башын күрәм. Сәләм-алейкум, хөрмәтлем! Һеҙ нимә тиәрһегеҙ, аҡыллы кеше?

-- Мин бит үҙ ҡанундарым менән йәшәгән уҙаман, Серый ҡустым, беләһең, -- Батал да әңгәмәгә ҡушыла, тауышында асыуҙың әҫәре лә юҡ. – Мин тыуып үҫкән яҡта барыҫтар менән шакалдар бер өйөрҙә йөрөмәй. Барыҫ хатта ҡартайып, һунар итә алмай башлағанда ла шакалдар ҡалдығына ауыҙын бысратмай. Ул иң бейек түбәләргә үрмәләп менеп, шунда ғорур ятып үлә. Һин, ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән мөрхәтһенеп өйрәнгән йән, бындайҙы, бәлки, ишеткәнең дә юҡтыр?

-- Шулай икә-ән... – Серый ҡайғырған булып ҡыланды, -- Мин һеҙҙе берәҙәк ғәрип ҡарт тип кенә күрһәм, һеҙ, әләйһәң, тау барыҫы икән дә, -- уның ғыжғылдап көлгәненә башҡалары ҡушылды.

-- Барыҫ булыу өсөн аяҡ та, ҡул да кәрәкмәй. Барыҫ булыу өсөн барыҫ йөрәге кәрәк! Һәм шакал булыу өсөн дә шулай.

-- Улайһа, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләгеҙ, дуҫтар! Беҙ, бурҙар, һеҙҙең кеүек ғорур түгел, беҙ бары рәхәтлектә йәшәргә генә теләйбеҙ! – тигәненән һуң тағы ла ут асты Сергей. Уның автоматынан сәселгән пулялар мәмерйә таштарына бәрелеп сарт-сорт килде. Эстәгеләр ҙә ҡушылды. Тағы атыш тоҡанды. Ян-яғында атыусыларҙың тынып ҡалғанынан араларында юғалтыуҙар барлығын да аңлай Рамаҙан. Тик уларҙың кемдәр икәнлеген аңғарырлыҡ форсаты юҡ. Уға мәмерйә төбөнән килеүселәрҙе юҡ итергә, һис юғы тотҡарларға кәрәк...

Алыштың иң ҡыҙыу мәлендә тышта ниндәйҙер тауыш ҡупты ла, тора-бара ҡысҡырыуҙар айырым-асыҡ салынды:

-- Ура-а-а!

-- Ур-р-ра-ааа!

Быны ишеткән Рамаҙан һикереп торҙо:

-- Беҙҙекеләр! Егеттәр, атакаға-а! – үҙе алыҫ түгел таш артында ятҡандың өҫтөнә һикерҙе. Уны атырға тип пистолетын тоҫҡағандың яурынына Батал ҡарттың ҡулынан ысҡынған хәнйәр осоп килеп тә ҡаҙалды. Китте ҡул һуғышы!

Тыштағы банда төркөмө эскә ҡыҫырыҡланды. Улар хәҙер мәмерйә стеналарына ышыҡланып атышты. Бындағыларҙың осона сыҡҡан Рамаҙан тыштан ҡасып ингәндәргә һөжүм итергә ынтылғайны ғына, ҡаршыһына Серый баҫты ла:

-- Һәр хәлдә минән оҙай йәшәмәйәсәкһең! – тип терәп тигәндәй эсенә атып та ебәрҙе. Егет ауып барған ыңғайы Сергейҙың түшенән матҡып тотоп өлгөрөп, уны үҙ өҫтөнә ауҙарҙы ла, ике уртаға тура килеп ҡыҫылған автоматының тәтеһенә баҫты. Бурҙың эйәк аҫтына терәлгән көбәктән сыҡҡан ут шәлкеме бисараның түбәһен алып та китте. Яңы төркөм менән килеп еткән Василий уларҙы шулай ҡан эсендә бер-береһенә сат йәбешеп ятҡан килеш тапты.

Эңер төшөүгә йөк машиналары пансионатҡа урланған аҙыҡ-түлекте, йылы кейемдәрҙе, әсирҙәрҙе... яралыларҙы һәм үлгәндәрҙе тейәп ҡайтып инде.

Зәлифә

-- Йә-йә... Ас күҙеңде, ас... – Тарас Соломоновичтың бәрхәт тауышы алыҫтан ишетелгәндәй, ҙур усы ла маңлайына ауыр булып ятҡандай. Эйелеп төбәлгән йөҙө лә бер урында ғына тора алмай шылып йөрөгәндәй...

-- Ромка... улым! Бирешмә, давай, бирешмә! Ромка, ишетәһеңме мине? – табип егеттең ҡабаттан күҙҙәрен йомоуына ризаһыҙлығын белдереп ҡәтғи

өндәшә, -- Ас күҙеңде, был – бойороҡ!

Рамаҙан бойороҡҡа буйһонорға итеп тырыша ла, күҙ ҡабаҡтарын баҫып килгән ауырылыҡҡа көсө етмәй, ҡабат упҡынға сума...

Мәле еткәс күҙҙәре лә еңел генә асылды. Әйтерһең, йоҡоһо туйып уянып китте. Ҡайҙалығын шундуҡ аңланы – лазаретта. Тәҙрәгә текәлеп уйланып ултырған санитарка уның керфеге елпенгәнде ишеткәндәй булып әйләнеп ҡараны:

-- Уяндыңмы?

Унан килеп йөҙөн һәм ҡалын итеп уралған күкрәк-эс тәңгәлен ентекле ҡарап сыҡты ла, күрше бүлмәләгеләргә өндәште:

-- Яралы иҫенә килде!

Ул яҡтан ашығып ике-өс медсестра һәм аҙаҡтан битен-башын һыпырғылап табип инде. Тарас Соломонович ятып торған булған, күрәһең, өҫтө тәпәрләнгән, йөҙө йонсоу.

-- Йә, батыр, хәлдәр нисек? – тип йылмайҙы ул уйынлы-ысынлы итеп.

Яуап биреүгә Рамаҙандың ирендәре лә, теле лә ҡыбырламаны. Был хәлен аңлаған егеттең күҙҙәре ҙур асылды. Аяҡтары булмауы ғына етмәгән, хәҙер һөйләшә лә алмаймы? Уның был хафаһын аңлап өлгөргән табип тынысландырырға ашыҡты:

-- Борсолма, телең урынында, һөйләшерһең. Бер-ике урында эсәктәреңде генә көпшә менән ялғаным, башҡа нәмәләреңә теймәнем.

Рамаҙан уға рәхмәтле ҡарап ята ғына ала.

-- Ысынын ғына әйтәм, ҡотҡара алыуыма ышанманым. Ҡаның да китеп бөткән, яраң да ауыр ине... Был ғүмеремдә бына инде нисәнсе тапҡыр әҙәм балаһының ғүмере кеше ҡулында түгел икәнлегенә инанам... – Тарас Соломонович, биш тиҫтә йылдарҙан ашыу хирург хеҙмәтен башҡарған табип, донъя мөғжизәләрен бер бөгөн белә башлағандай булып аптырап баш сайҡай. – Бына шулай, улым... Артабан, санитарҙарҙы тыңлап ҡына ятһаң, ай тирәһендә аяҡҡа... - тине лә, яралының аяҡһыҙлығын иҫләп төҙәтеп ҡуйҙы, -- Арбаңа баҫырһың.

Ай һынлы айҙы ҡалайтып бында бикле ятып үткәрергә тип бошонғайны, иптәштәре күңелһеҙләнеп ятырға бирмәне. Медсестраларҙы бурылдата-бурылдата инәлеп килеп инеүселәр, ингәндә лә әйтер һүҙҙәре булмай шым ғына текәлеп ултырыусылар Матростан да, Василийҙан башҡа ла етәрлек ине.

-- Йоҡлаған кешегә текәлеп ултырыуҙары ни икән? – тип көлөп ҡуя ахырҙа шәфҡәт туташы.

-- Әҙәмдәр араһындағы яҡынлыҡ һөйләшеү йәки ҡосаҡлашыу ғына түгел ул, аҡыллым, хистәрҙе телһеҙ ҙә аңлатып була, бик алыҫтан да тойоп була, - тип фәлсәфәүи генә итеп яуаплай уға доктор Соломон. – Һәм ахырҙа ана шул һүҙ менән әйтелмәгәндәре иң ысыны булып сыға ла инде.

Хәле ярайһы уҡ яйланғас, тороп ултыра, үҙ аллы ашай башлағас, Василий Зинаидаһын эйәртеп килеп инде. Дуҫының ҡатыны уға тип бәлеш бешергән. Башта сәй ҡайната һалып, бәлеше менән һыйланы. Унан өҫ-башын алыштыртып, ай-вайына ҡуймай керҙәрен йыуыуға алды. Зинаиданың һый-хөрмәтен, иғтибарын ул быға саҡлы ла аҙ татыманы, тик бөгөнгө ҡыланыштарында, мәғәнәле ҡараштарында ниндәйҙер бер сер бар кеүек тойолдо Рамаҙанға. Ул үҙе лә ҡатынға һынаулы ҡарап-ҡарап ҡуйҙы, әммә тура һорарға, дөрөҫөрәге атап ҡына ниндәй һорау бирергә икәнлекте белмәне. Шуға ла бар сабырлығын йыйып һағайып көттө генә.

-- Рома, туғанҡайым, - тип һүҙ башланы, ниһайәт, Зинаида, аш-һыуын йыйып алып ире янына килеп ултырғас. – Беҙҙең һинең менән һөйләшер һүҙебеҙ бар.

Уныһын күптән аңлаған инде Рамаҙан. Шуға дуҫтарына ҡаш аҫтынан һораулы текәлеп ултыра.

-- Һин минең төрлө гәзит-жарналдар, эҙәрмән ойошмалар, кешеләр менән хатлашыуымды беләһең, - тип һәр бер һүҙен һаҡ ҡына һайлап ала ҡатын. – Бынан ике йыл элек миңә бер гәзиттән хат өлгөһөн һалдылар. Унда бер комсомолка, ниндәйҙер оло ҡатындың ауыҙынан ишеткәндәрен яҙып сығара. Ҡатындың улы хәбәрһеҙ юғалған була. Әммә үлем хәбәре юҡ. Ул хеҙмәт иткән частан яуҙаштары һалдаттың ауыр яраланып госпиталгә оҙатылыуын ғына хәбәр итә. Инде өмөт өҙөлдө тигәндә, 1948 йылда хеҙмәттән ҡайтып килгән бер ауылдаш егете, әлеге юғалған һалдатты Сочи вокзалында күрә. “Ул ине! Тап үҙе, бары аяҡтары ғына юҡ ине. Мин вагондан сығып еткәнсе ҡайҙалыр китеп барҙы, тапманым” – тип һөйләй аҙаҡ әсәһенә барып. Был хәбәрҙән әсә ҡабаттан дәртләнеп китеп улын эҙләй башлай...

Рамаҙандың ҡарашы ауырайғандай ауырайҙы. Танауы аша ауыр итеп тын алды. Зина бер аҙ хафаға төшһә лә, дауам итте:

-- Был хатта улын эҙләүсе ҡатындың исеме Әсмә Абдулхаева һәм ул 1920 йылда тыуған һәм 1939 йылда хеҙмәткә алынған улы Рамаҙан Абдулхаевты эҙләй тиелгән ине. Тик был хатҡа инде арыуыҡ йылдар үткән булған, миңә ул һуң ғына килеп эләкте. Шулай ҙа адресын һорап алдым һәм хат ебәрҙем. Күп тә үтмәй яуап килде, тик ул Зәлифә исемле икенсе ҡатындан булды...

-- Зә-ли-ффә?..

-- Эйе. Мин Зәлифәне эҙләп таптым.

-- Уны нимәгә эҙләргә? Мин Зәлифәнең ҡайҙалығын былай ҙа беләм! – Рамаҙан ярһып китмәҫкә тырышып тештәрен ҡыҫа.

-- Көтөп тор, Рома, ҡыҙма, тыңлап бөт, - тип беләгенә ҡағыла Василий.

-- Шунан, - тип дауам итә уны язалаусы Зина, -- Зәлифәгә бында, Вааламда йәшәүсе фронтовиктың ни хәлдә һәм ниндәй йөҙ-һыҙатлы, холоҡло булыуын һүрәтләп бирҙем. Ул яуап хатында һалдаттың армияға алына торған йылды әсәһе менән ҡушарлап төшкән карточкаһын һалды. Һәм ул һүрәттә... һин, Рома...

Ҡатынының һөйләгәндәрен дәлилләүгә Василий түш кеҫәһенән фото сығарып та һуҙҙы:

-- Бына.

Танауына терәлгән карточкаға бер генә күҙ һирпте лә, ҡарашын ала алманы ла ҡуйҙы Рамаҙан. Был аҡ-ҡара кәртешкәләгеләрҙең һәр кейем биҙәген, йөҙ-төҫ һыҙатын ул ысын буяуҙарында, нурҙарында бөгөнгөләй итеп хәтерләй бит. Әсәһенең башындағы, ҡыҙыл менән һары араһындағы ҡояш ерлегенә ваҡ сәскәләр төшөрөлгән яулығы байрамдарҙа ғына сығарып ябына торған ҡәҙерле нәмәһе. Өҫтөндәге күлдәге көрән, бишмәте ҡара бәрхәт ине. Күҙҙәре йәшкелт, йөҙө һарыраҡ, төҫө уңған аҡһыл ирендәрен күгәрткәнсе ҡымтыған. Аҙаҡ “уңайһыҙҙалып ултырып уҫал ҡараған да ҡуйғанмын” тип көлгән булғайны.

Уның артында баҫып торған буйсан ҡаҡса егеттең өҫтөндә ҡара костюм, эстән кейгән күлдәгенең яғалары сигелгән. Башында атаһынан һаҡланып ҡалған күн кепка. Әсәһе олатаһының эшләпәһен сығарғайны ла, Рамаҙан ризалашмай ошо кепканы кейгәне...

Фотоны күргәс ҡапыл асыуы баҫылғандай булдымы, әллә ысынбарлыҡтан ҡаса алмаҫын аңланымы егет, дауам иткәнде көтөп тағы ла Зинаға төбәлде.

-- Әсәйең юҡ инде, Рома-туғаным... Дүрт йыл элек донъя ҡуйған... Һине Зәлифә эҙләй.

Уң ҡабырға аҫтында нимәлер бороп-сәнсеп алды ла, тын алырға бирмәй торҙо. Унан яйлап ҡына ебәрҙе. Быны һиҙҙергеһе килмәгән егет ҡырыҫ өндәште:

-- Зәлифәгә мин нимәгә?

-- Мин һинең ошолай ҡыланырыңды ла, киреләнереңде лә белдем. Быларҙы Зәлифәгә лә яҙғайным, бына, ул һиңә төбәлгән хат һалғанр. Ошоларҙы уҡығандан һуң үҙең хәл итерһең, беҙ һине ирекһеҙләмәбеҙ.

Ҡатындың иренә бер ҡарап алыуы булды, уныһы әлеге түш кеҫәһенән хат килтереп сығарып дуҫтының түшенә һалды ла, ирле-ҡатынлы йәһәтләп сығып та киттеләр. Раманҙан башта күкрәген бешереп барған ҡағыҙға тейергә лә баҙнат итмәй ятты. Унан бер аҙ тынысланғас, ҡалтыранған ҡулдары менән һәрмәп алып, йырта-йырта асты.

Хаттың эстәлеге былай ине: “Һаумы, Рамаҙан! (“Һаумы” тигән тәүге һүҙ үк тертләтте. Ундай мөрәжәғәтте ишетмәгәненә лә, туған телендә уҡымаған-һөйләшмәгәненә лә күп йылдар бит инде.) Алағыуаттың йылы елдәренә ҡайнар сәләмдәрен ҡушып хат яҙыусы Зәлифә тип уҡырһың. Һинең ауылды ла, беҙҙе лә оноторға теләгәнеңде лә, ҡайтмаҫҡа булғаныңды ла беләм. Зинаида барыһын да аңлатты. Шулай ҙа хәлдәребеҙҙе яҙам әле.

1944 йыл беҙҙең атайға ҡара ҡағыҙ килде. Шул уҡ йылды әсәй үпкә сиренән вафат булып ҡуйҙы. Һеңлем менән икебеҙ тороп ҡалдыҡ. Ҡыш ныҡ һыуыҡ булғас, һинең әсәйең, Әсмә инәй беҙҙе үҙенә йәшәргә саҡырҙы, бер йортҡа утын әҙерләүе еңелерәк булыр, тине. 1946 йыл Әминә апайың ағас ҡырҡҡанда ҡазаланып ҡалғайны һәм ике йыл түшәктә ятып үлеп китте. Уның өс балаһы ла әсәйеңә тороп ҡалды, атайҙары әйләнеп ҡайтма алманы. Беҙ шулай ҙур ғаилә булып йәшәп киттек.

Әсмә инәй һине үлгәнсе көттө. Күршеһе Шәриф ағайҙың улы үҙеңде Сочи ҡалаһында күргән булған. Тик һөйләшеп өлгөрмәгән. Был хәбәрҙән беҙ барыбыҙ ҙа өмөтләндек һәм тағы ла хаттар яҙырға, төрлө урындарға мөрәжәғәт итергә тотондоҡ. Мин һине ҡырҡ дүртенсе йылдан, хаттарың туҡталғандан алып эҙләйем. Әсмә инәй менән бер-беребеҙҙе йыуатып, дәртләндереп йәшәнек. Тик ул инде дүрт йылдан ашыу юҡ...

Башта яҙғайным инде, минең ғаиләм ҙур тип. Һеңлем еткән ҡыҙ булды, быйыл егермеһе тула. Әминә апайҙың балалары ла үҫтеләр инде, өлкән улы мәктәп тамамлай, ике ҡыҙы үтә йәшләй ҡалып, мине әсәй итеп өйрәнгән, ҡул араһындалар. Мал тотабыҙ, ҡош-ҡорт аҫырайбыҙ. Һаман да Әсмә инәйҙә, йәғни һинең йортоңда йәшәйбеҙ.

Беҙҙең хәлдәр бына ошолай. Һинең хәлеңде лә яҡшы беләбеҙ һәм иҫән-һау булыуыңа сикһеҙ шатланабыҙ. Һуғыш ауылыбыҙҙа өй беренсә ҡайғы таратып сыҡты, күптәр атайһыҙ һәм ирһеҙ ҡалды, ә һин бар көйө беҙҙе зар-интизар итәһең. Әсәйең ҡасан да бер әйләнеп ҡайтырыңа ышанып китте. Һәм мин дә ышанам. Һине һағынып көтөп – Зәлифә. 2 октябрь 1955 йыл.”

Зәлифәнең башындағы әсәһенең яулығын әллә ҡайҙан таныны Рамаҙан. Пароход палубаһында бер яҡ ситтәрәк баҫып торған һәм төшөүгә ыңғалаған төркөмдән кейеме менән дә, баҙнатһыҙ ятһырауы менән дә айырылып торған ҡатынды Зинаида менән Василий ҙа аңғарҙы. Йылы бишмәте аҫтынан оҙон булып төшөп торған күлдәк итәген ел тартҡылай, бер ҡулы менән шуны ипләй, икенсеһенә иҙәндә ултырған оло ғына сумаҙан һабын ҡыҫып тотҡан. Башҡалар кеүек этешмәй-төртөшмәй, сабыр ғына ҡарап сират көтә. Уның был ҡылығынан, күндәм баҫып тороуынан уҡ үҙ ауыл ҡатын-ҡыҙы фиғелен таныны ла, эсе өҙөлөп китте Рамаҙандың. Шул ваҡыт ни тиклем һағынғанлығын һәм тәҡәтһеҙ ҡәҙерле нәмәләрҙән мәхрүм булғанлығын бөтә тәрәнлегендә тойғандыр ул. Ҡулын күтәреп башта шыбырлап өндәште:

-- Зәлифә... – Унан күкрәк тултырып тын алды ла, көр тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе: -- Зәлифә-ә!

Алға китеп әйткәндә, Рамаҙан менән Зәлифә ҡырҡ йылға яҡын тиң ғүмер итеп, баҡыйлыҡҡа ла бер-бер артлы күсәләр. Алты балалары булып, уларҙан таралған зат-ырыуы ялбыр шәжәрә ағасын төҙөй. Вааламдағы дуҫтары менән беҙҙең билдәле геройҙарыбыҙ был ғүмерҙә бер генә күрешмәйҙәр әле. Ә утрауҙағы ғәрип фронтовиктар пансионаты 1974 йылға тиклем эшләй. Уның кеүек лагерҙар ил буйынса ла биш-алтау була. Вааламдағын аҙаҡ ҡабаттан монастырь итеп тергеҙәләр, сиркәүе лә бар. Ғәрип фронтовиктар хәтирәһен утрауҙа иҫке зыярат та, сиркәү эсендәге музей ғына һаҡлай. Улар шәһит булып ҡалған. Улар онотмай. Нисек булғанлығын. Еңеүҙән һуң...

Миләүшә Ҡаһарманова.

Читайте нас: