Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ һуғыш осоро балалары

“Эх, саҡ ҡына һуңыраҡ тыумағанмын, хәҙер тормошобоҙ ниндәй матур”, ти 85 йәшен тултырған Мәҙинә әбей.

Һуғыш йылы балалары...Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән улар, ниндәй генә юлдар үтмәгән. Шуларҙың береһе – ауылдашыбыҙ, Миәкә районы Нарыҫтау ауылы ҡыҙы Ғәләүетдинова Мәҙинә әбей.
Мәҙинә Ҡотлобай ҡыҙы 1935 йылдың 5 февралендә ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы һуғыштың беренсе көндәрендә үк фронтҡа китә. Бар донъяның ауырлығы әсәһенә, өлкән ағаһыИршат менән Мәҙинәгә төшә.
- Колхозда бойҙай, көнбағыш утап, ҡулдарыбыҙ әрнеп, ҡыҙарып янып сыға, беҙгә, 8-9 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙарға бөтә ауыр эште өлкәндәр менән бер рәттән эшләргә тура килде, - тип хәтерләй Мәҙинә инәй. - Заданиеға май, ит, йомортҡа тапшыра инек, артып ҡалғанын әсәйемдәр Раевка баҙарына, көйәнтәләргә аҫып алып китә ине. Бала ғына инек бит әле, минең дә баҙарға эйәреп барғым килде. Яҙ көнө Нарыҫтауҙан Раевкаға йәйәүләп, ташҡын ваҡытында әсәйемә эйәреп сығып киттем. Тирә-яҡты һыу баҫҡан, юлдарҙан үтерлек түгел. Ҡыпсаҡ ауылы тауҙары аша барабыҙ, аяҡ тая. Әсәйем артынан йүгереп хәлдән тайып, Раевкаға барып индек. Әммә иң ҡыҙғанысы шунда, миңә баҙарҙы күреү насип булманы. Аяҡтарым ауыртыу сәбәпле, кискә тиклем туғандарыбыҙҙа илап яттым,- ти инәй йәш аралаш йылмайып.
Атайҙарынан “һуғышҡа индем” тигән берҙән-бер хат алалар , ә инде икенсеһе “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр була.
- “Атайымдың һәләк булыуы тураһындағы ҡағыҙҙы Миәкәгә йәйәү, ҡыштың сатлама һыуығында барып алдым, - ти Мәҙинә әбей. Бәхеткә күрә, юлымда ике сыуаш ҡатыны осраны. Улар булавка менән бишмәтемде яҡшылап ҡаптырып бирҙеләр, шулар менән бергәләп Миәкәгә барып еттек. Нисек кенә ул военкоматты эҙләп тапҡанмындыр инде, - тип һүҙен дауам итте ул.
Йәнә ғәҙәти эш көндәре башлана: башаҡ йыйырға, ялан буйлап трактор артынан көлтә бәйләп йөрөргә тура килә. Иртә таңдан ҡара төнгә тиклем аслы-туҡлы яланда эшләй улар, баҫыуҙа ҡунып та ҡалалар.
Күрше Әлшәй районы Маянған ауылына ҡунаҡҡа килгәс, ул үҙенең буласаҡ тормош иптәше Сәләхетдинде осрата. Ун бер балалары булған ғаиләгә килен булып төшә Мәҙинә инәй. – “Ҡәйнәм мине үҙ ҡыҙҙарынан да яҡыныраҡ күрҙе. Ғүмер буйы татыу йәшәнек, һүҙгә килешмәнек, - ти ул. Тормош иптәше менән 34 йыл ғүмер итеп өс ҡыҙ һәм ике малай тәрбиәләп үҫтерә улар.
Донъяның әсеһен-сөсөһөн күргән, бар көсөн балалар тәрбиәләүгә арнаған, колхоз эшендә егелгән Мәҙинә инәйгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ул бөгөн дә “инде олоғайҙым, ҡартайҙым”, тип эшһеҙ ултырмай. Ҡыҙы Халиҙә менән Әбдрәшит ауылында матур итеп донъя көтәләр. Ҡыҙы эштә саҡта көтөү ҡыуырға ла, ҡош-ҡорттарҙы ҡарарға ла өлгөрә. Мәҙинә инәй бешергән бауырһаҡ, белен һәм бәлештәр телде йоторлоҡ, бар ризыҡты ла үҙе әҙерләргә тырыша ул.
Мәҙинә инәйҙең 85 йәшлек юбилейына балалары, күршеләре, ейәндәре һәм бүләләре йыйылды. Был көндө уға ихлас теләктәр яңғыраны, бүләктәр ҙә күп булды. Мәҙинә инәйҙең йөҙөнән йылмайыу китмәне.
Уға алдағы йылдарҙа ла тормоштоң йәмен, балаларының бәхетен күреп йәшәргә яҙһын!
Мәҙинә инәйҙә ҡунаҡта Әбдрәшит мәктәбе уҡытыусыһы Раушания ҒӘЛИЕВА һәм 7-се синыф уҡыусыһы Розана ӘХМӘҘИЕВА булды.
Читайте нас: