Ул 1923 йылда Ыҫлаҡ ауылында тыуған. Ошонда алты класс тамамлаған. Артабан яҙмыш уны Кемерово ҡалаһына алып китә, унда шахтала эшләй. Хәрби хеҙмәткә алынып, 1942 йылдың февралендә хәрби ант ҡабул итә.
Миннәт Зиннәт улы 1942 йылдың октябренән 1945 йылдың майына тиклем 664-се уҡсылар полкы составында күп кенә совет ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Польшала алыша. 1947 йылдың февраленә тиклем сержант званиеһында 469-сы артиллерия полкында хеҙмәт итә.
Варшава өсөн барған һуғыштарҙа аяғы һәм ҡулбашы яралана. Еңеүҙе Германияла, Дрезденда ҡаршылай.
Һуғыштан һуң фронтовик тыуған ауылына ҡайта. Һөт йыйыусы, фермала малсы булып эшләй, “Коммунист” колхозында мал аҙығы әҙерләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы - 44 йыл. Алдынғы колхозсы өлгөлө балалар тәрбиәләгән, бөгөн инде ейәндәре һәм бүләләре уңыштары менән ҡыуандыра.
Беҙ илебеҙ тарихы, Миннәт Зиннәт улы Уйылданов кеүек Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт иткән ветерандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ветеран бөгөн Ыҫлаҡ ауылында йәшәй һәм йәш быуынға үҙенең героик үткәндәре тураһында һөйләй.
Пионерҙар йорто педагогы.