Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мин олатайым менән ғорурланам

Минең олатайым Ғималетдинов Алсынбай Ғәйнетдин улы 1925 йылда Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында донъяға килә.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан телевизорҙан күрһәтелгән һуғыш киноларын ҡараған, гәзит-журналдарҙан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайын олатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән тип күҙ алдына килтерергә тырышам.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны күреп белмәйем, олатайым мин тыуғансы уҡ 71 йәшендә вафат булған, әммә барлыҡ туғандары уның яҡты иҫтәлеген бөгөн дә онотмай йөрәгебеҙҙә һаҡлайбыҙ.

Минең олатайым Ғималетдинов Алсынбай Ғәйнетдин улы 1925 йылда Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында донъяға килә.

1943 йылдың июлендә 18 йәшендә һуғышҡа алына. Башта ул Смоленск йүнәлешендәге һуғышта ҡатнаша.Ә инде 1943 йылдың сентябрь айында, фронттың уңышлы һөжүм итеүе арҡаһында, Смоленск ҡалаһы азат ителә. Алсынбай ҡартатайым үҙен Ҡыҙыл Армияның иң яҡшы һалдаттарының береһе итеп таныта. Ошо операцияла ҡаты яралана һәм госпиталгә оҙатыла. Яралары уңалып бөтөр-бөтмәҫтән, Белоруссия фронтына күсерелә. 1944 йылдың ғинуар айында Мозырь өлкә үҙәге һәм Озаричи тип аталған район үҙәгендәге өсөнсө концлагерҙы баҫып алыуҙа ҡатнаша.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Алсынбай ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Жуков” миҙалдары менән наградлана.

Һуғыштан һуң ҡартатайым Майсур ҡартнәнәйемә өйләнә. Матур итеп 36 йыл татыу ғүмер кисерәләр, 7 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә 19 ейән-ейәнсәрҙәре, 27 бүлә-бүләсәләре бар.

Тормошта яҡшы эҙ ҡалдырған, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фронтта ла, тылда ла хәленән килгәндең барыһын да эшләгән олатайым Ғималетдинов Алсынбай Ғәйнетдин улы хаҡында күңелдәребеҙҙә тик матур хәтирәләр һаҡлана.

Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнгә бик күп йылдар үтһә лә, кешеләрҙең күңел яралары уңалмай әле. Быуындар алмашынып тора, ҡәһәрле һуғыштың ауыр һынауҙарын үткәндәр ҙә бик аҙ ғына ҡалды.

Мин үҙемдең шундай батыр олатайым менән ғорурланам. Илебеҙҙе дошмандарҙан яҡлап, утлы яуға киткән һуғыш ветерандарын беҙ белергә, уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланырға тейешбеҙ. Ҡаһарман яугирҙәр тураһында иҫтәлек быуындан-быуынға күсеп, мәңгелек хәтергә әйләнһен ине.

Элина ҒИМАЛЕТДИНОВА,

Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.

Читайте нас: