Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыш, исемдәре - мәңгелек ут!

Тыл ветерандарына арнала

Һуғыш йылы, яугир балалары
күҙ йәшенән әсе һурпа эскән.
Ялан аяҡ йөрөп башаҡ йыйып,
табандары сей яранан шешкән.
Ҡырталашып, ары йәшәү өсөн
киндер һуғып йәймә бешергәндәр.
Ҡара яҙҙан туң бәрәңге соҡоп,
туйыр- туймаҫ, астан шешенгәндәр.
Ул замандар күптән артта инде...
Тик йөрәккә уңмаҫ яра һалды.
Бала сағы аслы -туҡлы үткән,
тарих булып ветерандар ҡалды.
Һыҡтанманы, зарланманы улар
Ауыр булһа, билен биштән быуҙы.
Ҡорос сыңы йәнле кешеләрҙән
яңы быуын - беҙҙең быуын тыуҙы.
Ваҡыт үткән һайын әҙәйәләр
Йыл да кемдер булмай сыға сафта.
Һанай китһәң әгәр, һыңар ҡулдың
бармаҡтары артып ҡала хатта.
Аслы- туҡлы, кейем күрмәй үҫкән
Илем, тиеп билен биштән бөккән,
әбей-бабайҙарҙың рух ныҡлығы
Йәйғор булып беҙҙең аңға күскән.
Беҙҙең өҫтә, беҙҙең изге бурыс,
хәтер ебен өҙмәй ары илтеү.
Тыуыр йәндәр - килер быуын өсөн,
хәтер- хәтирәне әләм итеү.
Исем, яҙмыштары - мәңгелек ут!
Сорналмаһа ине томандарға
Һәр береһен иҫләп баш эйәйек
Киләсәк, тип ҡорбан булғандарға!
Гөлирә ЛАТИПОВА- ХИСМӘТУЛЛИНА.
Аҡҡолай ауылы.
Читайте нас: