Бүләкләү сараһы район мәҙәниәт һарайында үтте. Был көндө байрам залына район үҙәгендә йәшәүсе һуғыш ветерандары, тыл эшсәндәре, уларҙың балалары һәм туғандары йыйылды. Раевка, Шафран, Ыҫлаҡ, Ибрай ауылдарында йәшәгән башҡа ветерандарға район етәкселеге, ветерандар советы, мәҙәниәт бүлеге вәкилдәре өйҙәренә барҙы.
-Беҙгә тыныс тормош бүләк итеү өсөн һеҙ ғүмерегеҙҙе аямай көрәшкәнһегеҙ. Бөйөк батырлығығыҙ өсөн рәхмәт белдереү һәм ил Президенты күрһәтмәһен үтәп, юбилей миҙалдары менән бүләкләү – минең өсөн ҙур шатлыҡ ул, - тине район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин яугирҙәр һәм тыл эшсәндәренә юғары наградалар тапшырып.