Ошо уңайҙан Иҫке Аҡҡолай ауылы мәктәбендә лә тантаналы сара үтте. Юбилей миҙалдарына 95 йәшлек Зәйнәп Фазыл ҡыҙы Гәрәева, 90 йәшлек Вафира Фәтхетдин ҡыҙы Хәбибуллина һәм Хәмәт Әхмәтғәле улы Вәлиев лайыҡ булды.
Эйе, һуғыш ауырлығын фронттағы яугирҙәр генә түгел, ә тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, бала-саға ла берҙәй тигеҙ күтәргән. Оло йәштәге тыл ветерандарына иҫәнлек-һаулыҡ, яҡындарының хәстәрлеген тойоп, имен тормошта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.