Һәр кемдең ҡаршы енес күҙенә яҡшыраҡ булып күренгеһе, ниндәйҙер ыңғай эштәре менән телдәренә эләккеһе килде. Шул ҡыҙҙарҙың бер генә иркә ҡарашына юлығыу, йылмайыуҙарының шаһиты булыу йәки яғымлы һүҙҙәрен ишетеү өсөн әллә ниҙәрен бирерҙәй булып йөрөгәндәр күбәйҙе. Ҡалайтаһың, ир-егеттең дә яртыһынан күбе утыҙға саҡлы ғына егет-елән бит, тап ҡатын ҡосоп, ғаилә ҡороп йәшәй торған саҡтары. Аяҡ-ҡулдар булмау әле бит йөрәк юҡты аңлатмай. Теләк юҡты, хис юҡты, тәбиғи инстинкттар юҡты...
Рамаҙан ситтән генә ҡәнәғәтләнеп күҙәткән бер ҡыҙыҡ хәл дә бар. Оҙон ҡыш айҙарында бер китапханала ҡайнап йөрөгән Василий менән Зинаиданың бер береһенә ылығып китеүе. Зинаида Захаровна китапхана ойоштороп ебәргәйне, уға кәштәләр яһап биреүсе булып оҫта ҡуллы Вася ялланды ла, нисә айҙар инде ҡушарлап йөрөп бергә эшләйҙәр. Васяның телендә лә хәҙер өҙлөкһөҙ “Зина ла Зина”: “Зина әйтте”, “Зинка һораны”, “Зинаның үтенесе” һәм башҡалар. Зинанан һәм шул китапхананан башҡа донъяһын да, дуҫтарын да, хатта хәсрәтле хәлен дә онотҡандай. Казармалағылар башта төртмә телләнеп шаяртһа ла, был ике етди кешенең уртаҡ һүҙҙәре лә, фекерҙәре лә булыуы береһен дә аптыратманы. Тыныс һәм белемле Василий менән төплө, эшлекле Зинаида бындағы күптәр өсөн өлкән апай-ағай итеп ҡабул ителгән, уларға кәңәшкә киләләр, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр ине. Зинаида яҙыу-һыҙыуға оҫта, грамоталы булып, егет-ҡыҙҙарҙың төрлө документтарын йүнләшеүгә, туған-тумасаларын эҙләшеүгә һәм башҡа мәшәҡәттәренә булышлыҡ итә. Василий үҙ сиратында ғәриптәрҙең йөрөшөн һәм йәшәйешен еңеләйтеүҙең юлдарын эҙләй: әле береһенә уңайлы таяҡтар, икенсеһенә арба, өсөнсөһөнә терәлеп ултырыу ҡулайламаһы, дүртенсеһенә карауатынан тора алыуға бер яйлама. Ошо изгелектәре һәм ярылып ятҡан көслө рухтары, миһырбанлы ҡатылыҡтары өсөн дә яраталар үҙҙәрен.
-- Зинаида Захаровнаның һуғышҡа тиклем ғаиләһе булғанмы? – тип һораны бер көн оҫтахана итеп бирелгән бүлмәлә дуҫына кипкән ағастарын юнышҡан Рамаҙан.
Василий ғәҙәтенсә ҡапыл ғына яуап бирмәй, Рамаҙан да быны төшөнөп бөткән инде, шуға һорауын ҡабатламай ҙа, сабырһыҙланып төбәлмәй ҙә. Бына ул ҡулындағы шымартып ултырған таяғынан юнышҡы саңын өрөп осора ла, башын бора:
-- Булған. Ире тәүге йылда уҡ һәләк булған. Ике ҡыҙы тылға оҙатылған да, юлда поезды самолеттар бомбаға тотоп, балалары юғалған. Тереме-үлеме икәнлектәрен дә белә алмаған.
-- Һы... Ауыр хәл, -- Рамаҙан был һөйләшеүҙе ҡайҙан башлаған хәлгә ҡалды, бындайҙы уҡ ишетермен тип уйламағайны шул. – Көслө ҡатын икән улайһа Зинаида ысынлап та, үҙендә ниндәй хәсрәт булып та, башҡаларҙы ҡайғыртып йәшәй.
-- Ҡыҙҙарын эҙләп төрлө урындарға хаттар яҙып, гәзиттәргә мәҡәләләр ебәреп йөрөп әллә күпме кешеләрҙе табыштырған, яҙмыштарҙың юғалған еп остарын ялғашҡан ул. Әле лә өмөтөн өҙмәй, һаман яҙа, эҙләй, көтә...
Ирҙәр бер мәлгә тынып ултырып алды. Кеме нимә хаҡында уйлағандыр, шул мәл Рамаҙандың башына бик елле уй килде лә төштө. Һәм ул был уйын холҡона хас булғанса шундуҡ теленә лә төшөрҙө:
-- Ә нишләп һеҙгә өйләнешмәҫкә, ә?
Вася киң йылмайҙы ла, рыя ғына ултыра бирҙе.
-- Ҡара, Вася, ысынлап әйтәм һиңә. Зинаида менән һеҙ бына тигән пар. Икегеҙ ҙә ғаиләһен юғалтҡан, икегеҙҙә бер ҡайғы. Шул ҡайғыларығыҙҙы артҡа ташлап, әйҙә, тотоғоҙ ҙа яңы тормош башлағыҙ? Ә, дуҫ?
-- Һин был килеш, мин дә инде... сәләмәт ҡатын-ҡыҙға ымһына алмайбыҙ. Унан килеп ҡайҙа башҡа ҡатындар? Был урындан беҙ ҡайҙа китә алабыҙ? Зинаида ла шул уҡ... Һуң, аяҡтар юҡ тип ятып үлеп булмай ҙа инде. Һин бит үҙең мине “йәшәргә кәрәк” тип өйрәтәһең, Вася...
Ниһайәт, Вася ла телгә килә:
-- Еңел уйлайһың һин, Ромка. Һинеңсә бөтә нәмәне лә тотоп һындырып була. Беренсенән, Зинаидаға минең кеүек имгәк нимәгә? Икенсенән, ул хәтирәләренә шул тиклем тоғро. Өсөнсөнән... ҡуй, юҡты...
-- Вася! Шым әле!Мин бит һине тыңлайым, һәр ваҡыт һүҙҙәреңә ҡолаҡ һалам. Был юлы һин мине тыңла. Һин Зинаға имгәк түгел, ә киреһенсә терәк һәм таяныс буласаҡһың. Ә хәтирәләрен иҫләһен әйҙә, уларҙың ни зыяны?
-- Ә яратыу? Ул ҡатындың миңә исмаһам аҙ ғына булһа ла берәй тойғоһо булырға тейештер бит? – Вася ҡулдарын ике яҡҡа йәйеп үк ебәрҙе.
-- Зинаның һине яҡын күреүен барыһы ла аңлаған инде. Һин дә уға битараф түгелһең, шулай бит? – Рамаҙан эйелеп дуҫының күҙенә үк төбәлде. Вася уңайһыҙланғандай итһә лә, дөрөҫөн һығып сығарҙы:
-- Эх, дуҫ... Зинаида кеүек ҡатындан кем баш тартһын? Мин уның бер яғымлы ҡарашы өсөн шул китапханаһын анау тау үренә мендереп ҡороп бирергә ризамын.
Был хәбәрҙән Рамаҙан оҫтахананы яңғыратып көлөп, иптәшенең яурынына тос йоҙроғо менән төртөп ебәрҙе:
-- Ғашиҡ булғанһың бит һин! Өндәшмәй генә ғашиҡ булып йөрөгәнһең!
Вася ла тауышһыҙ ғына һелкенеп көлгән булды, үҙе ризалығын белдереп башын ҡаға.
-- Былай булғас беҙ был эште һуҙмайбыҙ, давай, егеттәрсә тотабыҙ ҙа хәл итәбеҙ, -- Рамаҙан ҡулдарын һелтәп дәртләнеп үк китә лә, арба тәгәрмәстәрен дыһырлатып иҙән буйлап ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөй үк башлай.
-- Нимә хәл итәһең? – Вася аңламай әле.
-- Нисек “нимә”? Барабыҙ! Һоратабыҙ!
-- Нимә “һоратабыҙ”? – дуҫының күҙҙәре аптырауҙан түңәрәкләнгән.
-- “Нимә” түгел, ә “кем”! Зинаиданы барып һоратабыҙ! Нимә аңшаяһың ул? – Васяның аңламағанына Рамаҙандың йәне көйә үк башлай.
-- Нимә һөйләйһең һин? Ундай эш шулай тота килеп башҡарыла тиһеңме? Кем һората, мәҫәлән, кем шулайтып йөрөй? – Васяның да ҡаштары емерелә.
-- Ә нисек башҡарыла? Көҙ буйы, ҡыш буйы ымһынып йөрөнөң, хәҙер тағы күпме баш баҫаһың? Һин мәшәүләнгәнсе башҡаға ла сығып китер әле. Бында уны алырға теләүселәр быуа быуарлыҡ. Ә ул һиңә ҡапланған.
Вася тағы ла шымып ҡала, бер башын ыуалай, бер устарын.
-- Кем тип... бына – мин! Барам да мин һоратам! – тип ысҡындырғанына үҙе лә аптырай биргәндәй булды ла Рамаҙан, тик инде әйткәненән баш тарта алмай ине.
-- Һи-ин?.. – Вася усы менән маңлайын баҫты.
-- Мин! Нимәм бармай яусыға? Телем бар, башым бар, аяғым ғына юҡ инде, -- тип көлкөгә һабыштырып та маташты. Тик дуҫында көлкө ҡайғыһы түгел. Ул Рамаҙандың ниәтенә ҡаршы килергә лә теләмәй, әммә шул уҡ ваҡытта үтә лә ҡаушап төшкән. Күҙҙәре мөлдөрәп, өмөтләнеп ҡарай, ә теле төптө икенсене һөйләй:
-- Ризалашмаҫ ул... Ҡыуып сығарһа?.. Ә? Нишләйбеҙ унда, Ромка, ә?
-- Ҡыумай! Күр ҙә тор бына! Все – хәл ителде, бөгөн киске аштан һуң барам да инәм.
Кискә Рамаҙан Зинаида Захаровнаны китапханаһында эҙләп тапты. Ҡатын һаман да өҫтәл артында, һаман да кемдәргәлер нимәләрҙер йүнләп хаттар яҙыу менән мәшғүл ине. Бында йыш ингән, шулай ҙа артыҡ һөйләшеүгә әүәҫ булмаған был икенсе милләт егетен ҡатын яҡын күрә лә, тегеһе тартынамы, ситһенәме шунда – артыҡ ылыҡмай. Ҡырағайыраҡ, томһараҡ шул. Әле элеккесә сәләмләшеп кенә кәштәләр араһына үтмәне, ә нимәлер әйтергә теләгәндәй булып ҡаршыһына килеп үк ултырып алды. Ҡатын уға һораулы ҡараш менән төбәлде. Был ҡараштан егет бер аҙ уңайһыҙланғандай булды, шулай ҙа күҙҙәрен шылдырманы, үҙенә үҙе дәрт өҫтәгәндәй тамаҡ ҡырып һүҙ башланы:
-- Зинаида... Зинаида Захаровна...
-- Эйе, -- Зинаида уның ауыҙына текәлеп артабанғы хәбәрен көттө.
-- Эйе, мин Зинаида Захаровна, инде утыҙ биш йыл исемем шулай, -- ҡатын йылмайып ултыра.
Һәр саҡ етди, хатта уҫалыраҡ та булып күренгән ҡатындың ирәбе йылмайыуынан яусының да күңеле йылынып китте лә, был ыңғай мәлде файҙаланып ҡалырға ашығып, бутала-бутала бер тында сығарҙы ла һалды:
-- Мин һеҙҙең ҡулығыҙҙы һорайым, Зинаида Захаровна. Ҡатын булырға... бер ғаилә булып йәшәргә тип.
Зинаида ҡапыл артҡа тартылып усы менән ауыҙын баҫты, күҙҙәре түп-түңәрәк булды.
-- Василий Егорович ул бик һәйбәт кеше... ул оҫта... уның күңеле матур... һеҙ уны үҙегеҙ ҙә һәйбәт беләһегеҙ бит инде... Шәп кеше ул!
-- Уффф! Василиймы ни?! – шул саҡ ҡатын ике ҡулын ҡалҡыу түшенә ҡуйып сайҡалғандай итте, -- Мин әллә һин кейәүгә саҡыраһыңмы тип ҡотом осто!
Рамаҙан да хатаһын төҙәтә һалды:
-- Юҡ-юҡ, мин түгел! Василий Егорович! Мин унан яусы булып килдем... Яусы мин...
-- Яусы? Ай, хәтәр яусы икәнһең! Ну, яусы... – тип рәхәтләнеп көлдө хәҙер яңы ғына ҡобараһы осҡан Зинаида. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы көлдө. Унан ҡапыл көлөүе үкһеүгә әйләнеп китеп, битен устары менән япты ла, һыңҡылдап шымып ҡалды. Рамаҙан ынтылып яурынынан ҡағырға теләп ҡулын һуҙҙы ла, ҡыймайса кире алды.
-- Зинаида... Захаровна... юҡ булһа... “юҡ” тип әйтегеҙ, тик иламағыҙ... зинһар...
Зинаида йөҙөнән устарын алды, юҡ, иламай ине ул, һәр хәлдә төҫө үҙгәрмәгән. Көлмәй ҙә ине, асыуланмай ҙа. Нисектер йыуашайып киткәндәй булып ултыра. Рамаҙанға текәлеп, уйсанланып китеп ултыра. Егет тә унан күҙҙәрен алмай, өмөтләнеп тексәйгән.
-- Йә, нимә көтәһең минән? – йылмайғандай ҙа үҙе, -- Әйт дуҫыңа, килһен – һөйләшәйек. Яусылап кәмит ҡороп йөрөүегеҙҙе әйтәйем.
Ауыҙы ҡолаҡтарынаса йырылған Рамаҙан һикереп торҙо:
-- Есть, иптәш командир!Хәҙер үк килә, һөйләшә!
-- Бөгөн үк тимәйем инде, иртәгә лә мөмкин, -- Зинаиданың артынан ҡысҡырып ҡалыуын ҡолағына ла элмәй елдерҙе генә “танкист”. Дуҫын ҡыуандырырға ашыҡты.
Аҙна-ун көндән Ваалам ғәриптәр пансионаты тарихында шаулап-гөрләп теренсе туй үтте. Василий менән Зинаида, уларҙан баш тартҡан йәмғиәткә үс итеп, ә бәлки бары бәхеттәре асылыптыр, үҙ йәмғиәтендәге яңы башланғысҡа тәүге аҙымды яһаны.Туйҙан һуң ғаилә өсөн ташландыҡ бүлмәләрҙең береһен емереклектән бушатып, таҙалап-аҡлап, кәрәкле йыһаз әтмәләп тултырып ташланылар. Пансионат етәкселеге лә өлөш индерҙе, директор менән баш табип шәхсән бүләк яһанылар, ысынлап һөйөндөләр.
Был хәлдән һуң Рамаҙанға ғына “яусы” ҡушаматы оҙаҡҡа йәбешеп ҡалды. Уның яусылап йөрөүен Зинаида ҡыҙҙарға ҡайтып мәрәкә итеп һөйләгән дә, тегеләре хәҙер шунан ҡыҙыҡ табып, егетте күргән һайын ябырылалар:
-- Миңә ҡасан яусы булып киләһең, Ромка?
-- Миңә лә, Ро-ом? Зинһар, миңә лә кейәү табып бирсе?
-- Басурман булһа ла ярай, Ромка?! Ҡасанға көтөргә һине?
Рамаҙан иһә яурындарын һикерткеләп йылмайып тороуҙан аша үтә алмай. Һүҙ көрәштереү бында урынһыҙ. Был халыҡты шаярыуҙа еңеп буламы ни?
Ошо урында тағы ла алға китә биреп һөйләгәндә, Василий менән Зинаида ғаиләһендә бер-бер артлы дүрт ир бала тыуып үҫеп, Ваалам пансионатының беренсе ерле граждандары иҫәпләнә һәм уларҙың береһе журналист булып, ата-әсәһенең хәтирәләрен яҙып ҡалдыра.
Василий менән Зинаиданың өйләнешеүе, улай ғына ла түгел, Зинаның етешә барған ҡорһағын һаҡ ҡына итеп арбаһында тирбәтеп алып йөрөүе, ҡояш булып балҡыған йөҙөнән оялсан йылмайыу китмәүе һәм тағы ла әллә күпме ябай күҙгә күренмәгән, әммә күҙәтеүсән ҡатын-ҡыҙ ҡарашынан йәшеренә алмаған үҙгәрештәр әлеге ҡатын-ҡыҙҙы ҡуҙғытып ебәрҙе. Уларҙа ла ир ҡатыны булыу, әсәлек хистәрен татыу, һөйөлөү, кемделер тәрбиәләргә, ҡайғыртырға теләү кеүек тәбиғи тойғолар уянды. Ғәрип ҡалып ошо утрауҙа көн итеүгә дусар булыуҙарын ҡәһәрле яҙмыш тип уйлаған уйҙары ҡырҡа үҙгәрҙе. Сатырлап кипкән тупраҡтай ярғыланған күңелдәренә өмөт нуры үтеп инеп, шул нурҙан тулышҡан хыялдары был ҡоролоҡто шифалы һыу булып һуғарҙы. Былай ҙа тамшанып ҡараған йыйын берәҙәк ир-егетте уғата ымһындырып тағы ла матурыраҡ, сағыуыраҡ, хуш еҫлерәк булырға тырышты улар. Бығаса үҙҙәре кеүек үк бисаралар итеп кенә ҡараған егеттәрҙе, ир-атты һынап баҡты, оҡшағандарын ылыҡтырыр юлдар эҙләне, ҡайҙалыр алда бәхетле бер донъя барлығын күҙ-ҡараштары менән дә вәғәҙә итте ҡатын-ҡыҙ. Әлбиттә, ир халҡы быға ҡапты, ҡапты ғына түгел алды-артын абайламай ынтылды, ымһынды, көнләште, ғауғалашты. Шундай юлдарҙы үтеп, һүҙҙәре һәм үҙҙәре килешкән бер-нисә пар ҡушылып та ҡуйҙы.
Люба ла ылыҡҡандан ылыҡты Рамаҙанға. Китапхананан яҡшы китаптар алып килеп бирһенме, ашағанда иңен иңгә терәй биреп йәнәшә ултырһынмы, хор репетицияларында сәбәп тапҡан булып яурынына, ҡулбашына ҡағылһынмы, күлдәктәрен йыуып, үҙенең тәмле еҫен һеңдереп алып килеп бирһенме... Башын юғалта яҙып, юғалта яҙып ҡуя Рамаҙан. Бер көн килеп тыйыла алмаҫ, янында бөтөрөлөп йөрөгән ҡыҙҙы ынтылыр ҙа ҡосағына ҡыҫыр кеүек. Тик ошолай уйлауы була, күңеленең иң төбөндә ниндәйҙер ҡаршылыҡ уяна ла, ул тау өҫтөнән тәгәрәп килгән ҡар тубылай ҙурайып килеп алҡымына тығыла. Унан инде төҫө лә юйыла барған бер йөҙ күҙ алдынан үтеп, исеме тештәре араһына ҡыҫыла: Зәлифә-ә...
Онота алмаймы ул Зәлифәһен, әллә шул исем менән бербөтөн булып ҡалған тыуған илен һағыныуы шулай тәҡәтһеҙ итәме? Терелеген белә лә алмай ҡалған, уны юғалтҡан әсәһе, туғандары алдындағы ғәйебеме был? Уларҙы мәңгелек көтөүгә дусар иткән ғорурлығымы шулай юлын быуа? Аңламаҫһың...
Өркәк ҡоралайҙай ҡара һылыу һөйгәне әллә өндә, әллә төштә генә булғандай хәҙер уға. Был заманға тиклем кейәүгә сыҡмай ҙа ултырмағандыр, күптән бала-сағалылыр ҙа, Рамаҙанды уның кеүек алыҫ үткәндең бер матур өлөшө итеп кенә хәтерләйҙер. Зәлифә юҡ, Зәлифә, бәлки, булмағандыр ҙа. Ә Люба бар. Ул янда ғына. Ҡосағына алғанды, тыны менән иреткәнде көтөп, бер ишара-ымын ғына һағалап йөрөй. Мәрйә булһа һуң... Сибәр бит, хатта үтә сибәр. Йылымыҡ, иркә, йомшаҡ һүҙле килеп. “Милый мой, дорогой” тип өҙөлөп тора. Ғәрип булһа һуң... Рамаҙан да инде һикереп һыбай менер хәлдә түгел. Бер-береһен үҙҙәренән яҡшыраҡ аңлаған кеше табылмаҫ. Кемдеңдер һөйәркәһе булһа һуң... Ул ваҡыттары күптән үткән бит инде. Мөхәббәте лә янып көлгә ҡалғандыр, ғазаптары ла баҫылғандыр, күрәһең. Рамаҙан үҙе яратманымы һуң? Күпме төндәрен мендәргә ҡапланып тауышһыҙ үкһене... Зәлифәне икенселәр ҡулына ҡалдырыуынан ғәййәр ялҡындарҙа янды. Аҙ булдымы шул йылдары? Һуғыштан алдан, һуғышты... унан һуңғы йылдарҙы бергә иҫәпләгәндә генә лә ун ике йылдан ашҡан. Һаман да шул исем тота бит үҙен, һаман да икенсе ҡатын-ҡыҙға яҡын юлатмай... “Булһа һуң” тип ярлыҡай ул Любаның бар кәмселектәрен дә. Серыйға ла шулай тип яуапланы. Уныһы баштан уҡ Любаға күҙ һалғайны ла, ҡыҙҙан иғтибар ала алмағас, уның һуғыш тарихын сурытып-күпертеп һөйләп сығарҙы. Хатта Рамаҙанды ла туҡтатып кәңәш биргән булды.
-- Ромка, һин бит минән арыуыҡҡа йәш, шуға ҡусты күреп әйтәм, нимәгә һиңә шул һепертке? – тине ул ҡыҙҙы өйөнәсә оҙатып килгән егетте ишек төбөндә туҡтатып. Үҙе Рамаҙандың яуабын көтөп тә тормай дауам итте:
-- Ул бит командирҙарға һөйәркә булып йөрөгән. Һуғышҡан шулайтып. Тоже файҙа инде, тик нимәгә уны ҡарауыллап алып тик йөрөйһөң. Әйҙә беҙҙең менән дә бүлеш. Беҙ командирҙарҙан кәм булмаҫбыҙ ул, - тип тартыуҙан ҡарлыҡҡан тауыш менән ғырҡылдап көлөп тә маташты.
Сикә тамырҙары шартларҙай булып бүртеп сыҡһа ла, һыңар ботло ҡолғаны аяҡ бөгәренән эләктереп ҡолатыу ҙа, өҫтөнә һикереп менеп төйгөсләү теләге ялмап барһа ла, егет тыныс ҡына итеп бер ауыҙ һүҙ менән яуапланы ла китте:
Әммә бер-нисә көндән һуң әлеге әҙәм аҡтығын шул урында иҙгәнсе тапамағаны өсөн ергә ятып үкенерҙәй булды Рамаҙан. “Самауырҙарҙы” һәм үҙ аллы хәрәкәт итә алмаған ауыр ауырыуҙарҙы саф һауала йөрөтөү мәле ине. Люба менән икәүләшеп, ғәҙәтенсә, Антошканы алдылар. Был күңелсәк егет уларҙың араһында ултырып бала һымаҡ ҡыуана, көлдөрә, йырлап та ебәрә, үҙен былар ҙа ярата, Антошка ла Любанан түңәрәк күҙҙәрен айыра алмай торған була. Яратҡан урындарында, текә яр башындағы түбәләстә ултыралар ине, эргәләренә хәйерһеҙ шул Серый килеп баҫты. Тәмәкеһен һурып бөтөп сиртеп осорҙо ла, Любаға өндәште:
-- Туташ, аҙыраҡ атлап киләйек әле, әйтер һүҙем бар.
Люба ҡымшанманы ла. Сергейҙың бәйләнеүенән ул инде йөҙәп бөткән, яусыларын да әллә нисә ҡат кире ҡаҡҡан ине.
Ҡыҙ яуап бирмәгәс, быларға мөрәжәғәт итте:
-- Йөрөп килерһегеҙ, бәлки?
Рамаҙан уйлап өлгөргәнсе Антоша яуапланы ла:
-- Тағы нимә? Сылғауыңды елләтеп бирмәйекме? – үҙе кәрзин эсенән ҡалҡып торған башын ике яҡҡа борғолап кеткелдәп тә алды.
-- Һин орсоҡ тик кенә ултыр, - Серыйҙың да тауышы ҡатыланды. Үҙе һаман китмәй ныҡышты, -- Йә, Люба, баш эйәйемме инде һиңә?
Люба уға боролоп аҫтан өҫкә ҡараны:
-- Кәрәкмәй. Баш эйеүең дә кәрәк түгел, хәбәрең дә кәрәк түгел. Үҙ юлың менән бул, Сережа, мине борсома.
-- Люба... – тип тағы ла ауыҙын асҡайны ғына Сергей, уның тиҫкәрелегенә сабырһыҙланған Антоша ҡысҡырып та ебәрҙе:
-- Кит тинеләр бит һиңә! Китеп ултыр!
Шул ваҡыт Сергей, ярһыуын кемгә төшөрөргә белмәй торған еренән әмәлен тапҡандай, һыңар ҡултыҡ таяғы менән киҙәнеп тороп Антоша ултырған кәрзингә һуҡты ла ебәрҙе. Түңәрәк төплө кәрзин, эсендәге йөгө менән туп шикелле булып аҫҡа тәгәрәне. Бындайҙы көтмәгән Люба менән Рамаҙан, ҡапыл албырғап ҡалып, егет кәрзин артынан һикергәндә, һуң ине инде. Кәрзин шәп тиҙлектә тәкмәсләп барып ярҙан аҫҡа осоп төшөп тә китте. Уның артынан ынтылып, шулай уҡ аунап-тәгәрәп килгән Рамаҙан, ҡулдары менән ерҙе тырнап тигәндәй барып, яр ҡырына етәрәк, туҡтала алды. Люба ла ҡултыҡ таяҡтарһыҙ аҫҡа шыуыша, үҙе яр яңғыратып сарылдай ине:
-- Антоша!Антошка-ҡәҙерлем! Ярҙам итегеҙ! Үлде! Үлде инде! Үтенәм, ярҙам итегеҙ! Рома! Антоша-а-а! А-а-аһ!
Яҡын тирәлә йөрөүселәр, унан санитарҙар йүгерешеп килгәнсе күпме ваҡыт үткәндер, Рамаҙан менән Любаны һөйрәп сығарғансы, табиптар ҡулында тыйып алғыһыҙ булып илап тулаған ҡыҙҙы тынысландырғансы хәтһеҙ ара уҙғандай тойолдо. Ул арала Сергейҙың был тирәнән юҡҡа сығыуын берәү ҙә күҙгә элмәне. Уның ҡайғыһы ла түгел ине шул. Хәлде аңлаған һаҡсылар ҡапҡа аша сығып, урау юлдан яр аҫтына ҡарай йүгерҙеләр һәм тағы ла ғазаплыраҡ булған хәтһеҙ мәлдән күн плащҡа һалынған ҡанлы тән киҫәген күтәреп алып килделәр. Антошаның бит-кәүҙәһе ҡан ҡатыш тупраҡҡа, ҡомға буялған да, алыҫтан ул бер ағас киҫәге кеүек кенә булып ята ине. Был хәлде күргән Люба тағы үкһене:
-- Антоша! Нимәшләттеләр һине, туғанҡайым минең?! Антоша!
Рамаҙан һаҡсыларҙың алдағыһына һораулы ҡарашын күтәргәйне, уныһы әкрен генә баш сайҡаны.
-- Ы-ых! – Рамаҙан йоҙроғон йомарлап ергә һуҡты ла, арбаһында ҡырт боролоп казармалар яғына елдерҙе. Ниәте Серыйҙы табып алҡымын сәйнәү ине. Тик енәйәтсе бүлмәһендә лә, башҡа урындарҙа ла, хатта пансионат урамында ла табылманы. Оҙаҡламай уны эҙләүгә барыһы ла ҡушылды, бет итеп тентенеләр ҡоролмаларҙы, әммә теге зым-зыя булды ла ҡуйҙы ҡасаҡ. Икенсе көн урманға, яҡын ауылдарға ҡораллы һаҡ патруль яһап әйләнде, тик Сергейҙың эҙе табылманы. Ә Антошаны алыҫ булмаған урман аҡланына алып барып ерләнеләр. Уның ҡәбере киләһе йылдарҙа киңәйә һәм ҙурая барасаҡ пансионат зыяратының тәүге кәртәле ташы булды.
Ошо ҡайғынан халыҡ тынысланып та өлгөрмәне, уларҙы ҡуҙғытҡан тағы ла бер көтөлмәгән хәл сыҡты. Пароход күлдән үткәндән, йөк машиналарын көтәләр ине тышта, бер машинаның кабинаһынан төшкән хәрби йәш ир үләнгә сумаҙанын ҡуйып ян-яғына ҡаранып торғанда, Рамаҙанды ҡултыҡлап тигәндәй йәнәшәһендә ултырған Люба үҙәк өҙгөс тауыш менән һөрәнләп ебәрҙе:
Үҙе ҡысҡырған ыңғайы тороп йүгермәксе булып ынтылды ла, таяҡтарында буталып һөрлөктө. Ярай әле Рамаҙан ынтылып терһәгенән эләктереп өлгөрҙө. Тик ҡыҙ уның ҡулынан да ысҡынып талпынмаҡсы. Ул арала хәрби йүгереп килеп ҡыҙҙы күтәреп тә алды. Ҡултыҡ таяҡтары кәрәкһеҙ булып ҡолашып ҡалдылар. Итәктәрен йәлпелдәтеп бер-ике ҡат әйләндерҙе, унан ергә баҫтырҙы ла, ике сикәһенән алмашлап үпте, унан тағы күкрәгенә ҡыҫты, тартыла биреп төбәлде лә тағы үпәсләне. Люба ла уға сат йәбешеп берсә иланы, берсә көлдө. Уларҙы күҙәткән бер өйөр асыҡ ауыҙҙар “был кем икән” тип юрағансы, ҡыҙ күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡалтыранған тауыш менән иғлан итте лә:
-- Ҡустым был минең! Берҙән-бер туғаным! Күрәһегеҙме? Иҫән булған... Иҫән... – унан тағы үкһеп егеттең түшенә ауҙы.
Киске аштан һуң Люба ҡустыһын Рамаҙан, Василийҙар менән таныштырҙы, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Максим йәшерен хәрби хеҙмәттә булған икән, был хаҡта туғандарына белдерә алмаған, апаһына хәбәр ебәреү ҙә тыйылған. Һуғыштан һуң да сит илдәрҙә йөрөгән, хеҙмәтен үтәгән. Ике ай элек ҡайтып төшһә фатирҙарында икенселәр көн итә, ғаилә ағзаларының ҡайҙалығын белгән кеше юҡ. Таныш-белештәре буйлап йөрөп һораша торғас эҙенә төшкән апаһының. Ваалам тураһында оло ерҙә бөтөнләй мәғлүмәт табыуы ауыр икән, шулай ҙа Максим асыҡлай алған һәм, бына, апаһын килеп эҙләп табып ултыра.
Иртәгәһенә иртә менән өйрәнелгән урындарында осраштылар. Любаның бөгөнгө пароходҡа сығырға тейешлеген белгән Рамаҙан уны ҡара таңдан яр башында көтә ине инде. Ҡыҙ уның янына килеп ултырҙы, яурынына терәлде. Рамаҙан уны иңдәренән ҡосаҡлап алды. Люба һыйына биреп, ҡолағына шыбырлап тигәндәй өндәште:
-- Рома, ҡәҙерлем, әйҙә беҙҙең менән. Бергә йәшәрбеҙ. Мин һиңә бик-бик яҡшы ҡатын булырмын... Барыһы ла һин әйткәнсә эшләнер. Мин мосолманлыҡ ҡабул итә лә алам, теләйһеңме?
Рамаҙан тап ошондай һүҙ булыуҙан хафалана ла ине. Ә нимә тип яуап бирергә белмәй:
-- Люба... Любаша, һинең һәйбәт булырыңды беләм мин... Һин былай ҙа иң аҡыллы, иң матур ҡыҙ...
-- Улайһа нимә ҡамасаулай һиңә? Ни өсөн минән тартылаһың, ятһырайһың ул? Ғәрип булыуым ытырғандырамы?
-- Һин нимә? Мин һинең сибәрлегеңде лә, матур күңелеңде генә күрәм. Ә нимә ҡамасаулағанын әйтә алмайым...
Люба егеттең ҡосағынан ысҡынып ситкәрәк шылды:
-- Беләм нимә тотҡанын һине... һиҙенәм.
-- Нимә? – уның үҙе лә аңламағанды әйтерен көттө Рамаҙан.
-- Күңелеңдә икене кеше бар, икенсе ҡыҙ. Шул тота һине. Уға биргән антыңдыр, бәлки...
Ант?.. Рамаҙандың шул ваҡыт өҫтөнә һалҡын һыу ҡойолғандай булды, ҡапыл зиһене яҡтырып, күҙ алдары асылып ҡалғандай тойолдо. Ант... Эйе лә һуң, ант... Ул бит ант иткәйне Зәлифәгә...
-- Һинең кеүектәргә һоҡланам мин. Үҙ принциптарына, мөхәббәттәренә, әйткән һүҙҙәренә тоғро була белгәндәргә. Минең улай килеп сыҡмай, артыҡ йомшаҡмын, нисектер характерһыҙмын, -- Люба һөйләшеүҙе һәүетемсә юҫыҡҡа төшөрмәксе. Рамаҙан уға борлоп уҡ баҡты, һылыу йөҙөнә, ҡупшы ирендәренә, ап-аҡ муйынына күҙ йүгертте.
-- Һин характерһыҙмы? Һин – герой, Любаша. Йөрәгең алтын һинең. Үҙең хаҡында улай түбән уйлама. Һин һалаясаҡ ир иң бәхетле әҙәм булыр.
Ҡыҙ ауыр көрһөндө лә, йылмайған булды:
-- Тик нишләптер мин һайлаған ирҙәр мине пар итмәй.
Рамаҙан да шаяртыуҙы ҡабул итте:
-- Сөнки ул ирҙәрҙең башы юҡ.
Төштән һуң Любаны пансионат менән сығып оҙатып ҡалдылар. Рамаҙан пристангә тиклем барып, пароход күҙҙән юғалғансы торҙо. Йәненең бер өлөшө бүленеп киткәндәй, был ҡотһоҙ утрауҙа хәҙер инде бер генә лә йәм табылмаҫтай булып ҡалды. Люба уға хат яҙып торорға вәғәҙә итте. Алға китеп әйткәндә, вәғәҙәһендә тора Люба. Улар араһында ғүмерҙәренең аҙағынаса хаттар йөрөй. Күрешәләр ҙә хатта. Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығын Рамаҙан Любовь Андреевна менән бергә байрам итә.