Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүгә – тыуған яҡ моңдары менән!

Был 1943 йылда эшләнгән фотоһүрәттә - минең атайым Мөхәррәм Абдулла улы Муллағәлиев.

Һүрәттең икенсе яғына ул былай тип яҙып ҡуйған: “Фотография Ҡырым өлкәһенең Мелитополь ҡалаһын азат иткәндә немецтар пехотаһын һәм “Садовый” совхозы эргәһендә фашист танктарын юҡ иткәндә яраланғандан һуң Саратов ҡалаһы госпиталендә төшөрөлгән”.
Ә атайым ҡулындағы гармун тарихы бына шундай: Саратовҡа китер алдынан ул әсәһенә эшелондың Аксен станцияһы аша үтәсәге һәм ошо көндө уның гармунын алып килеүҙе үтенеп телеграмма ебәрә. Ә көнө теүәл генә билдәләнмәгән була. Хәнйәр ауылынан әсәһе йәйәүләп бер нисә көн рәттән төйөнсөк һәм гармун тотоп Аксен станцияһына йөрөй, иртәнән кискә тиклем поезд көтә. Ниһайәт, бер аҙна үткәс, был көн килеп етә! Әсә менән улдың осрашыуы ни бары 10 минут була!
Атайым Еңеүҙе Польшала ҡаршылай. Ул танксит була. Һәм үҙенең танкында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ә тыуған ауылына ҡулына гармунын тотоп ҡайтып инә!
Гүзәл СИТДИҠОВА,
Мәндән мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: