Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЕҢЕҮҘӘН ҺУҢ (Миләүшә Ҡаһарманова) Дауамы

- Урра! Еңеү! Еңеү көнө!“Самауыр” Антоша күҙҙәрен асыу менән шулай һөрәнләне. Үҙе былар мине ишетәме тигәндәй муйынын һуҙып ян-яғына баҡты.

Ҙур зәңгәр күҙҙәрендәге балаларса ҡыуаныс уның был аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ағас киҫәге һымаҡ булып ҡалған кәүҙәһенән ҙур бер бәпәй яһай ине. Һәм бындай “бәпәйҙәр” ошо казармала ғына ла алтау. Уларҙы йөрөй алыусылар ҡарашһын һәм йомош-фәләненә ярҙамлашһын өсөн ошолай аралаштырып һалғандар. Антоша шуларҙың иң йәше. Ул 1945 йылда ғына ун һигеҙе тулып һуғышҡа алына ла, март-апрель айҙарында Берлинды алғандағы яуҙарҙа ғәрип булып ҡала. Берлинды штурмлау асылда уның кеүек меңләгән һалдатты аяҡ-ҡулһыҙ итә. Сөнки Жуков танкыларҙы атаканың икенсе өлөшөнә һаҡлап ҡалдырырға теләп, миналы ҡырҙарға, ҡала урамдарына беренсе итеп пехотаны ебәрә. Миналар өҫтөндә ҡыҙған табала атылған борсаҡ шикелле булып өҙгөләнеп сәселеп бөтә һалдаттар. Иҫән ҡалғандары ла “самауыр” ҙа “танкис” хәлендә генә. Был хаҡта, әлбиттә, Антоша ла, уның кеүек башҡалар ҙа белмәй. Тарихта күпкә алға китеп әйткәндә, был хаҡта иптәш Жуков Американың хәрби башлығы Эйзенхауэрга һөйләй һәм американлы әлеге “хәрби тактиканы” ҡот осҡос хәл булараҡ көндәлегендә яҙып ҡалдыра.

-- Эйе, Еңеү, Антоша туғанҡайым, Еңеү... – Василий күптән уянған, хатта йыуынып та ингән, күрәһең, килеп Антошаны торғоҙоп ултыртты. Карауат аҫтынынан шешә алып егетте кесе ярау иттерҙе, тас менән һыу килтереп битен сайҙырҙы. Унан сумаҙанынан гимнастеркаһын сығарып ҡаҡҡыланы ла, еңдәрен эскә тығып, керле майкаһы өҫтөнән кейҙереп ҡуйҙы.

-- Бына бит, егет булдың!

Ҡул-аяғы үҫеп сыҡҡандай булып ҡыуанып ултыра егетең.

-- Ҡана, Василий Егорович, көҙгө бирегеҙ әле?

Ҙур булмаған түңәрәк көҙгөнө егеттең битенә лә, миҙаллы түшенә генә терәне иптәше. Унда май ҡояшы кеүек нурлы йөҙлө, зәңгәр сатҡылар сәскән шаян ҡарашлы һөлөктәй йәш кеше йылмая ине. Был күренештән тағы ла илһамлана төштө Антоша һәм ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:

-- Эх, Василий Егорович, ҡыҙҙар ғына юҡ!

Уның был хәбәренән шулай уҡ тороп, кейенеп-яһанып маташҡандар ҙа көлдө. Әсенеү, һыҙалыуҙарын еңеп, ғорурлыҡтарын баҫып, үҙ хәлдәренән үҙҙәре көлә алды улар.

Рамаҙан ҡайтып ингәндә казармала әлеге дәррәү көлөү тора ине. Көндәгесә яр башындағы концертын тамамлап, күңелен бушатып инеп килгән егет был шатлыҡтың сәбәбен белмәһә лә, бығаса бер ҙә сырайҙары яҙылмаған иптәштәренең дә һығылып шарҡылдағанынан ҡәнәғәтлек кисерҙе.

Иртәнге аш ваҡытында артыҡ үҙгәрештәр булмаһа ла, һәр береһе эсендә ниндәйҙер тантана йөрөтөүе һиҙелеп тора ине. Төшкө ашты иһә пансионат ихатаһында, ер өҫтөндә ашаттылар. Һәр кем үҙ казармаһы менән өйөкөм-өйөкөм булып ултырҙы. Аҫтарына одеялдарын алып сығып түшәнеләр, ашъяулыҡ урынына кем нимә таба шуны йәйҙе лә, лагерь начальнигының, унан баш табиптың ҡотлауҙарын тыңлап, йөҙәр грамм күтәрҙеләр. Байрам табынына бында эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡушылғайны. Бигерәк тә медсестра, ашнаҡсы, санитарка ҡатын-ҡыҙҙар йәм өҫтәне. Аҙаҡ телдәр асылды, ҡалаҡтар шаҡылданы, уйын-көлкө китте. Артист саҡырылған тигәндәре генә бушы булып сыҡты, әммә аныһына артыҡ мохтажлыҡ та булманы. Сөнки самаһына етеүгә ҡарап һәр төркөм йыр башланы ла, аҙаҡ барыһы ла күтәреп алып, билдәле булған бөтөн хәрби йырҙарҙы башҡарып сыҡтылар. Моңлораҡтар халыҡ йырҙарын да һуҙҙы, башҡалары әҫәрләнеп тыңлап ултырҙы. Унан ҡул сабып тағы һоранылар. Тағы йырлаттылар...

Байрам табыны үтте лә, ауыҙҙарына бер эләккән ир-егеттәргә был ғына аҙ булды. Ҡайһылар темеҫкенешеп йөрөй, санитарҙарҙан спирт һорап ҡаңғырта башланы. Шул ваҡыт Серый казармаһынан берәү бүлмәләр буйлап йөрөп шыпырт ҡына хәбәр таратып сыҡты: уларҙа самогон һатыла, имеш. Һәм, ысынлап, барғандар ул бүлмәнән аҡ шыйыҡса тултырылған эсемлек алып сыға башланы. Хаҡына кемдең нимәһе бар шуны бирҙе. Кемдер аҡсаға, кемдер миҙалға, йылы кейемгә, хатта ябынып ятҡан одеялына алмаштырып алғандар ҙа булды. Рамаҙандарҙың бүлмәләштәрендә лә күренде шешәләр.

-- Ҡайҙан алған икән самогонды Серый? – Рамаҙандың быға башы етмәй, Васянан һорап ҡуйҙы.

-- Утарға барып йөрөйҙәр, ти, бит. Унда самогон һатҡан ҡатын йәшәй икән. Шуның тауарын осора инде бында ла.

-- Лагерҙан ситкә сығып булмай тиҙәр ҙә инде. Улар нисек сыға һуң?

-- Тимәк, юлдарын тапҡандар. Йәки һаҡ, йәки берәй санитар менән әшнәләштеләр, күрәһең.

-- Дәә... былай булһа мәшхәр ҡубасаҡ...

Һәм кискә ысынлап мәшхәр ҡупты ла. Халыҡ тотоп алғыһыҙға, аңлатып тыйғыһыҙға, ҡурҡытып баҫтырғыһыҙға әйләнде. Казармаларҙа әле ҡубып һуғыштылар ҙа, әле ҡосаҡлашып үбештеләр. Берәүҙәр ҡайтырға булып ҡапҡаларҙы штурмланы. Ундағы һаҡсылар аяҡ аҫтына атып ҡына ҡыуып ебәрә алды. Ниндәйҙер аңлатмалар талап итеп медчастың, начальник йәшәгән яҡтын ишеген туҡманылар, тик асыусы булманы. Рамаҙан менән Василий һәм тағы ла бер-нисә айныҡ ҡалғандарға ҡатын-ҡыҙ персонал торған яҡты ҡарап торорға ҡушылғайны. Ишектәре ныҡ, эстә ҡораллы һаҡсылары бар, шулай ҙа башын юғалтҡан иҫеректәрҙең нимә уйлап сығарырын белеп булмай. Егеттәр алмаш-тилмәш шул яҡта йөрөп әйләнде, яҡынлаусыларҙы йә ҡыуып ебәрҙе, йә икенсе хәбәргә әүрәтеп алып китте. Төнө буйы шулайтып берәүҙәре эсеп йөрөп, берәүҙәре күҙ-ҡолаҡ булып йөрөп таң аттырҙы. Яҡтырыуға, инде шешәләр бушап иҙән буйлап тәгәрәп йөрөй башлағас, кеме ҡайҙа ауған-ҡолаған ерҙәрҙә ҡырылышып йоҡлап бөттөләр. Ғәрип ветерандар пансионатындағы тәүге 9 май байрамы шулай үтте.

Ҡыҙҙар

Утрауға пароход килгән һайын нисәлер яңы ғәрип алып килеүҙәре, бындағыларын ниндәйҙер сәбәптәр менән алып китеүҙәре артыҡ яңылыҡ түгел ине. Ә бына йәй уртаһында провизия тейәп ингән көплө машиналарҙың берәүһен асып ебәргәс, йөктәрҙе ҡаршы алып өйрәнгән фронтовиктарҙың ауыҙҙары асылып китте – кузов тулы ҡатын-ҡыҙ ине. Һаҡсылар, медперсонал уларға төшөргә ярҙамлашты. Бына ҡатын-ҡыҙ тоҡ-төйөнсөктәре, сумаҙандары менән төшөп бөтөп, өйөкөлөшөп шымып ҡалды. Хәҙер инде урамға сығып баҫҡан ир-егет ғәриптәр уларға тексәйеп ҡалды. Үҙҙәренең ғәриплеге нисек булһа ла, ә бына ҡатын-ҡыҙҙың ғәриплеген, бигерәк тә йәп-йәш ҡыҙҙарҙың сатан-сулаҡ булып ҡалыуҙарын күреү бигерәк аяныс ине. Шулай ҙа ҡыҙҙар халҡы матур һәм сағыу ине. Күптәре орден-миҙалдарын баҙыратып таҡҡан, сәстәрен йәтеш итеп өйгән. Өҫтәрендә гимнастерка, блузкалар, күлдәктәр.Үҙҙәренән ел әллә һабын, әллә хушбый еҫен алып килә. Ир-егеттәрҙең аңшайғанлығы күпмегә һуҙылыр ине икән, ҡыҙҙар яғынан олораҡ сырайлы, тулыраҡ кәүҙәле берәүһе саңҡыу тауыш менән команда бирҙе:

-- Йәгеҙ, ҡыҙҙар, кем әйберен үҙе ташый ала – алып китә! – унан ҡаршылағыларға төрттөрҙө, -- Бындағыларҙан ярҙам өмөт итеп булмаҫ, күрәһең.

Ҡыҙҙар көлөшөп ҡыбырлаша башланы. Шунда ғына иҫтәренә килгән ир-егеттәр булышырға ташланды һәм “һә” тигәнсе килеүселәрҙең әйберҙәрен күрһәтелгән айырым йортҡа ташып та ташланы. Ҡыҙ-ҡырҡын килеп тулған ике яҡлы иркен өйҙә шырҡылдау, сар-сор ҡупты. Сумаҙандар һөйрәп ике-өс рейс яһаған Рамаҙандың был ҡыҙыҡлы күренеште оҙағыраҡ күҙәтеп торғоһо килеп, эш бөтһә лә сығып китә алмай өйөрөлдө. Улар килеп урынлашҡанда ҡандай янъял торғайны, ә былар үҙҙәре бер байрам булып килеп инделәр. Ҡалай ҡыҙыҡ икән ҡатын-ҡыҙ халҡы, тип уйлап ишек төбөндә ултыра бирҙе. Уны ҡыҙҙар ҙа аңғарманы түгел, баяғы һыңар ҡуллы йыуаныраҡ йәш ҡатын һүҙ ҡатты:

-- Һин, егет, беҙҙең менән йәшәргә теләйһеңме әллә? Ә?

Бүлмәләгеләрҙең барыһы бер юлы уға күтәрелеп ҡарап, шыңғыратып көлөп тә ебрәҙеләр:

-- Әйҙә-әйҙә, түргәрәк уҙ, нишләп ишек төбөндә тапанаһың?

-- Минең түшәгем иң йомшағы, - тип күҙҙәрен хәйләле ҡыҫты ла, һары бөҙрәләрен ысҡындырып туҙҙырып та ебәрҙе бер “танкист” ҡыҙ.

-- Юҡ инде, мин уны был тирәнән ары үткәрмәйем, - тип яҡындағы ғына карауатта ултырған үтә лә сибәр ҡатын уға иҫән ҡулын һуҙғайны, Рамаҙан оялышынан боролдо ла сығып һыпыртты. Рәхәт тә, ҡыйын да ине уға бындай шаяртыуҙарҙан. Күңеле төртмә хәбәрҙәрҙе тыңлап, шул наҙға ҡойоноп тора бирергә өндәй ҙә, фиғеле уңайһыҙланыуын еңә алмай. Эх, ауыл балаһы шул ул, үткенерәк берәү булһа ҡаршы яуаплар, шаярып һөйләшеп-танышып та алыр ине. Ә ул сығып ҡаса ғына алды...

Казармаһындағы егет-елән дә, һиҙҙермәҫкә маташһа ла, ярайһы уҡ ҡуҙғыған. Өс-дүртәүһе бер юлы Василийға сәс алдырырға сиратҡа ултырған. Ике ҡулһыҙ Хлопуша бығаса иҫе лә итмәй йыртыҡ күлдәктә ялпылдап йөрөгән булһа, әле күршеһендәге ҡуллы егетте яллап йыртыҡтарын ямата. Хатта ҡырыныу-йыуыныуға ихтыяжһыҙ булған иң һәпрәләр ҙә йыуыныу бүлмәһенә барып ураған булып, буйтып төҫ-йөҙҙәрен асып килделәр. Шулай күңелле генә йөрөшкәндәрендә кәйефтәрен боҙа яҙып ҡуйыусылар ҙа табылманы түгел шулай ҙа. Серыйҙың шайкаһында йөрөгән Евнух ҡушаматлы берәү килеп инде лә, быларҙың бүлмәһендә барған үҙгәрештәрҙән бармаҡ төртөп щарҡылдап көлөргө керешете:

-- Хлопуша, һин нимәгә ҡупшыланаһың? Бисәләргә һинең кеүек ҡулһыҙ нимәгә кәрәк тип уйлайһың? Уларҙы бит һәрмәргә кәрәк! Ә һинең ҡулдарың юҡ! Во, мәрәкә!

Хлопуша, йәш кеше, бындай әсе шаяртыуҙан ҡаушап ҡала. Бер күлдәген йүнәткән дуҫына, бер Евнухҡа ҡарап күҙҙәрен селт-селт йомҡолауҙан үтә алмай.

-- Ә һин, Васька, быларҙың сәсәтәрен алдың ни, алманың ни, ундағы бисәләрҙе беҙҙең казарма бүлешеп алып бөттө инде. Канишны, сатан-сулаҡ ҡатындарҙың ҡыҙығы юҡ, әммә булмағанда бара...

Василий ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Ул үҙенән бигерәк иптәштәрен – йәш егет-еләнде яҡлай ине:

-- Ә һиңә ниндәй ҡайғы? Һиңә бисә ниәмәгә кәрәк? Евнух тиҙәр түгелме үҙеңде?

Был хәбәрҙән егеттәр хахылдарға кереште.

-- Ну-ну! Дөрөҫ әйтте!

-- Ха-ха-ха!

Евнух та бирешергә теләмәне:

-- Мин бит үҙем өсөн тимәйем... Бисә лә булдымы мал. Бәхет өсөн самогон менән папирос булһа еткән.

Шулай тигән булһа ла, ауыртҡан еренә төртөлдө, күрәһең, нисек ҡапыл ингән булһа, шулай сығып та юғалды. Ул киткәс Василий үкенгәндәй һөйләнеп ҡуйҙы:

-- Евнух булыуында уның да ғәйебе юҡ инде, нисек тере ҡалған тиең...

***

Ашханаға киске ашҡа йыйылғанда ир-егеттәрҙәге үҙгәреш һиҙелмәҫлек түгел ине инде. Ҡырынғандар, сәстәр ҡыҫҡартылған, өҫ-баштар йүнәтелгән, хатта һауала одеколон еҫе лә тойолоп ҡалғандай булды, кемдекелер һаҡланған икән. Һәр хәлдә элекке ваҡыттағы кеүек әсе тир, керле силғау еҫтәре танауҙы йыртмай. Этешеп-төртөшөп ҡысҡырып һүгенгән әҙәм дә юҡ. Фронтовиктар ысынлап оялған бала хәлендәрәк тартына биреп үтеп урындарына урынлашты. Иң түрҙәге өҫтәл артында ҡарлуғас балаларылай булып теҙелешкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы аңҡарһалар ҙа, ул яҡҡа ҡарамамыш булалар. Йәнәһе, артыҡ иҫтәре китмәй. Йәнәһе, ундайҙарҙы ғына күргәндәре бар.

Игнатьев та ирҙәрҙең шулай тәрбиәле булып килеп инеүҙәренә һөйөнөп ҡулдарын ыуғылап торҙо ла, һүҙ башланы:

-- Хөрмәтле, фронтовиктар! Күрәһегеҙ, беҙгә ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәлде. Һуғыш ир-ат өсөн генә булманы, унда беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡан ҡойҙо, ҡорбан булды һәм бына ошондай хәлдә ҡайтты ла. Мин нимә әйтергә теләйем! Ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә! Ҡыйырһытмаҫҡа! Хәлдән килгәндәй ярҙамдан баш тартмаҫҡа! Һәм уларға бында йәшәргә ҡамасауламаҫҡа! Аңлашылдымы?

“Аңлашылды” тип һикереп төшкән кеше булманы, әлбиттә. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныулы ҡараштарҙа ризалыҡ сағылып ята ине.

-- Ҡатын-ҡыҙҙар отрядында 26 кеше һәм уларҙың башлығы итеп Зинаида Захаровна тәғәйенләнә. Зинаида Федоровна - танкист!

Ирҙәр яғынан “О-о-о...” тигән кеүегерәк ауаздар ишетелеп ҡалды.

-- Ул бөйөк Ватан һуғышы тарихында ауыр танк ИС-2 ға ултырған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ! - Федор Васильевич һәр һөйләменең аҙағынан бармағын үргә күтәреп шымып тора бирҙе. Әйткәндәрен еренә еткергергә тырышты. -- Танковый ротаның командиры була! 1943 йылдың йәйендәге Курс дуғаһы алышында ҡатнашҡан дүрт ҡатын-ҡыҙҙар экипажының береһендә Зинаида Захаровна алышҡа инә. Янған танк эсендә ҡыҙҙар тиранға барып тағы ла бер-нисә дошман танкын шатлатып... үҙҙәре лә һәләк була. Зинаиданы оҙаҡ ваҡыт үлгән тип иҫәпләйҙәр һәм аҙаҡтан ғына госпиталда, үҙе телгә килгәс, кемлеген асыҡлайҙар.

Залда тынлыҡ урынлашып ҡалғайны, Игнатьев уны тантаналы тауыш менән тағы бүлде:

-- Зинаида Захаровна – Советтар Союзы геройы!

Ашхана дәррәү алҡыштарға күмелде. Зинаида алға сығып торманы, ултырған еренән генә ҡулын күтәреп тыныслыҡ һораны ла, яуап һүҙен алды.

-- Иптәш фронтовиктар, ир-егеттәр, бына беҙ яҙмыш ҡушыуы буйынса һеҙҙең менән өйҙәш булып киттек... – шул мәл ул саҡ ҡына тотлоҡтомо, тауышы бер аҙ өҙөлә биргәндәй итте, -- Беҙ барыбыҙ ҙа яу юлы үткән кешеләр, тормош һурпаһын аҙ һемермәгәнбеҙ. Шунлыҡтан, үҙ-ара аңлашып, дуҫлашып йәшәп китербеҙ тип ышанам.

Был ҡыйыу ҡарашлы, үткер һүҙле ҡатындың үҙен генә түгел, эргәһендәге башҡаларҙы ла яҡлай алырлыҡ икәнлеге күренеп тора ине. Балтырҙан түбән яғы булмаһа ла, бейек күкрәкле тығыҙ тәне лә, йоморо яурындары ла, көслө беләктәре лә физик ҡына түгел, рухи ныҡлығын да күрһәтә. Соңҡаһына өйөлгән ауыр толомдары үҙе бер баш ҙурлығындай булып ҡатынға дөйөм тотанаҡлыҡ, аҙыраҡ уҫаллыҡ төҫө лә өҫтәгәндәй. Һәр хәлдә уның командир икәнлеге әйтелмәһә лә аңлашыла ине.

Ә бына уның ҡаршыһында ултырған бер аяҡлы һәм бер ҡуллы йәш ҡатындың сибәрлеген һуҡырҙар ғына аңғармай ҡалырға мөмкин. Ул ниндәйҙер сихрилығы, илаһилығы менән башҡаларҙан айырылып торғандай. Өҫтөндә лә гимнастерка түгел, ә елбәҙәк итәкле шифон күлдәк. Билен аҡ яҫы ҡайыш менән өҙөлдөрә быуған. Нәфис иңбаштарын ап-аҡ оҙон муйын дауам итә лә, ҡарап туйғыһыҙ һылыу йөҙ биҙәгән ҡупшы баш тамамлай. Ҡуңыр сәсен түбәһенә юрамал ғына өйгән булған, ахыры, улары ян-яҡтан бөҙрәләнеп төшөп, бер хисле биҙәк булышып торалар. Йөҙө бер сирылмай үҙенең, эргәһендәгеләргә нимәлер һөйләп, көлөп-йылмайып ҡына ултыра. Алсаҡтыр, ихластыр, моғайын.

Ә бая Рамаҙанға “түшәгем иң йомшағы” тигән һары сәслекәйҙең шаянлығы әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Күҙҙәрен яндырып, ҡаштарын һикеркеләп һаман нимәлер күршеләрен көлдөрә әле. Утлы ҡараштарын был яҡҡа атып-атып алыуына ҡарағанда, телендә ир-егеттәр. Бына уның сираттағы хәбәренән ҡыҙҙарҙың бөтөн өҫтәле дәррәү көлә башланы. Йотҡандарына сәсәп, һығыла-бөгөлә көлдө ҡыҙҙар. Был көлкө бөтөр-бөтмәҫтән әлеге ҡыҙыҡай тағы хәбәрен өҫтәне лә, былары тағы нығыраҡ көлдө. Был шарҡылдау бер яңғыраҡ көй шикелле булып ашханаға ғына һыймай, ҡыҫыҡ тәҙрәләрҙән ағылып сығып утрау өҫтөнә таралды. Ҡыҙҙараҙың күңеле асылыуға, нимәгә көлгәндәрен төшөнөп етмәһә лә, Игнатьевтың да ауыҙы йырылды.Ҡайһы бер ир-егеттәр ҙә йыуаш йылмайған булды. Ҡайһылары сеүтәләренә секерәйеп төбәлеп ашауҙарын дауам итте, йәнәһе уларға был ҡағылмай. Ә шулай ҙа һәр береһе ҡыҙҙарҙың уларҙан көлгәнен белеп ултырҙы. Тик бер хәл дә итә алмайҙар ине. Ҡалайтаһың, ҡыҙҙарҙың иң шәп ҡоралы – көлөү.

Хор

Көҙгә ҡарай буръяҡ-һоро төҫкә инде күл. Тау түбәһенән ул аҫтағы ҡара диңгеҙ булып йәйелеп ята. Бер яҡта ла осо күренмәй. Йәй көндәре әллә ниҙә бер сәйәхәт итеүсе пароходтар үтә ине, көҙгә ауып һалҡынайтыуға улары ла өҙөлдө. Бары һалҡын елдәр йүгерткән шаҙра тулҡындар ғына текә ярға етәрәк ҡабарып китеп оло шау менән һуғылалар ҙа, йыуашайып кире һурылалар. Уларҙың артынан икенселәре, өсөнсөләре... Шулайтып үҙ алдына үҙе әүрәү табып ятҡандай был күл. Хас Рамаҙан кеүек. Ул да нисәнсе ай инде ҡара таңдан ошо түбәгә килеп ултырыуҙы ғәҙәт итте. Һағышынан, ғазаплы уйҙарынан арыныу өсөн йырлап бушанырға килә ул бында. Үҙенә үҙе әүрәү табып ултырыуы, йыуаныуы... уйҙарын бүлгән ҡыштырлауға тертләп боролһа, ғәйепле йылмайып Люба тора.

-- Ғәфү ит... – ҡыҙ ҡыйыуһыҙланып туҡтап ҡалды, -- беҙҙең тәҙрәнән күренәһең... Йырлайһың икән.

Хәҙер инде Рамаҙан оялышынан муйынын эскә тарта биреп үк ҡуйҙы:

-- Эй, шунда... үҙемсә...

-- Юҡ-юҡ, бик матур йырлайһың бит. Моңлоһоң. Күптән тыңлап торам. Бары аңлашылмай ғына.

Люба йәнәшәһенә килеп еткәс, егет уға ултырырға ярҙамлашып ҡулын һуҙҙы. Һул яҡ беләге яурындан саҡ ҡына тырпайып ҡалып, шул ырғаҡҡа ҡултыҡ таяғын эләктереп бәйләп, һыңар аяҡта һикереп йөрөрлөк итеп әтмәләгән инеләр уны ла. Рамаҙан был ҡыҙҙы күргән көндән алып һылыуылығына ауыҙын асып текәлә лә, бер аяҡ һәм бер ҡул ярҙамында шулай хәрәкәт итә алғанына аптырап ҡарай. Асылда улай йөрөү мөмкин түгел кеүек, ә бына бит был ҡулһыҙ яурынын да ҡулайлаштырып алып кеше көнлө булмаҫҡа тырыша.

-- Нишләп улай иртә торҙоң? – Рамаҙан Любаның былай яҡын ултырыуынан уңайһыҙланып, теленә беренсе килгән һорауҙы бирә. Был ҡыҙҙы ул тәүге көндө ашхана ла уҡ күҙгә элгәйне. Улай тиһәң, уны бындағы һәр ир күҙгә элгәндер. Бигерәк һылыу бит. Нәфис йөҙөнә, күлдәй күҙҙәренә ҡарап зәғифлеген дә оноторға була һымаҡ.

-- Мин иртәсел ул. Берәүгә егәрле ҡатын булыр инем дә, бына алыусы ғына юҡ, -- тип шаярыуға бороуы бөтөнләй ҡаушатты егетте. Ҡыҙ уның юғалып ҡалыуын аңғарып шыңғыратып бер көлдө лә, иҫән ҡулы менән арҡаһынан тупылдатып һөйөп үк ҡуйҙы.

-- Мосолман егете бит әле һин, Ромка, шулаймы? Ҡустым кеүек күрәм һине, минең дә һинең йәштәге ҡустым бар ине...

-- Ҡайҙа ул хәҙер?

-- Хәрби ине ул, ҡырҡ икенсе йыл училищеһын тамамлап һуғышҡа ингәндән хәбәрһеҙ юғалды... Мин Ленинградта биш йылдан ашыу уны көтөп йәшәнем.

-- Һин Ленинградтанмы?

-- Эйе, мин Ленинградта тыуып үҫтем. Атайым хәрби булды, ике ағаһы ла, ҡустым да, мин дә - хәрбиҙәр династияһы беҙ. Атайым штабта бомба аҫтында ҡалған, ағайҙарына ла ҡара ҡағыҙ килгән. Әсәйем блокада ҡорбаны булды. Ғаиәлебҙҙән бына ошондай хәлдә бер үҙем генә тороп ҡалдым.

-- Ә һин... ҡайҙа былай?.. – Рамаҙан ҡыҙҙы рәнйетеүҙән ҡурҡып хәбәрен әйтеп бөтөрмәне.

-- Мин музыка мәктәбен тамамланым, фортепиано буйынса. Ярайһы ғына йырлай ҙа инем, -- тип яуабын бөтөнләй икенсе төптән башланы ҡыҙ. -- Тик үҫеп еткәс атайымдың ҡул аҫтындағы йәш капитанға үлеп ғашиҡ булдым да, әсәйемдең тыйыуынан ҡасып китеп, разведшколаға уҡырға индем. Һуғыш башланғас та, алдағы-дөрөҫөн бергә ҡушып, тырышып-тырмашып уның янына барып урынлаштым.

Люба башын ҡырын һалып, йылы ҡараштары менән аҫтағы буръяҡ һыуҙы иркәләй биреп ултырҙы ла, дауам итте:

-- ППЖ тинеләр беҙҙе фронтта, походно полевая жена, ишеткәнең булдымы? – Рамаҙандың “әллә” тип яурындарын һикертеүен күҙгә лә элмәне үҙе, -- Тылда ҡатыны, балалары бар икәнлеген белә тороп мин уға яу юлындағы ҡатын булдым... Сөнки, яраттым! Мине күптәр ғәйепләне... ә һин ғәйепләйһеңме мине, Рома? – яңы ғына йылмайып ултырған ҡыҙ ҡай арала йәш тулған күҙҙәре менән төбәлде егеткә.

-- Мин?.. Нишләп?.. Юҡ, -- Рамаҙан был күк йөҙө ише асыҡ зәңгәрлеккә арбалып ҡалып тотлоҡто, буталды. – Люба, илама, йәме...

-- Иламайым... Мин күптән иламайым инде, -- йәштәре субырлап ағып төштөп китте, ә ирендәре һаман йылмайҙы, -- Ҡырҡ дүрттең ғинуар һыуығында өс кеше разведкаға сыҡтыҡ. Һаҙлыҡ аша ҡаршы яҡтан немецтар беҙҙе өҙлөкһөҙ артиллерия утында тота, бер нисек тә йырып сығып булмай ине. Әллә күпме араны шыуышып барып уларҙың кәрәкле пункттарын картаға төшөрөп алдыҡ. Тик кире ҡайтҡанда засадаға эләгеп, икәүбеҙ ятып ҡалды. Мин ҡабаланып сигенгәндә һаҙ аша үтә торған хәүефһеҙ һуҡмаҡтан яҙлыҡтым һәм үҙебеҙҙең яҡҡа сығып етер саҡта ғына һаҙлыҡҡа батып, шунан сығам тип ярты төн көрәштем...

-- Сыҡҡанһың бит, ҡотолғанһың, Люба? – егет ҡыҙҙың итәгендә ҡалтырғанған кескәй генә ҡулын йылы устарына алды, -- Тереһең бит, бына ниндәй матур булып янымда ултыраһың.

-- Сыҡтым, эйе... Беҙҙекеләр иртәнсәк килеп тапҡандар... һаҙға ҡуша туңғанмын... ҡутарып алғандар. Аҙаҡ шул яҡ ҡулым менән аяғым серей башланы... ҡырҡтылар... унан тағы ҡырҡтылар. Мине шулайтып тунап бөтөрҙөләр, Рома...

Рамаҙан ҡыҙҙың ҡулын нығыраҡ ҡыҫты. Башҡаса ярҙам да итерлек түгел уға, йыуатыр һүҙ ҙә юҡ.

-- Һөйгән кешем, капитаным, ҡатынын айырам, мине алам тигән кеше, хәлемде килеп күрҙе лә, хушлашмай ҙа китеп олаҡты. Фронттан иҫән-һау ғаиләһенә ҡайтҡан тип ишеттем... Бына шундай хәлдәр минең, туғанҡайым, -- Люба күңелһеҙ генә йылмайып ҡабаттан Рамаҙанға баҡты, -- Ғәфү ит инде, нишләптер һиңә асылдым... борсоном һине...

-- Юҡ-юҡ, бер ҙә борсоманың. Мин барыбер... тик ултыра инем.

-- Йырлап ултыра инең бит, -- Любаның шатлығы ла, ҡайғыһы ла бер урында, сылтыратып көлөп тә ебәрҙе. – Йырла әле, тағы ла?

-- Ҡуйсы, юҡ, Люба, мин бит былай ғына, күңел баҫыр өсөн...

-- Тауышыңдың моңло ғына баритон икәнлеген аңғарып өлгөрҙөм инде. Ә минеке – сопрано - юғары. Әйҙә һин башла ла, мин ҡушылып ҡарайым, - тип нәҙек бармаҡтары менән егеттең ҡаты беләгенә сат йәбеште.

Рамаҙан был ҡыҙҙан ҡотола алмаҫын аңлап тәрән итеп һулыш алды, ҡат-ҡат тамаҡ ҡырҙы. Әйтерһең ҙур сәхнәгә сығып баҫҡан әртис. Унан яурындарын турайтып, күкрәген кирә бирҙе лә, ярымтауыш менән генә йыр башланы:

Рассветали яблони и груши,

Поплыли туманы над рекой...

Киләһе юлдарҙан Люба ла элеп алды:

Выходила на берег Катюша,

На высоких берег на крутой!

Выходила песню заводила...

Бер-береһенә һыйынышып тигәндәй ултырған был икәү йыр артынан йыр һуҙҙы. Йырлаған һайын Рамаҙан да батырайҙы, хәҙер инде уның тауышы яр башынан ары китеп, күл өҫтөн дә, казармалар яғын да тултырҙы. Уға ауаздаш булған нәҙек тауыш йырҙы тағы ла яңғырауыҡлыраҡ, моңлораҡ итеп ебәрҙе. Нисәнселер йырҙарын тамамлауҙарына артта сәпәкәй һуҡҡан тауыштар ишетелде. Доктор Соломон менән бер-нисә медсестра килеп торған, әҫәрләнеп тыңлайҙар икән. Осраҡлы тамашасыларынан уңайһыҙланды Рамаҙан, хатта ҡуҙғалып китергә лә иткәйне, доктор яурынына баҫып туҡтатты:

-- Бик яҡшы дуэт сыға һеҙҙән. Берәй гармунсы ла тапҡанда, концерт бирә алаһығыҙ. Ә нишләп, кистәрен күңелһеҙләнеп ултырғансы, рәхәтләнеп йыр тылар инек.

-- Идея! Захар Соломонович, хор төҙөйбөҙ! – тип сәрелдәп тә ебәрҙе йырлап тауышы асылған Люба.

-- Хор? Була, ә нишләп? – Захар Соломонович та күтәреп алды, -- әйткәндәй, йыр ул бик яҡшы терапия.

-- Вася гармунда уйнай, тик гармуны ғына юҡ, -- тип һүҙгә ҡушылды Рамаҙан да.

-- Ә гармун табырға булырмы икән, Захар Соломонович? – Любаның ялбарыулы ҡарашына доктор ҙа ҡаршы төшә алмай:

-- Булыр. Киләһе ылауға хор өсөн кәрәкле инструменттарҙы яҙырбыҙ.

Алдына алғанын ҡуймай торған ҡыҙ икән Люба ла. Шул кисте үк йыйылыш йыйып хорға халыҡ туплай башланы. Башта бот сабып көлөп тыңлаһалар ҙа, был сибәр ҡыҙға ярарға тырышыусылар ҙа йәки бер эшһеҙ ятыуҙан ялҡыусылар ҙа, хатта ярайһы уҡ моңло булғандар ҙа табылды. Ике тиҫтәләп йыраусыны йыйып алғас, ҡыҙҙар килгәс тә китапхана итеп йыйыштырып алған ҙур ғына бүлмәлә йырлаша башланылар. Башта ҡулдарын болғап алда торған Любаны тыңламай кем нисек теләй шулай аҡырҙы. Өгөтләй-өгөтләй уларҙың урындарын алмаштырҙы, ҡабаттан тыңлап ҡараны, тағы йырлатты ла тағы алмаштырҙы. Бер башлатты, бер туҡтатты, нисек торорға, нисек тын алырға, нисек ауыҙҙы асырға икәнде күрһәтте. Тиргәшеп үпкәләшеп тә бөттөләр, үсегеп сығып киткәндәр ҙә булды, әммә күпмелер ваҡыттан бүлмәнән ярайһы уҡ тыңларлыҡ ауаздар ишетелә башланы.

Оҙон ҡыш буйынаса шөғөлләнәсәк был хор менән Люба менән Рамаҙан. Яҙ сығыуға уларҙың хорын бер түгел өс гармунсы һәм бер скрикасы биҙәйәсәк. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы менән хорҙа иллеләп кеше булып китәсәк. Алға китә биреп сер сискәндә, Ваалам утрауы тәңгәленән үткән пассажир параходтары пансионатҡа етәрәк ҡайҙандыр йыр ишетә башлай ҙа, был моң уларҙы үтеп киткс тә бер арауыҡ оҙата бара. Тауыш ер аҫтынан да, ҡайҙандыр өҫтән дә ағылғандай тойола, әммә туристар башҡарыусыларҙы күрә алмай, ҡараштары менән яр баштарын ҡапшап эҙләй. Һәм тик бер мәлдә, пароход менән тау өҫтөндәге бейек ҡойма кимәле тигеҙләнгән бер урында ғына ял итеүселәр ҡойма аръяғындағы убаға теҙелешкән сәйер төркөмдә шәйләп ҡала. Был төркөм илһамланып йыр артынан йыр һуҙа. Аҫтағылар уларҙы тыңлап кинәнә, ҡул саба, ҡәнәғәтлектән һыҙғыра, ҡысҡыра. Ә хор тынмай йырлай ҙа йырлай. Әле пароход үтеп киткәс тә убала теҙелешеп ултырған “танкистар”, кәрзин эстәрендәге “самауырҙар”, таяҡтарында таянып торған сатан-сулаҡтар илһам ҡомарынан арына алмай. Уларҙың хоры хәтһеҙ ваҡыт Ваалам утрауын тетрәндерә әле. Һәм был утрау күл буйлап сәйәхәт итеүселәр телендә “йырсы утрау” тигән атама ала.

Дауамы бар.

Читайте нас: