Әлшәй хәбәрҙәре
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Билдәһеҙ һалдат (Мостай Кәрим)

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр, Был - билдәһеҙ һалдат һәйкәле. Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше? Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!

Атакаға күтәрелдек бергә,
Йыға һуҡты әжәл бер мәлде.
Ваҡытлыса йәнә терелдем мин,
Ул - мәңгелек һынға әйләнде.


Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр
Изге ялҡын булып яналар,
Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,
Эргәһендә һайрай балалар.


Ә артында уның сал бер ҡатын
(Ил инәһе - улдыр, моғайын.)
Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,
Һалҡын ташҡа терәп маңлайын.


Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә - моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

Мостай Кәрим.
Читайте нас: